6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Июнь. Ҡыш тау артында түгел
27.06.06


       Торлаҡ - коммуналь өлкәлә эшләүселәрҙә ял ҡайғыһы түгел. Йылытыу сезоны тамамланыуға ни бары ай ярым ваҡыт үтте, әммә киләһе сезонға әҙерлек эше ҡыҙған да инде. Апрелдән башлап торлаҡ - коммуналь хужалыҡ объекттарын әҙерләү буйынса ҡала һәм район штабтары 2006 - 2007 йылдарҙағы
       йылытыу миҙгеленә әҙерләнә. Алты меңдән ашыу торлаҡ йорт һәм дөйөм ятаҡ, 400 - ҙән ашыу мәктәпкәсә учреждение, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, 717 километр йылылыҡ селтәре, 6000 километрҙан ашыу электр селтәрҙәрен һәм башҡа бик күп объекттарҙы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә
       әҙерләп өлгөрөргә кәрәк.
       Бөгөн Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ла һүҙ ҡышҡа әҙерлек тураһында барҙы. Был й үнәлештә эш барышы хаҡында "БР Өфө ҡалаһы ҡала округының тор лаҡ хужалыҡ идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһының ге нераль директоры Борис Герасимов бәйән итте.
       Бөгөнгө көнгә Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы үҙәк һәм яғып йылытылыусы планлаштырылған торлаҡ йорттарҙың яртыһын ҡ ышҡылыҡҡа әҙерләгән. 17 йортта түбәне, 22 йортта - үҙәк йылытыу системаһын, 37 йортта - һыуыҡ һәм эҫе һыу үткәргес торбаларҙы капиталь ремонтлау талап ителә.
       Билдәләнгән графиктар буйынса "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Газ - сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй. Йылылыҡ үткәреү трассалары, йылылыҡ
       селтәрҙәре, ҡаҙанлыҡтар һәм йылытыу пункттары ремонтлана. Электр тапшырыу ҡоролмаларының кабель һәм һауа линиялары
       алмаштырыла. Газ үткәргес тә ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек үтә. "Уфаводоканал" муниципаль унитар предприятиеһы һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәрен алмаштыра.
       БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы ҡар таҙартыу техникаһын әҙерләй,
       юлдар ремонтлана, ҡом - тоҙ ҡатнашмаһы әҙерләнә.
       Герасимов әлеге ваҡытта БР Хөкүмәте һәм Коммуналь хужалыҡ
       министрлығы яғынан ярҙам талап иткән проблемалы мәсьәләләр юҡ, тип белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал