6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Башҡорт дивизияһында" очеркының яҙылыу тарихы
04.08.06


       1942 йылдың 4 авгусында республиканың "Красная Башкирия" гәзитендә Константин Симоновтың "Башҡорт дивизияһында" очеркы баҫыла. Уға тиклем бер кем дә шайморатовсыларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы тураһында темаға тотонорға баҙнат итмәй. Әйткәндәй, генерал Миңлеғәле Шайморатов тыуған көнө
       - 1899 йылдың 15 авгусы, һәм был очерк уның өсөн үҙенсәлекл е бүләк булып тора.
       Константин Симонов яҙған очерк Өфө типографияһында тиҙ арала утыҙ битлек китап - листовка формаһында баҫылып, фронтҡа, башҡорт ҡыҙылармеецтарына оҙатылыуы хаҡында
       хәтерләүселәр аҙҙыр, моғайын.
       Яҙыусы - яугир Әхтәм Иҡсан Симоновтың был очеркты яҙыу тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйәй:
       - 1942 йылдың 25 июле. 275 - се кавалерия полкы командиры Таһир Таип улы Кусимов һәм полк комиссары Сәғит Рәхмәт улы
       Әлибаев ныҡлы итеп эшләнгән блиндажда кисәге ҡыҫҡа, әммә ауыр һуғыш йомғаҡтарын тикшерә. Ҡапыл блиндажға һаҡсы
       йүгереп инә һәм юл буйлап һыбайлылар сабып килеүе хаҡында хәбәр итә. Беренсе булып блиндаж янына полковник Миңлеғәле Ш айморатов килеп етә. Ә бейек ҡола атта кем һуң Атта бик оҫт а ултырыусы - билдәле яҙыусы Константин Симонов була.
       Танышыу минуты етә... "Красная Звезда" гәзитенең махсус хәбәрсеһе Константин Симонов Башҡорт кавалерия дивизияһына, үҙе әйтмешләй, бөйөк һуғыш яланында Башҡортостандың ҡыйыу улдарының хәрби эшмәкәрлеге менән танышырға килә.
       Түбәндәге мәҡәлә "Красная Звезда" гәзитенең 1942 йылдың 4
       июлендә сыҡҡан һанында баҫыла:
       "... Н. Кавалерия ғәскәре пехотаға ҡаршы ғына түгел, дошм ан
       танкылары менән дә ҡыйыу алышҡа инә, ул бер нисә танк һәм дошман пехотаһының ике батальонын юҡ итте. Иптәш Шайморатов етәкселегендәге башҡорт кавалеристары немец пехотаһына ҡыйыу һөжүм итә".
       Симонов яңы милли кавалерия дивизияһы хаҡында күп ишетеүе
       һәм уның менән танышырға хыялланыуы тураһында белдерә. Һәм бына, ниһәйәт, уның хыялы тормошҡа аша.
       Константин Симонов дивизияның барлыҡ частарында ла була,
       һалдаттар, эскадрон командирҙары менән осраша. Айырыуса майор Нафиҡовтың кавалерия полкында оҙаҡ туҡтала.
       Яҙыусы очеркты башҡорт халыҡ йырынан башлап ебәрергә теләүен белдерә. Ҡурайсы һәм йырсы саҡырталар, Симонов ҙур и ғтибар менән "Урал" йырын тыңлай һәм һуңынан мәҡәләлә
       йырҙың рус теленә тәржемә ителгән һүҙҙәрен уңышлы файҙалана.
       Был хәлдәргә 64 йыл үткән, әммә Константин Симоновтың "Башҡорт дивизияһында" очеркы бөгөн дә шайморатовсыларға гимн булып яңғырай.
       "Алыҫтарҙан ғына ай күренә
       Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы,
       Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
       Ир - егеткәй менән ат башы".
       Дала өҫтөндә оҙон көй яңғырай. Ҡояшта йылынған әремдең әскелтем, дала сәскәләренең татлы еҫе аңҡый. Һап - һары булы п янған үләндән яңы сабылған бесән еҫе килә.
       Был йыр дала юлы кеүек оҙон, һәм даланың үҙе кеүек киң. У л тыуған еренән меңәр саҡрым алыҫта - Воронеж далаларында, көньяҡтың ҡыҙыу ҡояшы аҫтында яңғырай, - башҡорт егеттәре
       боронғо йыр - "Уралды" һуҙа. Улар күҙәтеү пункты эргәһендәг е
       уйһыулыҡта ултыра, яндарындағы тәрән "ҡарлуғас ояларынан" танкыға ҡаршы мылтыҡтарҙың оҙон көбәктәре һерәйеп тора, ваҡ
       ҡына дала ҡыуаҡтары үҫкән тәрән тарлауыҡта аттар утлай. Көн эҫе, тынлыҡ, тик һул яҡта, тылға илткән юлда ғына һирәк - һа яҡ
       миналар шартлай һәм туҙан ҡуба.
       Пугачев менән бергә рус еренең азатлығы өсөн көрәшкән Салауат Юлаевтың бүләләре тағы ла Пугачевтың бүләләре менән бергә үҙ тыуған илдәренең азатлығы һәм намыҫы өсөн алышҡа күтәрелде. Урал тауы битләүендә Ғарифулла Ғафаровты өйө көтә , Воронеждан алыҫ түгел далала Петр Воротеевтың да йорто бар , әммә Өфөлә һәм Воронежда һәр кемдең үҙ Ватаны түгел, һәр кем өсөн берҙәй яҡын булған бөйөк ватаныбыҙ берәү генә, ул
       - Рәсәй.
       Июль көнө уттай ҡыҙҙыра. Урал алыҫта ҡалды, тар дала йылғалары буйында немецтарға ҡаршы аяуһыҙ көрәш бара. Һәр көн һәм һәр төн яңы ҡорбандар алып килә. Ауылдар ҡулдан ҡулғ а күсә, төндәрен офоҡ өҫтөндә шәфәҡ ҡыҙыллығы күтәрелә.
       Башҡорттар һыбай ҙа, йәйәү ҙә алыша. Күптәре яу яланында
       башын һалды. Полк командиры майор Нафиҡов та башҡаса бер ҡа сан да өйөнән хат алмаясаҡ.
       Көн аҙағында ул приказ артынан дивизия штабына саба. Полковник Шайморатов яратҡан һалдатына приказды тоттора һәм уны күҙ ҡарашы менән һуңғы тапҡыр оҙатып ҡала.
       Нафиҡов бүләк итеп бирелгән туратын шпорлай, ат тояҡтары
       аҫтынан туҙан күтәрелә.
       Күк йөҙөн болоттар ҡаплай, төн күҙгә төртһәң дә күренмәҫл ек ҡараңғы булыр, моғайын.
       Полковник Нафиҡовҡа төнгө һөжүм менән немецтар ҡулындағы ауылға баҫып инергә бойороҡ бирә. Рейд хәүефле: яуҙарҙа сәсе
       салланған полковникты дивизияла барыһы ла "атай" тип йөрөтә , ә һуғышта атай кешенең бурысы иң хәүефле эшкә үҙенең яратҡан улдарын ебәреү. Быны аңлаған полковник бурысты Нафиҡовҡа йөкмәтә. Немецтар баҫып алған ауылды полк урынлашҡан сауҡалыҡтан биш километрлыҡ арыш баҫыуы айырып тора. Сәғәт туғыҙынсы киткәндә эргәңдәге кешене лә күреп булмаҫлыҡ ҡараңғылыҡ йәйелә. Полк һөжүмгә күтәрелә. Киң арыш баҫыуында немец аавтоматсылары йәшеренгән. Башҡорттар улар менән атыша - атыша ауылға яҡынлаша. Бындай ҡараңғы төндә идара итеүе еңел түгел. Полк частары уң һәм һу л яҡтарҙан барып күрше ауылдарҙы һәм һирәк ағаслыҡтарҙы билә й, ә Нафиҡов үҙ янындағы иллеләгән һалдат менән ауылға баҫып инә.
       Бик ҡаты һәм ҡурҡыныс һөжүм була был. Ауыл урамдарында ылауҙар һәм артиллерия өйөлгән. Немецтар сарҙаҡтарҙан, ҡапҡа
       аҫтынан ата, һарайҙарҙа туплана, арыш араһына ҡаса. Граната шартлауҙары урамдарҙы ҡыҫҡа ваҡытҡа яҡтыртып ала. Был төндә дүрт йөҙ немец теге донъяға ебәрелә. Нафиҡов отрядының
       яртыһы тип әйтерлек башын һала.
       Әммә яҡтыра башлағас, ауылда немецтар дүрт йөҙ түгел, ә меңдән артыҡ булыуы асыҡлана, һәм Нафиҡовтың тере ҡалған
       утыҙ һалдаты ғына немецтарҙың меңдән артыҡ булыуын түгел, немецтар ҙа ауылға утыҙлап ҡына кавалерист инеүен аңлай.
       Ауыл урамдарында ҡул һуғышы ҡыҙа. Командир һалдаттарға яралыларҙы әйләнәгә алып, һуңғы асыҡ ҡалған тыҡрыҡ аша сигенергә ҡуша һәм үҙе иҫән ҡалған бер нисә автоматсы менән уларҙы ут ямғырынан ҡаплай. Майор тирәләй һалдаттар кәмегәндән кәмей бара. Бынан ниндәйҙер немец автоматсыһы
       уның арҡаһына ата. Автоматсының үҙен дә юҡ итәләр, әммә яралы Нафиҡовтың хәле ауырлаша. Тамағы кибә, һыу эскеһе килә . Таң ата. Ҡаплау аҫтындағы яугирҙар төркөмө ауылдан сығып арыш баҫыуына ингән, уларға хәүеф янамай тип әйтергә була. Командирҙың үҙенә һәм янында ҡалған ике автоматсы - Әбсәләмов һәм Юлдашбаевҡа бер нисә йортто ғына үтергә кәрәк.
       Атлауы ҡыйынлаша, һалдаттар командирҙы ҡулдарына күтәреп атлай.
       Ауыл осонда йорттар артынан килеп сыҡҡан немецтар көтмәгәндә уларға автоматтан ут аса. Өсөһө лә ергә ҡолай, автоматын ҡулынан ысҡындырмаған майор тешен ҡыҫып бер
       нисә тапҡыр атырға ла өлгөрә. Немецтар ергә тәгәрәй. Әбсәләмов менән Юлдашбаев майорҙы күтәреп артабан атлай. Бер минуттан уны яңы пуля ҡыуып етә. Һалдаттар командирҙың тынһыҙ кәүҙәһен арыш баҫыуы аша алып китә. Һәм уны үҙҙәренә тиклем алып барып та еткерерҙәр ине, әммә һуҡмаҡта улар ауыр
       яралы лейтенант Назаровҡа тап була. Ике кешегә уларҙың көсө
       етерлек түгел, һәм майорҙы ни тиклем генә яратһалар ҙа, уны ң кәүҙәһен ят күҙҙәрҙән ботаҡтар менән ҡаплап, йәрәхәтле лейтенантты күтәреп, үҙ ғәскәрҙәренә табан юл тота тоғро һалдаттар.
       Төндә Әбсәләмов менән Юлдашбаев өс разведчикты алып командирҙың кәүҙәһе артынан китә. Әммә уны беренсе төндә лә,
       икенсе төндә лә таба алмайҙар. Өсөнсө төн киткәс, улар командирҙы нисек булһа ла табырға ҡарар итә. Ә бындай ҡарар
       ҡабул иткән кеше йә ҡуйған маҡсатына ирешә, йә һәләк була.
       Дивизия госпиталендә был төндө санитарка - Юғары Совет депутаты Әхмәтова хәлдән тайған лейтенант Назыровҡа үҙенең дүрт йөҙ грамм ҡанын бирә.
       Боронғо әкиәттәге кеүек, етмеш кешенең меңәрләгән дошманға
       ҡаршы алышы шулай тамамлана...
       ... Кис. Шайморатовтың штабында одеял менән ҡаплаулы тәҙрә эргәһендә командирҙар картаға текәлгән Улар сираттағы төнгө һөжүм планын әҙерләй.
       Ә ауылдан ситтәрәк, быуа янында, кавалеристар аттарын һыу индерә, шаярыша, һыу һибешәләр, ҡолас ташлап йөҙәләр. Урал ауылдарынан килгән шат егеттәргә рәхәт, улар ҡаты алыш көнөндә бер нисә минутҡа булһа ла һуғышты онота алыуҙарына
       ҡыуана".
       1977 йылда Константин Симонов үҙенең Әхтәм Иҡсанға адресланған хатында былай тип яҙа: "35 йылдан һуң да ул героик осорҙо һәм башҡорт халҡының героик улдарын хәтерләйем. Уларҙың барыһына ла - тереләренә дә, һәләк
       булғандарына ла - дан! 1942 - 1977. Константин Симонов".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал