6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Буласаҡ әсәләргә бағышлана
04.07.06


       - Үә - үә - үә, - сабый тыйыла алмай илай, ә йәш әсә уны ң карауаты тирәләй йүгергеләй һәм балаһын ҡулына алырға баҙна т итмәй: - Яңыраҡ ҡына имеҙҙем бит. Табип тик өс сәғәт аша ғына имеҙергә ҡушты. Тағы ла асыҡтымы икән ни - тип үрһәлән ә ул.
       Совет осоро ғаиләләренең һәр береһендә тип әйтерлек ошондай
       күренешкә шаһит булырға мөмкин ине. Әммә врачтарҙың был эксперименты бер ҙә файҙаға булманы. Улар арҡаһында бөгөн инде үҙҙәре ата - әсә булған балаларҙың бик аҙы ғына көслө иммунитеты менән маҡтана ала.
       Иң хәүефлеһе, бөгөнгө йәш әсәләр шул уҡ хатаны ҡабатлай һәм имсәк һөтөнә ҡарағанда яһалма аҙыҡты хуп күрә. Улар алты
       айға тиклем балаға мотлаҡ һәм етерлек аҙыҡ булып әсәһенең
       һөтө генә тороуын аңламай. Ул һәр ваҡыт ҡулланыуға әҙер һәм баланың даими рәүештә үҙгәреп тороусы ихтыяждарына тап килә.
       Өҫтәүенә һөт - продукт ҡына түгел, унда баланы рак, шәкәр диабеты, отит һәм башҡа сирҙәрҙән һаҡлаусы антиматдәләр бар.
       Бынан тыш, имеҙеү әсә һәм бала араһында психологик элемтә
       булдыра һәм баланың эмоциональ һәм интеллектуаль үҫешенә
       ыңғай йоғонто яһай.
       Алты айға тиклемге сабыйҙы башҡаса туҡландырыу уға потенциаль хәүеф менән янай. Өҫтәүенә балалар өсөн етештерелгән аҙыҡ ниндәй генә булмаһын, үҙенең туҡланыу сифаттары буйынса ул имсәк һөтөнә етмәй. Ярты йәштән һуң баланы башҡа төрлө аҙыҡҡа ла өйрәтә башларға мөмкин, шул уҡ ваҡытта тәбиғи туҡландырыу дауам итергә тейеш. Һәм өҫтәмә
       аҙыҡты ла өй шарттарында әҙерләү яҡшыраҡ.
       Был кәңәштәрҙе мин һәм коллегаларым Башҡортостанда ВОЗ/ЮН ИСЕФ - тың "Балаға ҡарата изгелекле дауахана" инициативаһын артабан үҫтереүгә арналған матбуғат конференцияһында алдыҡ.
       РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының баланы и мсәк һөтө менән туҡландырыуҙы пропагандалау, яҡлау һәм
       дәртләндереү буйынса ғилми - ғәмәли үҙәк етәксеһе Любовь Абольян ҙур үкенес менән үҙенең барлыҡ уникаль
       үҙенсәлектәренә ҡарамайынса, имсәк һөтө менән туҡландырыу
       үҫешкән илдәрҙә лә, үҫешеүсе илдәрҙә лә онотолоу хәүефе алдында тора тип билдәләне. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаларының Балалар Фонды инициатор булып сығыш яһаған "изгелекле" дауаханаларҙы практикаға индереү бик тә мөһим. Рәсәйҙә был
       инициатива 1994 йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә бала табыу йорттары бала тыуғандан алып уның тәүлек әйләнәһенә әсәһе янында булыу практикаһына күсә.
       Республикала Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан "Балаға :`p`r` изгелекле дауахана" проекты бала табыу һәм балалар учреждениелары эшмәкәрлегенә әүҙем индерелә. Айырып әйткәндә, халыҡ - ара эксперттар ҡатнашлығында өйрәтеүсе семинарҙар үткәрелә, дауалау - профилактика учреждениелары "изгелекле" дауаханаларға булған талаптарға ярашлы итеп үҙгәртелә. Республиканың перинаталь үҙәге эргәһендә лә имсәк һөтө менән туҡландырыуҙы яҡлау һәм дәртләндереү буйынса үҙәк булдырылған.
       "Балаға ҡарата изгелекле дауахана" тигән почетлы статус балаларҙы имсәк һөтө менән туҡландырыуҙы әүҙем пропагандалаусы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына бирелә. Любовь Абольяндың һүҙҙәренә ҡарағанда, имсәк һөтө менән туҡландырыу буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң алд ынғы дүрт субъекты иҫәбенә инә. Бөтә Рәсәй буйынса уртаса кү рһәткес 35 процент булһа, Башҡортостанда ул 71 процент тәшкил итә - нәҡ шул тиклем бала ғүмеренең тәүге йылында төрлө ҡатнашмалар менән түгел, ә әсәһенең имсәк һөтө менән туҡлана.
       Беренсе булып "Балаға ҡарата изгелекле дауахана" тигән халыҡ - ара исемгә 2001 йылда Өфөнөң 8 - се һанлы дауаханаһы
       һәм Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы лайыҡ булды. 2003 йылда был исем тағы ла Баймаҡ, Миәкә, Шишмә, Яңауыл үҙәк район дауаханаларына, Туймазы үҙәк район дауаханаһының бала табыу йортона бирелә. 2004 йылдан башлап был исемде Туймазы үҙәк р айон дауаханаһының ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы һәм
       балалар поликлиникаһы, Бәләбәй ҡалаһы һәм районының акушерл ыҡ стационары, ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы, Балтас үҙәк
       район дауаханаһының акушерлыҡ бүлеге, ҡатын - ҡыҙҙар һәм балалар консультацияһы, Архангель үҙәк район дауаханаһының акушерлыҡ бүлеге, Сибай перинаталь үҙәге, ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы, балалар поликлиникаһы, Дүртөйлө үҙәк район
       дауаханаһының ҡатын - ҡыҙҙар һәм балалар консультацияһы ла
       йөрөтә башлай. Үткән йылда был исемгә Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, К үгәрсен үҙәк район дауаханаларының акушерлыҡ бүлектәре һәм ҡ атын - ҡыҙҙар консультациялары, Өфөнөң 43 - сө
       поликлиникаһы, Ағиҙел ҡалаһының акушер бүлеге, балалар һәм ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы лайыҡ булды.
       Баланы имсәк һөтө менән туҡландырыуҙы яҡлау һәм
       дәртләндереү буйынса республика үҙәге етәксеһе Әҙип
       Мөкминов журналистар менән осрашыу ваҡытында билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ перинаталь үҙәге, Мораҡ үҙәк район
       дауаханаһының балалар консультацияһы, Күмертау ҡалаһы, Стәрлебаш, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының бала табыу йорттары, балалар поликлиникалары һәм ҡатын - ҡыҙҙар
       консультациялары "изгелекле йортҡа" әүерелеүгә өмөт итә ала .
       Күренеүенсә, "изгелекле" дауаханалар тормошобоҙға әүҙем
       инә бара һәм медицина был йүнәлештә шулай уҡ һөҙөмтәле саралар күрә. Дөрөҫөрәге, имсәк һөтө менән тәҡландырыу мәсьәләһендә ул үткәненә, йәғни, әсәлек тәбиғәтенә кире ҡайт а.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал