6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Легендар мотоуҙышсы хаҡында
31.07.06


       1993 йылдың 31 июле аяныслы ваҡиға менән хәтерҙә ҡалды - был көндө легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Фәйзурахман улы Ҡадиров вафат булды ( 1941 йылдың 27 ғинуарында донъяға килә ).
       Легендар уҙышсының биографияһы ярайһы уҡ билдәле. Матбуғат биттәрендә лә уның тураһында күп яҙҙылар, Леонид Никитиндың "Крутые виражи" тигән китабы сыҡты. Ғабдрахман
       Ҡадиров үҙе лә "Мин боҙҙо һайлайым" һәм "Спидвейҙың ауыр ҡ улсалары" тигән китаптар яҙып ҡалдырҙы.
       Әммә йылдар үткән һайын матбуғат, радио һәм телевидение ла Ҡадиров хаҡында һирәгерәк хәтергә төшөрә. Шуға күрә бөгөн уның биографияһын иҫләп китеү урынлы булыр, моғайын.
       Ғабдрахман Ҡадиров Мәскәү эргәһендәге Шатура ҡалаһында тыуа. Ғабдрахманға алты йәш булғанда, әсәһе менән улар Өфөгә
       күсеп килә. Үҫмер сағында уҡ Ҡадиров мотоспорт менә мауыға. Тәүге старттарын мотокросс буйынса башлай. Әммә айырыуса ҙур уңышҡа ул боҙ өҫтөндәге уҙыштарҙа ирешә. 23 йәшендә донъя һәм Европа чемпионы исемен яулай, ә 25 йәшендә уға
       СССР - ҙың атҡаҙанған спорт мастеры исеме бирелә. Ҡадиров -
       боҙ өҫтөндә уҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаусы берҙән - бер кеше. Шулай уҡ алты тапҡыр ул СССР чемпионы исеменә лайыҡ була, РСФСР чемпионы, донъя чемпионатының бронза призеры, күп кенә халыҡ - ара ярыштарҙа
       еңеүсе.
       Ленинградта П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институтын тамамлағандан һуң, ул күп йылдар дауамында
       Өфөнөң совет спидвейы буйынса юғары лигала сығыш яһаусы "Башҡортостан" командаһын етәкләй, СССР йыйылма командаһы тр енеры вазифаһын башҡара. Ҡаҙаныштары өсөн "Почет билдәһе" ордены, миҙалдар менән наградлана.
       БАССР - ҙың атҡаҙанған физик культура эшмәкәре Ғабдрахман
       Фәйзурахман улы Ҡадировҡа Халыҡ - ара мотоциклет федерацияһының бронза миҙалы тапшырыла.
       Ғабдрахман Ҡадиров 1993 йылдың 31 июлендә Сочи ҡалаһында вафат була, Өфөлә ерләнгән.
       Ғабдрахман Фәйзурахман улының тормошта ниндәй кеше булыуы хаҡында уның тормош иптәше, билдәле йырсы Нәзифә Ҡадированан да яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр. Үҙ ваҡытында ул матбуғатта интервью ла бирҙе. Бына ҡайһы бер әңгәмәләрҙән
       өҙөктәр.
       - Нәзифә Жәүәт ҡыҙы, Ҡадиров менән нисек танышыуығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле, ул бит һеҙҙән 13 йәшкә өлкән һәм, белеүемсә, сәнғәттән алыҫ кеше була
       - Эйе, ул минән өлкәнерәк ине, әммә сәнғәтте бик ныҡ ярат ты. Сәнғәткә булған һөйөү беҙҙе берләштерҙе лә инде. Ғабдрах ман филармонияға концерттарға йыш килде. Ул ваҡытта билдәле спортсы булһа ла, мин уның хаҡында ишеткәнем генә бар ине. Һәм яҙмыш беҙҙе осраштырыр тип күҙ алдыма ла килтермәй инем.
       Бер көнө ниндәйҙер бер кешенең күптән минең менән ҡыҙыҡһыныуын һәм һоҡланыу тойғоһон еткерергә теләүен әйттеләр. Ниңәлер, ул саҡта миндә ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килде. Асылда, ҙур ҡалаға килгән ябай ауыл ҡыҙы инем бит инде ул саҡта - филармонияла эшләй башлауыма бер йыл. Концерттан һуң ул минең эргәмә сәскәләр түгел, шоколад тотоп
       килде, йырлауыма һоҡланыу тойғоһон белдереп рәхмәт әйтте.
       - Һеҙҙә ниндәй тәьҫорат ҡалдырҙы ул Оҡшанымы
       - Мин уны бик сибәр тип әйтмәҫ инем. Әммә мөләйем, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ. Минән айырмалы рәүештә, уның тормош тәжрибәһе бай. Тағы ла ниндәйҙер эске көсө һиҙелә һәм үҙенә йәлеп итә ине. Ул миңә, киләсәгемә, талантыма ышанды. Үҙем өҫтөндә эшләргә, танылыу яуларға, үҙеңдең - Мин булыуыңды раҫларға кәрәк тип әйткәнен бер ҡасан да онотмайым.
       - Ул һеҙгә тәҡдим яһағас шунда уҡ ризалыҡ бирҙегеҙме
       - Бер аҙ шикләнеүҙәр булды инде. Байтаҡ уйландым. Мин бит уның өсөнсө ҡатыны булырға тейеш инем. Икенсеһе менән
       айырылышмаған ине әле. Ҡыҫҡаһы, беҙ уның менән 1973 йылдан 1977 йылға тиклем дүрт йыл дауамында осраштыҡ. Тиҙҙән мине ә сәһе менән таныштырҙы.
       - Туйығыҙ бик шәп булғандыр, моғайын
       - Ҡайҙан булһын! Ул ваҡытта нимәгә байрам итәһең Атай - әсәйемдәр янына барҙыҡ, минең артыҡ теләгем булмаһа ла,
       туғандар менән мәжлес ойошторҙоҡ.
       - Тәбиғәте буйынса ул ниндәйерәк кеше булды Байрамдарҙы
       нисек үткәрә ине
       - Ул шау - шыулы компанияларҙы, халыҡтың күплеген яратты. Үҙе лә шаярта, күңелде күтәрә белә ине. Йырламаһа ла, бейеп - йырлап күңел асҡандарын яратты. Дөрөҫ, бер осраҡ хәтергә төшә, тиктомалдан ул ҡапыл "Ваше благородие, госпожа Удача.. ." тип йырлай башланы. Беҙ ул ваҡытта Ғабдрахмандың күңеленд ә ниндәй уйҙар ятҡанын аңламайынса, оҙаҡ ҡына көлөштөк.
       Ҡадиров ҙур спорттан киткәс, үҙен бер кемгә лә кәрәкмәй ти п
       тоя башланы, нервылары ҡуҙғып йонсоно, проблемалар барлыҡҡа килде. Был уның ғына түгел, башҡа күп спортсыларҙың
       да яҙмышы. Һуңғы йылдарҙа Ғаюдрахман йыш ҡына: "Спортсы -
       лимон кеүек: уның һутын һығалар ҙа сығарып ташлайҙар..." ти п әйтә торған булды.
       - Ҡадировтың ниндәй мауығыуҙары булды
       - Үҙе бүләк бирергә лә, алырға ла яратты. Әммә тормошта әрһеҙ булды. Кейемдә спорт стилен хуп күрҙе: джинсы, куртка. Һәр ваҡыт бөхтә йөрөнө. Аш - һыуға килгәндә, мин һурпа яратһ ам, уға икенсе блюдолар оҡшай торғайны. Иң яратҡаны бәлештер , моғайын. Ғабдрахман үҙе лә бик тәмле бешерҙе. Техника ярат ты. Машиналары күп булды, уларҙы йыш алмаштырҙы, ярты йыл һайын тип әйтерлек. Ҡалала беренселәрҙән булып "Вольво" һатып алды, "Мерседес" алырға хыялланды.
       - Ғаиләгеҙҙең нигеҙен нимәлә күрәһегеҙ
       - Мөхәббәт һәм хөрмәттә. Иң мөһиме, беҙ бер - беребеҙҙе баҫырға тырышманыҡ, икебеҙ ҙә бер тиң булдыҡ. Миңә ул бер ҡасан да "бына мин алты тапҡыр донъя чемпионы, ә һин яңы сәхнәгә сығыусы йырсы", тип әйтмәне. Үҙенең сығанаҡтарына ынтыла ине - халыҡ йырҙарын бик яратты, сәғәттәр буйына
       тыңлай ала ине. Дөрөҫ, уның бер йырын миңә бөгөн дә хәтерләүе ауыр, был йырҙа "Һағынырһың, мин булмам" тигән һүҙҙәр бар. Үлер алдынан ул йыш ҡына ошо йырҙы йырлауымды һо раны. Китеүен һиҙҙе ул. Алла үҙенә яҡшы кешеләрҙе йыш ала, улар теге донъяла ла кәрәктер, күрәһең...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал