6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Галеркала буш урындар бар әле: Нуреев фестиваленә ашығығыҙ!
20.06.06


       Рудольф Нуреев исемендәге ун икенсе халыҡ - ара балет сәнғәт е фестивале кисә кис Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын да "Кремль балеты" артистары башҡарыуында үлемһеҙ әҫәр "Роме о һәм Джульетта" спектакле менән асылды. Юрий Григоровичтың
       яңыса сәхнәләштергән спектакле Рәсәйҙең Ҙур театрында барған спектаклдән шаҡтай айырыла һәм бөгөнгө тамашасы талаптарына яуап бирә, тип әйтергә кәрәк. Һәм ул тағы ла фажиғәлерәк, сәхнәгә ҡуйыусы бер - береһен күрә алмаған
       Монтекки һәм Капулетти ғаиләләренең ярашыу ихтималлығына
       тамсы ла өмөт ҡалдырмай. Әммә бының спектакль өсөн зыяны юҡ, киреһенсә, финалды тамашасы ысынбарлыҡҡа яҡын тип ҡабул итә
       Әйткәндәй, легендар спектаклдәрҙе яңыса сәхнәләштереүҙе тамашасылар яратып ҡараусан. Уларҙа ваҡыт һулышы һиҙелә, һәм күп быуатлыҡ туҙанды бик һаҡсыл, әҫәрҙең тамырына зыян килтермәйенсә ҡағыу мөһим. Һәм бөгөнгө режиссерҙар был бурысты тулыһынса үтәүгә ирешә.
       Рәсәйҙең халыҡ артисы, "Кремль балеты" театрының художество
       етәксеһе Андрей Петров таныуынса, яңы рельстарға күсеүҙе ти ҙ арала башҡарып булмай, һәм быны тамашасының хуплап ҡаршы алыуы ҙур роль уйнай. Тамашасының аңлауы һәм труппаның тырышлығы арҡаһында "Кремль балеты" был этапты лайыҡлы үткән тип әйтергә була.
       Бөгөн кис өфөлөләр тарихи темаларға хореографик фантазиялар күҙәтеп ләззәтләнәсәк. Тамашасы иғтибарына Андрей Петров сәхнәләштергән "Наполеон Бонапарт" тәҡдим ителә. Андрей Борисович билдәләүенсә, постановка 1990 йылда,
       илдә ҡатмарлы һынылыштар осоронда барлыҡҡа килгән. Сәнғәт кешеләре был ваҡиғаларҙан шулай уҡ ситтә ҡала алмай һәм
       бейеүҙе тыныслыҡ өсөн "ҡорал" итеп һайлай. Ул тамашасыларғ а императорҙың тыуған көнөнән алып вафатына тиклемге иң сағы у 12 мәле тураһында һөйләй, һәм йәмғиәтте үткәндәге хаталарҙ ы ҡабатламаҫҡа саҡыра.
       Журналистар менән осрашыу ваҡытында "Кремль балетының" художество етәксеһе Башҡорт опера һәм балет театрының "Кремль балетынан" ике тапҡыр бәләкәйерәк булыуын иҫәпкә алып, урын алмашыныуы постановканың сифатына йоғонто яһамаҫына ышаныс белдерҙе.
       Нисек кенә булмаһын, Нуреев исемен йөрөтөүсе фестиваль йылдан - йыл үҙенең кимәлен күтәрә бара һәм сарала "Кремль балетының" ҡатнашыуы ла быға дәлил. Рәсәйҙә яҡшы билдәле балет солистарынан тыш, шулай уҡ Ҙур театрҙан Константин Иванов, Санкт - Петербургтың Мариинка театрынан Софья Ғүмәрова, Майя Думченко, Латвия Милли Операһынан Маргарита Д емьянока, Сергей Нейкшин, "Тойота - Сити Балеттан" (Япония) Юка Мияке, Мадридтан (Испания) Лаура Ормигон, Оскар Торрадо, "Бостон Балет Компанияһынан" (АҠШ) халыҡ артисы
       Роман Рыкин кеүек күренекле артистар сығыш яһаясаҡ.
       Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡтың
       бишенсе йыл рәттән фестивалгә ярҙам күрһәтеүе лә уның кимәле тураһында һөйләй. Агентлыҡ етәксеһе советнигы Наталья
       Уварова әйтеүенсә, "Мәҙәниәт үҫеше" федераль программа сиктәрендә үткәрелгән күп төрлө мәҙәни саралар араһында Нуреев исемендәге фестиваль юҡҡа ғына айырым урын биләмәй. Ү ҙ һүҙҙәрен раҫлап, ул сараны асыу тантанаһында агентлыҡ етәксеһе Михаил Швыдкойҙың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Ҡотлауҙа фестивалде йыл да үткәреүҙең халыҡ йолаларына һәм яҡташтар иҫтәлегенә юғары ихтирам күрһәткесе булыуы һыҙыҡ
       өҫтөнә алына.
       Быйыл балет сәнғәте фестивале Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арнала. Уны үткәреүгә республика 1 миллион аҡса бүлде. Был суммаға өҫтәп , Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ балет сәнғәте ҡарамағына 800 мең һум бүләк итте. БР Хөкүмәте
       Премьер - министры урынбаҫары, республиканың мәҙәниәт һәм м илли сәйәсәт министры Илдус Илешев республика Президенты Мор таза Рәхимов исеменән агентлыҡҡа рәхмәт белдерҙе һәм барыһын да сәнғәт байрамы менән ҡотланы.
       Әйткәндәй, студенттар театр кассаһында билетты ташлама менән һатып алыу хоҡуғына эйә. Билет хаҡы 50 һумдан мең һумғ а тиклем. 50 һум - галеркалағы урын хаҡы, әлбиттә. Әммә бер сәхнәлә шул тиклем йондоҙҙарҙың бер юлы сығыш яһауын ҡарау б әхете ҡыйбатыраҡ баһаланалыр, моғайын.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал