6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Шәжәрә - ассорти Әллә фәрештәләр менән бәйләнешме
23.06.06


       Белмәһәң - бел, юҡ икән - төҙө. Мин шәжәрәне күҙ уңында тота м. Уның тураһында ишеткәнегеҙ бармы
       Катерина, 25 йәш:
       - Белмәйем, ишеткәнем дә юҡ.
       Руслан, 17 йәш:
       - Ниндәйҙер ҡурай шикелле.
       Дмитрий, 23 йәш:
       - Сәнғәт донъяһынан килгән һүҙ
       Виталий, 45 йәш:
       - Ойошма аббревиатураһы.
       Александр, 55 йәш:
       - Тамыры француз теленән булғанға оҡшай. Берәй ашамлыҡ исемелер, моғайын.
       Бына ошондай яуаптар. Улар өсөн Баймаҡ районының беренсе синыф балалары һеҙгә икеле сәпәр ине. Бәлки Руслан менән Дмитрий бәләкәй генә өскә өмөт итә алыр.
       Әлегә тиклем шәжәрәнең нимә икәнлеген белмәгәндәргә үҙҙәренең ата - бабаларын иҫкә төшөрөргә тәҡдим итәм. Улар тере булһа, ярҙам итерҙәр ине, әлбиттә. Ата - бабалар үҙҙәре нең ете быуынына тиклем белгән һәм шәжәрә, генеалогик йыльяҙ ма
       алып барғандар. Ул ғына ла түгел, ата - бабаларҙың 30 - 40 быуынға тиклемге генеалогияһы телдән - телгә тапшырылып килгән! Һуңыраҡ шәжәрәнең яҙма варианттары барлыҡҡа килә.
       2007 йылда "Шәжәрә байрамы" үткәреү мәсьәләһе буйынса ойошторолған семинар - кәңәшмәлә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова һөйләүенсә, төрки шәжәрәләренең иң боронғо яҙма варианты булып ун дүртенсе быуат тарихсыһы Фазлаллах Рәшит - әт - диндең "Йыльяҙмалар
       йыйынтығы" һанала, автор 1312 йылда вафат була. Йыйынтыҡта генеалогик белешмәләр ҙә бирелеп, төрки ҡәбиләләренең тарихы
       бәйән ителә.
       Шәжәрә тексында түбәндәге юлдар бар:
       - Оғуз бөйөк батша, һәм ул, донъяға идара итеүҙе үҙ ҡулын а
       алып, ғәйәт ҙур хазина һәм иҫәпһеҙ - һанһыҙ малға эйә була. Улар хәҙер барыһы ла һеҙҙеке. Һеҙ алты ағай - эне, дүртәр улығыҙ бар, йәмғеһе 24 быуын. Киләсәктә улар араһында талаш
       ҡубыуын Хоҙай ҡушмаһын. Балаларығыҙҙың һәр береһе үҙ урынын, шөғөлөн, исемен, шулай уҡ ырыу атрибуттарын белергә тейеш. Был дәүләттең тотороҡлоғо һәм һеҙҙең ырыуҙарҙың яҡшы исеме өсөн кәрәк.
       Башҡорт шәжәрәләре лә шундай уҡ роль уйнай. Уларҙы һәр
       ырыу төҙөй. Башҡорттарҙың ырыу общиналары тарҡалғас, уны туғандаш ауылдар төркөмөндә йәки бер ауылда йәшәүселәр, хатта айырым ғаилә ағзалары ла төҙөй башлай. Бындай шәжәрәгә ғәҙәттә ауыл йәки ғаиләләге ир - аттарҙың исем - шәрифтәре яҙыла. Үҙ шәжәрәңде белеү мотлаҡ һанала.
       Замандаштар, айырыуса ғалимдар өсөн шәжәрәнең роле бик ҙур. Мәҫәлән, улар башҡорттарҙың Алтын Урҙаға һәм Рус
       дәүләтенә ҡушылыу үҙенсәлектәрен, башлыса алғанда, килешеү принцибын асыҡларға ярҙам итә. Был турала юрматы, тамьян, ҡыпсаҡ, үҫәргән ырыуҙарының шәжәрәләрендә теркәлгән. Үҫәргән һәм табындарҙың шәжәрәләре башҡорт ҡәбилә юлбашсыларының Сыңғыҙхан менән үҙ - ара мөнәсәбәте тураһындағы тарихты беҙҙең көндәргә килтереп еткергән.
       Нәҫел - зат тураһында мәғлүмәт һәм тарихи ваҡиғаларҙан ты ш, шәжәрәлә теге йәки был ырыуҙың йәшәү территорияһы, көнкүреше, ғөрөф - ғәҙәттәре, әхлаҡи - этик һәм юридик нормалар, мифология, халыҡ - тел ижады, башҡорт халыҡ
       әҙәбиәте тураһында бай материал бар.
       Күренеүенсә, шәжәрәнең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Һәм ата
       - бабаларыбыҙҙың барлыҡ яҡшы йолаларын йәштәр лайыҡлы
       баһалаһын өсөн, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү сиктәрендә,
       республикабыҙ Хөкүмәте "Шәжәрә байрамы үткәреү тураһында" Ҡ арар ҡабул итте.
       - Әгәр йәштәр үҙ тамырҙарын һәм тыуған яғының тарихын белһә, ул башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡарата ла ихтирамлы
       буласаҡ, - тине Республика йортонда үткән семинар - кәңәшмә лә БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ксенофобия, расистлыҡ тенденцияларына ылығыусан. Һәм был осраҡта ла шәжәрә байрамы тәрбиәләү планы буйынса
       ҙур ярҙам күрһәтергә һәләтле.
       Чечен, ҡабарҙы халыҡтары үҙ тамырҙарын унынсы быуынына тиклем белә, тине Илдус Ғөбәйҙулла улы. Беҙҙә иһә бындай хәлде күпселек Баймаҡ районында күрергә мөмкин. Муниципаль райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары Хәлит Сөләймәнов ҙур ғо рурлыҡ менән коллегаларына уҡыусыларҙың уңышы тураһында һөй ләне. Уларҙың береһе үҙ ата - бабаларын эҙләүҙә 12 быуатҡа т иклем барып еткән!
       Шәжәрә байрамы республика өсөн яңылыҡ түгел, тип
       билдәләне Илдус Илешев. Башҡортостандың күп кенә райондарында ул даими рәүештә үткәрелә.
       2007 йылда халыҡ байрамы конкурстары араһында төп урынды шәжәрә смотры (ғаилә һәм ырыу шәжәрәләре) биләйәсәк. 2006 йылдың сентябрь айында Дүртөйлөлә планлаштырылған халыҡ
       байрамын уға "репетиция" тип әйтергә була.
       Шәжәрәгеҙҙе белергә һәм төҙөргә ашығығыҙ. Ниндәй милләттән булыуығыҙ мөһим түгел. Иң мөһиме - тарихҡа, тамырҙарығыҙға һәм, беренсе сиратта, үҙегеҙгә ихтирам тойғоһо һаҡлау. Ә ата
       - бабаларҙы, Фирҙәүес Хисаметдинова әйтеүенсә һаҡсы - фәрештәләр менән сағыштырырға мөмкин. Тимәк улар менән рухи бәйләнеште өҙөргә ярамай.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал