6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ауылдаштарға - изге бүләк
10.07.06


       Ҡөрьәндә кеше үҙ ғүмерендә башҡарған өс бөйөк эше өсөн
       бар гөнаһтары кисерелеүенә өмөт тота ала, тип яҙылған. Ул д а булһа, фән булдырыу йәки китап яҙыу, изге күңелле бала тәрбиәләү, файҙалы ҡоролма - күпер, ҡоҙоҡ һ. б. төҙөү... Өфө
       районының Йоматау ауылында йәшәүсе Фәнил Дәүләтшин иһә
       яҡташтарына мәсет төҙөп бүләк иткән.
       Ауылда мәсет төҙөү тураһында хәбәр күптән йөрөй. Кемдер властарға мөрәжәғәт итергә саҡыра, кемдер аҡса йыя башларға
       ниәтләй. Әммә эш ошо урында туҡтап ҡала. Ул арала ауыл халҡ ы мәсет һалдырырға ниәтләгән урынға ситтән килгән эшҡыуарҙың күҙе төшә, ул бында ҡомарлы уйындар йорто асырға план ҡора. Әммә ауылда күңел асыу урыны булдырыу тураһындағы тәҡдим халыҡ күңеленә бер ҙә хуш килмәй. "Йәштәр өсөн алама миҫалдар былай ҙа етерлек, өлкәндәр күңеленә генә ҡотҡо һалырға ҡалған ине", - тип һуҡрана ҡарттар. Рәсми рәүештә булмаһа ла, Алла йорто өсөн тәғәйенләнгән урында казино төҙөргә ниәтләүҙәре халыҡтың иғтибарын йәлеп итә. Башта хәбәр дәрәжәһендә генә йөрөһә лә, артабан күңел асыу йортон төҙөгәндең икенсе көнөнә уҡ яндырыласағы тураһында асыҡтан -
       асыҡ белдереүгә барып етә... Янауҙар маҡсатына ирешә: эшҡыуар ауылдан сығып тая. Һәм тағы ла икенсе йылға, йәйен мәсет төҙөйәсәктәре хаҡында өмөтлө хәбәрҙәр тарала. Әммә йәй
       ҙә етә, ауыл халҡы яҡлап алып ҡалған ташландыҡ ер шул көйө ҡала бирә.
       Күп йыллыҡ пландарҙы бер кеше - Фәнил Дәүләтшин бойомға
       ашыра. Ул эшселәр яллай, һәм ике аҙна эсендә ауылда ағас бина ҡалҡып сыға. Кирбестән төҙөү ваҡыт талап итә, ә Фәнил ауылдаштарына бүләкте Ҡорбан байрамына өлгөртөргә ниәтләй. М әсеткә электр линияһы үткәрә, йылытыу селтәренә тоташтыра, ү ҙ өйөнән балаҫтар һәм мебель алып килә. Байрам көнөндә йылы һәм уңайлы бүлмәләрҙә 150 - гә яҡын кеше - ауыл аҡһаҡалдары,
       йәштәр һәм балалар йыйыла. Бөгөн, мәсет асылыуына ярты йыл үткәндән һуң да, һәр йома көнө был йорттан диндарҙар өҙөлмәй . Һәм киләһе яҙ һәм йәй айҙарында был изге урында кирбестән бина һалына башлағас та ағас мәсет үҙенең ишектәрен бикләмәй . Шулай итеп ағас ҡоролма тирәләй яңы - кирбес бина барлыҡҡа
       килә, ул барлыҡ мосолман йолаларын иҫәптә тотоп һалына. Элеккеһен кран ярҙамында яңы бинанан сығарасаҡтар, унда имам йәшәйәсәк.
       Йоматауҙарҙың пландары ҙур. Улар яңы мәсет асыу өсөн ҙур байрам етеүен көтә, шул саҡта мәсеттең ғүмере оҙон буласаҡ, яҡшы дини әҙәбиәт йыйырға, хатта урындағы мәҙрәсәлә дин ғилемен уҡыта башларға ла ниәттәре бар. Ә иң мөһиме - ауылдаштар хәҙер барыһы бер түбә аҫтында йыйыла ала, һәм бында уларҙың һәр береһенә урыны ла, изге һүҙе лә табыласаҡ.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал