6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Камил Ғирфанов: "Атеист булыу модала түгел"
30.06.06


       Бер сиктән икенсе сиккә ташланыу - йәмғиәттең идеологик таяныстарын эҙләүсегә хас һыҙат. Студент ҡыҙ Рим ҡалаһы Грецияла, ти икән, был көлкө тыуҙыра. Әммә диндар кеше үҙене ң нимәгә ышаныуын йүнләп аңлата алмаһа, йәмғиәткә саң ҡағырғ а ваҡыт еткән. Бөгөн республикала, хәйер, тотош Рәсәйҙә лә бармаҡ менән генә һанап сығырлыҡ булған дин белгестәре араһындағы ғилми - тикшеренеү синыфының иң сағыу
       вәкилдәренең береһе Камил Ғирфанов 39 йыл дауамында дин тураһында һөйләй.
       - Камил Вәли улы, тикшереү предметына ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеүе ауыр булманымы Быға тиклем кире ҡарашта булған әйберҙе ярата башларға мөмкинме
       - Минең предметым "Фәнни атеизм нигеҙҙәре" тип атала ине, ә хәҙер - "дин өйрәнеү". Ул дәүер шәхсән минең өсөн артыҡ ҡыйынлыҡһыҙ тамамланды. Сөнки динде тәнҡитләү күҙ уңында тотолһа ла, үҙ "дошманыңды" белергә һәм аңларға кәрәк ине. Киҫкен рәүештә динде кире ҡағыу өсөн, миңә башта дин тураһында ниндәйҙер мәғлүмәттәр хәбәр итергә тура килә ине,
       ғәҙәттә улар - тарихи планда була, шуға күрә минән көлгәндә ре лә булғыланы: "Ғирфанов телевидение йәки радионан сығыш яһай икән, тимәк берәй байрам етәлер!" Шуға күрә мин әлегә теге йәки был диндең тарихын һөйләгәндә, кире ҡағыу күҙлегенән тәнҡитләү өсөн ваҡыт та ҡалманы, хәйер бының арты ҡ кәрәклеге лә һиҙелмәне.
       - Ни өсөн бөгөн дини бәхәстәрҙе хәл итер һәм конфессионал ь проблемаларҙы тикшереү өсөн эксперт сифатында ғалимдарҙы
       торған һайын һирәгерәк саҡыралар
       - Мин студенттарға һәр ваҡыт ҡабатлайым: һуңғы ваҡытта ил дә сакралләштереү процесы көс йыя. Тормоштоң төрлө яҡтарына
       - сәйәсәткә, идеологияға һәм әхлаҡҡа дин һәм сиркәү йоғонто һо арта бара.
       - Был, һеҙҙеңсә, конфессияларҙың йоғонто өсөн көрәш эҙемтәһеме әллә ...
       - Конфессиялар араһында конкурентлыҡ һәр ваҡыт булды, бар
       һәм буласаҡ. Әммә бында барыһы ла нәҡ сакралләштереүҙең дөйөм процесы менән аңлатыла. Минеңсә, был беҙҙә 70 йыл дауамында барған "динде кире ҡағыуға" яуап реакцияһы үҙе тураһында белдерә. Ул ваҡытта марксизм дини идеологияға ҡаршы көрәште күҙ уңында тотһа ла, көрәш нәҡ дингә ҡаршы булды, әммә СССР - ҙа ул руханиҙарға ҡаршы көрәш формаһын
       алды...
       - Әммә ни өсөн нәҡ ғалимдарҙы "ҡапҡа төбөнән кире боралар " һуң Дәүләт - дин проблемаларын тикшереүҙә, мәҫәлән, йәмәғ әт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр ҡатнаша, улар ғәҙел ҡарашта була алмай бит.
       - Һеҙҙең һорауға мин яуап бирә алмайым. Был заман
       үҙенсәлеге. Сәйәсәттән алып мәҙәниәткә тиклем барлыҡ эштәргә лә бер яҡлы ҡараш һаҡлана. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта
       төрлө фән вәкилдәре дини мәсьәләләр менән шөғөлләнмәй. Был
       төшөнсә моданан сыҡты, дәрәжәһен юғалтты тип әйтергә була. Хәлдең нормаль булмауы фән өлкәһе тикшеренеүселәренең дин тәбиғәте хаҡында үҙҙәренең аныҡ ҡына фекерен белдереүҙән баш тартыуына бәйле барлыҡҡа килә.
       Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалимдарҙың күпселеге әйтелгән проблемаларҙан ситләште. Ә бит ғалимдар өсөн иң изгеһе - нәҡ
       фәнни белемдәрҙе пропагандалау.
       - Фән һәм дин төшөнсәләре һаман да уртаҡ тел таба алмай тигәнде аңлатамы был Әллә эш донъяға матди һәм дини ҡараштың конкурентлығындамы
       - Үҙ ваҡытында саф фәнни ғилемде пропагандалаусыларҙың
       күптәре дин пропагандистарына әйләнде. Улар араһында ярайһы
       уҡ билдәле исемдәр бар. Был, минең ҡарамаҡҡа, шикле эҙмә - эҙлекһеҙлек. Улар элек тә материалист булмағанға оҡшай, әммә
       бөгөн дә ысын диндарҙар булыуы ышаныс тыуҙырмай.
       - Һеҙ университеттағы кисәге мәктәп уҡыусыларын дәүләт хеҙмәте академияһындағы өлкәндәр менән сағыштырыу мөмкинлегенә эйә. Тәүгеләре ғаиләләрҙә дини тәрбиә йәһәтенән
       эштең нисек тороуын, икенселәре - уларҙың балаларға нимә
       бирә алыуын күрһәтә. Беҙҙең граждандар дингә яҡынлашты тип әйтергә мөмкинме
       - Тик уларҙың белем кимәле артманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,
       яҡшы тәрбиә биреүсе кадрҙар булмауы - заман диндәренең ҙур
       фажиғәһе ул. Мосолмандарҙың да, христиандарҙың да күпселеге үҙ дине төшөнсәләрендә һай йөҙә. Ғөмүмән, белмәйҙәр, тип тә әйтергә була. Һәм был белмәүселек - кемдер
       бик дөрөҫ әйткән, үҙ динеңде белер өсөн бөтә диндәрҙе лә белергә кәрәк - беҙҙең замандың айырым билдәһе. Бына миңә аңлатығыҙ инде, йәмғиәттә дин һәм аҡһөйәктәр дәүләтенең нормаль һыйышып йәшәүен нисек тәьмин итергә мөмкин
       - Ә бәлки уларҙы айырыу кәрәк тә түгелдер
       - Дин ниндәйҙер кимәлдә йәмғиәтте нығыта, әммә уның ролен хәл иткес тип һанарға ярамай. Әлбиттә, беҙҙә, йәнәһе, элек дингә ышаныу ҙа, юғары әхлаҡлылыҡ та бар ине, ә бына Алланы онотоп, ҡанундарҙы үтәмәгәс, башланды ла инде, тип әйтергә яраталар... Шулай догмат барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, дин мәсьәләләренә һәр кем бик һаҡсыл ҡағылырға тейеш - был бик
       нескә һәм хәүефле күренеш тиер инем. Беҙҙең барыбыҙға тыңлай белеү һәм иң мөһиме, ишетә белеү етмәй.
       Юридик йәһәттән барлыҡ конфессиялар ҙа тигеҙ хоҡуҡлы, һәм
       дәүләткә даими рәүештә үҙенә һәм башҡаларға ла паритеттың һаҡланырға тейешлеген хәтергә төшөрөп торорға кәрәк. Әйткәндәй, дин әһелдәре лә, атеистар ҙа үҙҙәренә ҡарата яҡшы
       мөнәсәбәткә лайыҡ.
       - Ғалим - дин белгесе, шул уҡ ваҡытта диндар ҙа булып, тикшеренеүсе һәм педагог ғәҙеллеген һаҡлап ҡалыу мөмкинме
       - Был ауыр, әммә мөмкин. Һәм был, әйткәндәй, донъяуи мәғарифтың киҫкен проблемаһы: нисек итеп диндар уҡытыусыға уҡыусыларҙы үҙ яғына ауҙарыу мөмкинселегенән тыйылып ҡалырға

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал