6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Асылыкүлдә ял итеүселәр нимә өсөн аҡса түләй
14.07.06


       Асылыкүлдең ымһындырғыс яры! Диңгеҙҙәрҙән алыҫ урынлашҡан республикабыҙҙа был киң йәйелгән акватория үҙенә бик күптәрҙе йәлеп итә: халыҡ уның һалҡынса һыуында ҡолас ташлап йөҙөргә, ярында үҫкән ағастар күләгәһендә ял итергә, дала үләндәренең хуш еҫтәре менән һуғарылған саф, сихәтле һауаһын һуларға ҙур теләк менән килә. Күлдә ҡырағай ҡаҙҙарҙы ң туптары ял итергә туҡтай, һуна өйрәк, сүрәгәй, күл аҡсарл ағы,
       яр ҡарлуғастары оя ҡора. Ҡасандыр баба ҡоштары ла ( пеликандар) булған, тип һөйләйҙәр. Асылыкүл балыҡҡа ла бай
       - бында шамбы, суртан, алабуға, табан балыҡ, ҡарабалыҡ һәм башҡалар йыш осрай.
       Беҙҙең республикала Асылыкүл майҙаны буйынса ла (23,5 квадрат километр), һыу күләме ( 119 миллион кубометр) буйынса ла иң ҙур күлдәрҙән һанала. Ул Дим йылғаһы бассейнында, Бөгөлмә - Бәләбәй ҡалҡыулығындағы киң уйпатлыҡта урынлашҡан.
       Был мөғжизәле урында булып китеүселәр күлде бәләкәй диңге ҙ менән сағыштыра. Һәм был осраҡлы түгел: һыуҙың тәме бер аҙ тоҙло, ә ел иҫкәндә ярҙы ҙур - ҙур тулҡындар йыуа. Һыуының татырлы булыуы арҡаһында күлгә ошо исем бирелгән дә инде. Ә билдәле һүҙлек авторы Владимир Даль Асылыкүлдә булып
       киткәндән һуң, уның исемен "асыулы" тип тәржемә иткән. Ысынлап та, болотло көндә тулҡындар ярға һуғыла һәм һыуҙың
       төҫө ҡарая башлаһа, күл асыулы тойола.
       Был матур урынды табыуы ҡыйын түгел: Дәүләкәндән машинала 40 минут тирәһе юл үтергә кәрәк. Шуға күрә ял итеүселәр араһында нәҡ ошо район вәкилдәренең күплегенә аптырарға тура килмәй. Әммә һуңғы ваҡытта күл буйынса ял итергә теләүселәр һаны артҡан һайын, сүп - сар өйөмдәре лә үҫә. 199 3 йылда бында "Асылыкүл" милли паркы булдырылыуына ҡарамаҫтан, консерва ҡалайҙары, полиэтилен һәм башҡа ҡалдыҡтарға бәйле поблема хәл ителмәне. "Башҡортостан - ул Беҙ" интернет - баҫмаһы медиа - төркөмө тарафынан ойошторолған сәфәр - быға дәлил, уның һөҙөмтәһендә күл буйынан бик күп сүп - сар сығарып түгелде.
       Урындағы хакимиәт күл ярына үтеү өсөн бер машинанан 200 һум хаҡ билдәләһә лә, бында ағас бәҙрәфтәрҙән башҡа цивилизацияны хәтерләтеүсе нимә юҡ. Тәбиғәткә ул кәрәкмәй,
       әлбиттә, әммә ләкин ял итеүселәр уға мохтаж. Дәүләкән
       районында йәшәүселәр иһә ситтән килгән ҡунаҡтарҙан һуң күлд ә таҙалыҡ һәм тәртип ҡалыуын теләй.
       Ял итеүселәр 200 һумды нимә өсөн түләй һуң Был һорау менән беҙҙең гәзит БР Тәбиғи ресурстар министрлығының биотөрлөлөк һәм урман ресурстарын һаҡлау бүлеге начальнигы Зөһрә Латиповаға мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәре буйынса, бында  әлегә тиклем ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителмәгән. Асылыкүл" тәбиғәт паркы бөгөн БР Урман хужалығы министрлығы, дөрөҫөрәге - Дәүләкән урман хужалығы ҡарамағында тора. Туристарҙан йыйылған аҡса урындағы бюджетты тулыландыра, ләкин тейешле маҡсат буйынса файҙаланылмай.
       - Бөгөн беҙ "Асылыкүл" тәбиғәт паркын БР Тәбиғи ресурстар министрлығы ҡарамағына тапшырыу һәм паркты төҙөкләндереү буйынса дирекция тәғәйенләү хаҡында һөйләшеүҙәр алып
       барабыҙ, - тине Зөһрә Латипова. - Был осраҡта инде туристар ҙан йыйылған аҡса парктың таҙалығын һаҡлау өсөн файҙаланылас аҡ. Әлегә иһә Зөһрә Латипова ял итеүселәргә, айырыуса Дәү ләкән районында йәшәүселәргә үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға һәм ту лы хоҡуҡ менән өҫтә әйтелгән сумманы түләүҙән баш тартырға кәңәш итте. Әммә шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙең ябай ғына ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал