Тарихтан бер көн
Дзержинский биографияһының Өфөгә бәйле биттәре
20.07.06
Һикһән йыл элек 20 июлдә үткән быуаттың иң күренекле сәйә си эшмәкәрҙәренең береһе Феликс Эдмундович Дзержинский вафат була. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссия рәйесенең биографияһы Башҡортостан менән дә тығыҙ бәйле.
1919 йылдың декабрь айында, илдә тиф эпидемияһы башланғас,
Дзержинский Өфөгә килә, губернаның тифҡа ҡаршы көрәш буйынса ғәҙәттән тыш комиссияһына эште яйға һалырға, дауаханалар, санитар поездар, мунсалар ойошторорға, дарыуҙар
табырға ярҙам итә.
1920 йылдың февраль башында ауылдағы ауыр тормош, аҙыҡ разверсткаһы Өфө губернаһында "Ҡара бөркөт" исеме алған фетнә башланыуына килтерә. Феликс Дзержинский губисполком һә м губчека рәйесенә түбәндәге йөкмәткеле телеграмма һуға: "Тиҙ арала миңә фетнәнең ҙурлығын хәбәр итегеҙ. Уны бөтөрөүҙе тиҙләтеү өсөн иң ҡәтғи саралар күрегеҙ. Бының өсөн үҙәккә нимә эшләргә кәрәклеген хәбәр итегеҙ".
Өфөлә һәм губернала һуғыш хәле иғлан ителә. Ҡыҙыл Армия частары һәм милиция отрядтары менән бергә контрреволюцион күтәрелеште баҫтырыуҙа эшселәрҙең ҡораллы отрядтары ла ҡатнаша.
Мәскәүҙән Феликс Эдмундовичтан яңы телеграмма килә: "Тағы
ла ҡатыраҡ сара күреү кәрәкмәйме Минзәлә һәм Бәләбәй
өйәҙендәге ваҡиғалар беҙҙә борсолоу тыуҙыра".
Өҫтәмә саралар ҡабул ителә. Баш күтәреүселәр сигенә. 1920
йылдың 20 февралендә Дзержинский республиканың Урал һәм Волга буйы секторҙарындағы эске һаҡ ғәскәрҙәренә телеграмма ебәрә. Унда барлыҡ ойошмаларҙа ла эштәрҙе тергеҙеүҙә һәм үҙ программаларын үтәүҙә ярҙамлашырға тәҡдим ителә. Ғәскәргә үҙ
хәрәкәттәрендә дәүләт сәйәсәте принциптарын боҙмаҫҡа һәм халыҡтың милли һәм дини тойғоларына ҡағылмаҫҡа ҡушыла.
Өфөлөләрҙең 1920 йылдың 13 мартында Дзержинскийға һуҡҡан телеграммаһында "Ҡара бөркөт" фетнәһен баҫтырыу буйынса
хәрби эштәрҙең тамамланыуы хаҡында хәбәр ителә.
Был Дзержинскийҙың биографияһындағы Өфөгә бәйле бер нисә штрих ҡына.
Өфөлә Дзержинский урамы бар, ул Ленин һәм Совет районы территорияһында урынлашҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дзержинскийҙың ҡатыны Софья Сигизмундовна күп тапҡыр уның исемен йөрөткән урамда б ула. Ул Өфөлә Коминтерн аппаратында, "Тадеуш Костюшко" радиостанцияһында эшләй, оккупациялағы Польша өсөн радиотапшырыуҙар әҙерләй.
1987 йылдың 18 декабрендә Өфөлә, "Родина" кинотеатры эргәһендәге баҡсала Ф. Э. Дзержинскийға һәйкәл асыла. Скульптураның авторы - А. С. Чаркин. Архитекторҙар - Г. В. Шохов, М. П. Мазин.
Юрий Узиков.