6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Әлиә Баһаутдинованың "үҙ йөҙө"
10.07.06


       Төҫтәр ҡушылмаһы, аҡлы - ҡаралы таптар һәм картина буйлап сабыусы төрлө төҫтәге бурандар - былар барыһы бергә экспрессионизм тип йөрөтөлә.
       - Сәнғәттең был йүнәлеше миңә бик тә оҡшай, сөнки матур төҫтәр киңлегендә йәнең теләгән һүрәтте күҙ алдына килтерерг ә
       мөмкин. Иң мөһиме - бындай картина һәр саҡ йомаҡ булып ҡала . Төрлө төҫтәр үрелешендә авторҙың нимә әйтергә теләгәнен үҙеңә асыҡларға кәрәк, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша йәш рәссам Әлиә Баһаутдинованың күргәҙмәһенә килгән тамашасыларҙың береһе.
       - Мин 1981 йылдың өсөнсө сентябрендә Өфөлә донъяға килгәнмен. Өфөләге 64 - се һөнәри лицейҙың художество - биҙә ү бүлегендә уҡыным, 2002 йылда - Өфө сәнғәт училищеһын тамамланым, - тип һөйләй үҙе тураһында рәссам ҡыҙ. Бөгөн Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество - графика факультетында белем алам. Һайлаған йүнәлешем - абстракт экспрессионизм. Күргәҙмәлә 14 һүрәт ҡуйылған. Улар һуңғы ике йылда төшөрөлдө. Ә инде шәхси күргәҙмә - иҫәп буйынса өсөнсөһө.
       Әлиә - республика һәм халыҡ - ара күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаш а, улар араһында "Арт - Манеж - 2004" һәм "Аҡ раштыуа" (Мәск әү
       милләттәр йорто), шулай уҡ "Айҙар балҡышы - 3" (Төркиә), Халыҡ - ара заман сәнғәте фестивале (Магнитогорск), "Томография" художество проекты ( Өфө) ла бар. Ремонттан һуң
       яңы асылған Рәссамдар берләшмәһе залында беренсе булып күргәҙмә ойоштороу хоҡуғы ла уға юҡҡа бирелмәгән. Күп кенә
       арҙаҡлы рәссамдар һәм сәнғәтте һөйөүселәр ҡыҙҙы "талантлы, ҙур өмөттәр вәғәҙә итеүсе автор" тип һанай, уның өсөн был күргәҙмә "ҙур, ҡыҙыҡлы ижади тормошҡа путевка" булып торасаҡ.
       - БР Рәссамдар берләшмәһенең күргәҙмәләр залы йәш рәссамдарҙың күргәҙмәләрен ойоштороу өсөн бик уңайлы урын, -
       тип һанай БР билдәле рәссамы Вәсил Ханнанов. - Йәш таланттарға үҙ күргәҙмәләрен мөмкин тиклем йышыраҡ үткәрергә
       кәрәк, был уларға һөнәри үҫеш мөмкинселеге бирә. Быға бәйле
       Әлиә өсөн бик шатмын.
       - Йәш рәссамдың үҙ йөҙө бар. Һәм беҙ уның мөмкин тиклем нығыраҡ "асылыуын" һәм юғалып ҡалмауын, үҙенә ышаныуын теләйбеҙ, - ти авторҙың ҡәләмдәштәре.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал