6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Бейеклеккә осоусы егет
04.07.06


       Тиҙлеккә ҡаяға үрмәләүсе Евгений Вайцеховский (Өфө) Европ а чемпионы исемен яуланы. Екатеринбург ҡалаһындағы был еңеүҙе сенсация тип түгел, көтөлгән еңеү тип әйтеү дөрөҫөрәк
       булыр, моғайын. Евгений - тиҙлеккә ҡаяға үрмәләүселәр араһында иң көслө спортсыларҙың береһе. Был төрҙә уға бер нисә рәсәйле генә ҡаршы тора ала.
       Һәм был юлы ла Вайцеховский күрһәткән һөҙөмтәләр башҡаларға өмөт ҡалдырманы. Квалификация турнирында уҡ ул башҡаларҙан күпкә алда килеп, үҙенең алдынғылар рәтендә булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне.
       Тағы бер яҡташыбыҙ Александр Пешехонов ҡаяға үрмәләү буйынса тәүге ярышта икенсе урынға сыҡты. Тиҙлек бүлегендә
       финал ярыштарында ҡатнашыуға бөтәһе 16 ҡаяға үрмәләүсе квалификация үтте. Уларҙың етәүһе илебеҙ намыҫын яҡлап сығыш яһай.
       Финалдың һигеҙҙән беренсе өлөшөндә Вайцеховскийға немец спортсыһы Йонас Бауман тура килде - ярыштар селтәренә квалификация үтеүселәр араһында ул иң көсһөҙө. Йәғни, рәсәйлене был йәһәттән бер ниндәй ҙә проблема борсоманы, тип
       әйтергә кәрәк. Ул хатта ашыҡманы ла буғай. Ике уҙыш
       һөҙөмтәләре буйынса Германия вәкиле рәсәйленән 14 секундҡа артта ҡалды - был ваҡыт эсендә Вайцеховский маршрутты тағы ике тапҡыр үтә алыр ине.
       Мәләүез спортсыһы Александр Пешехоновтың да швейцар Седрик Лашатҡа бәйле проблемалары булманы, айырма - ун секунд тирәһе.
       Сирек финалда иһә башҡорт спортсыларына ҡаршы тороусылар я райһы уҡ лайыҡлы булды. Вайцеховский Украинаның данлыҡлы улы
       Максим Стенковскийҙы турнирҙан "бәреп" сығарҙы, иҫәп
       айырмаһы дүрт секундтан ашыу.
       Пешехонов шулай уҡ Украина вәкилен Европа чемпионатынан сығарыуға үҙ өлөшөн индерҙе ( көнбайыштағы күршеләр быйыл
       ниңәлер уңа алмай). Олексий Шульга менән көрәш ярайһы уҡ көсөргәнешле булды һәм Пешехонов унан ике ярым секундҡа алдараҡ килде.
       Ярымфиналда тик рәсәйлеләрҙең генә ҡатнашыуы бер кемде лә аптыратманы булһа кәрәк. Вайцеховский был стадияла йәш Валерий Воробьевты 9,71 секундҡа артта ҡалдырҙы. Икенсе стартта уның ярышташы артыҡ өҫкә ынтылманы ла, трассаны тыныс ҡына үтеүҙе хуп күрҙе.
       Пешехонов иһә Сергей Синицинға ҡаршы сыҡты. Йомғаҡлау ваҡыты буйынса, Синицин Мәләүез егетен 1,09 секундҡа артта ҡалдырҙы.
       Әммә был "ҡош" та оҙаҡ османы. Вайцеховскийҙың финалдағы сығышына ҡарата бер шелтә һүҙе лә әйтерлек түгел. Ул - берен се!
       Өсөнсө урын өсөн ярышта Александр Пешехонов Валерий Воробьев менән уҙышты һәм һөҙөмтәлә унан 0,88 секундҡа алда килде. Әлеге ваҡытта Европа чемпионы поезда Екатеринбургтан Өфөгә "сәйәхәт" ҡыла. Шуға күрә спортсы менән һөйләшеп
       булманы. Ә бына уның тренеры Любовь Степанова беҙҙең гәзит өсөн интервью бирҙе:
       - Эйе, һеҙ хаҡлы. Был еңеүҙе көтөргә мөмкин ине. 20 йәшен дә Вайцеховский тиҙлеккә үрмәләү буйынса донъяла иң көслө спортсыларҙың береһе. Хәйер, уға ҡаршы конкурент булырлыҡ егеттәр ҙә бар, шул уҡ Синицин, мәҫәлән. Был ярышта Женя һәйбәт сығыш яһаны, тип һанайым, сөнки старттан стартҡа ул яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтә килде. Минең ҡарамаҡҡа, Европа чемпионатының "бронза" миҙалын алған Пешехонов та лайыҡлы
       сығыш яһаны.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал