6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Рядовой Ивановтың сере, йәки ҡайғы килтереүсе йөк
18.12.03


       2002 йылдың 13 мартында Миәкә районының ҙур булмаған ҡаса баһында йәшәүсе күп балалы, берҙәм Ивановтар ғаиләһе өсөн кө н ғәҙәттәгесә башлана. Тик иртәнге сәғәт 11 - ҙә барыһын да фажиғәле хәбәр шаңғыта: Денис һәләк булған. Ул Мәскәү өлкәһе нең Люблино ҡалаһында хеҙмәт итә, күптән түгел генә өйөндә б улып та киткән. Бөтөнләйгә ҡайтыуына ла күп ҡалмаған инде, б ары ярты йыл. Өлкән ҡыҙҙары ирҙәре менән район военкоматына бара, тик унда был хәбәрҙе дөрөҫләйҙәр генә. Денистың үлеүе тураһында рәсми хәбәр һуңыраҡ килә, унда рядовой Ивановтың а ҫылынып үлеүе тураһында яҙыла.
       "200" номерлы ҡурҡыныс йөктө өс көн үткәс, иртә менән алы п ҡайтып еткерәләр. Уны шәхси состав менән эш алып барыусы м айор Паранжиев һәм Денистың яҡташ һалдаттары Ғәлимов, Дарено в һәм Ғиләжев оҙатып килә. Табуты ергә төшөргәндә ишек алдын а һәләк булған егеттең ун бер туғаны йыйыла. Уларҙың өсәүһе мәктәп уҡыусылары ғына була әле. Күҙ йәштәрен берәү ҙә йәшер мәй, үкһеп иламаған кеше ҡалмай был көндө. Ошо уҡ көнө һалда тты ер ҡуйынына тапшыралар. Ата - әсә һәм туғандарының Денис тың үлем сәбәптәре тураһындағы һорауҙарына майор асыҡ ҡына и теп яуап бирә алмай, һуңынан бөтөнләй һөжүмгә күсеп, егеттең
       үҙ - үҙен үлтереү сәбәптәрен ғаиләһенән эҙләргә керешә. Ҡай ғыһынан ҡарайған әсәнән нисек итеп бала табыуы, тапҡан ваҡыт та бала имгәнеме тигән һорауҙар бирергә лә тартынмай ул. Әмм ә әсә был һорауҙарға яуап бирерлек хәлдә булмай.
       Майор
       Июнь айында Денистың апаһы Ольга Иванова ҡустыһы хеҙмәт иткән часкә барып, һалдаттар, ротала бергә хеҙмәт иткән иптә штәре менән һөйләшеп Денистың үлем сәбәптәрен асыҡларға ҡар ар итә. Майор Паранжиев ҡыҙға ғаиләнең был тиклем ҡайғырыр тип уйламағанлығын таный. Йәнәһе, ғаиләлә улар күп бит, бер баланы юғалтыу бик үк ҡурҡыныс түгелдер, моғайын... Һуңынан,
       Мәскәү хәрби округы прокуратураһында булып, майорҙың нисек отчет биргәнлеген белә. Ивановтарҙың ғаиләһен имен булмағанд ар рәтенә индерә ул ( күп балалы булғанғамы икән). Ә ысынын да иһә Ивановтар етеш йәшәй, эшһөйәрҙәр, балалар бары тик яҡ шы билдәләренә генә уҡый. Мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыу й орттарында белем алып, төрлө һөнәрҙәргә эйә булалар. Ольга, мәҫәлән, юғары педагогик белемгә эйә. Ғаиләлә бөтәһе лә бер - береһе тураһында хәстәрлек күреп йәшәй. Нисек итеп был ма йорҙың иғтибарынан ситтә ҡалғандыр - аңлашылмай. Әммә Мәскәү гә ҡайтҡас ул ниндәйҙер күрәҙәсегә барырға ваҡыт таба. Уныһы
       иһә "был бала ерҙә лә, күктә лә - береһенә лә кәрәк түгел" тип тынысландыра. Замполит Ольгаға үҙенең астрология фәнен я ҡшы белеүен дә күрһәтә. Уның иҫәпләүе буйынса, йәнәһе, Денис
       өсөн ул көн бик насар килә, тыуы йылы һәм көнө лә егеттең ф ажиғәле яҙмышы тураһында һөйләй ине ти ул.
       Нисек кенә булмаһын, Ольга һалдаттарҙы көтөп ала һәм ҡуст ыһы тураһында һораша. Улар барыһы ла Денисты дуҫы итеп һанағ анын асыҡлай ул. Паранжиев Денис тыуған яғына ҡайтып килгәнд ән һуң һөйләшмәҫкә әйләнде, йыш илай торғайны тип ҡабатлаһа,
       егеттәр иһә киреһенсә, уның тормошто яратыуы, шаян булыуын,
       һәр ваҡыт йылмайып йөрөүен хәтерҙәренә төшөрә.
       2002 йылдың 21 мартында нимә булған һуң Һалдаттар көнө б уйы академик Анохин урамындағы объектта эшләй. Денис менән у ның иптәше Ермолин 12 ҡатлы бинаның бер секцияһында була. 16 .30 - ҙа уларҙан башҡа бөтәһе лә ҡоро ҡатышма бушатырға йүнә лә. 17. 00 - дә Денис менән Ермолин беренсе ҡатта төрлө секц ияларҙы йыйыштырыу менән мәшғүл булалар. 18. 20 - лә барыһы
       ла бергә йыйылғанда, улар араһында Денис булмай. Уны бина б уйлап 21.30 - ға тиклем эҙләйҙәр, әммә һөҙөмтәһеҙ. 23. 00 - дә тревога иғлан ителә, Ивановтың аҫылыныуы мәғлүм була. Уны
       сәғәт ундар тирәһендә төҙөлөштөң прорабы тапҡан.
       Уңайлы версия
       Часть етәкселегенә һәм Мәскәү хәрби прокуратураһына барыһ ын да ғаилә конфликтына ҡайтарып ҡалдырыу уңайлы, әлбиттә. С әбптең дә "шәбен" табалар - күптән түгел өйөнә ҡайтып килгән , күп балалы ғаилә, тимәк, имен түгел, йәнәһе. Ивановтарҙың ҙур ғаиләһе генә Денистың үҙен үҙе үлтереүенә ышанмай. Әсәһе
       әйтеүенсә, балалар йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, фотоларға бик
       һаҡлы ҡараш тәрбиәләнгән. Ә Денистың тумбочкаһындағы фотола р юҡҡа сыҡҡан. "Үлемгә әҙерләнгән хәлдә лә Денис фотоларҙы я ндырмаҫ, өйгә ҡайтарыр ине", - тип иҫәпләй әсә.
       Ул көнө Денистың кем менән эшләүе хаҡында бер кем дә һора шмаған. Майор Ермолин менән тип иҫәпләй, яҡташы Ғәлимов иһә үзбәктәр ( көнъяҡ республикаларҙан саҡырылыусылар) менән ти . Бәлки егет уларҙың "юлына ҡаршы төшкәндер". Дөрөҫ, уларҙы ң береһе, Мәһәҙиев фамилиялыһы менән Денис дуҫлашып та йөрөг ән. Ул Ольгаға Фажиғәгә бер аҙна самаһы ҡалғас, Денис төшөнд ә үҙен үле тип күреп, унан кәңәш һорап йөрөүе тураһында хәбә р иткән.
       Ольга Мәскәүҙә асылған эште Өфө хәрби прокуратураһына еб әреүҙәрен һорап бик оҙаҡ йөрөй. Тик бер ниндәй ҙә яуап ала алмай.
       Исем һәм фамилиялар үҙгәртелгән.

Ирина Шипунова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал