6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Фашизм һәм һуғышҡа ҡаршы
19.06.06


       Георгий Михайлович Димитров - Халыҡ - ара коммунистар ойошмаһы - Коминтерн етәкселәренең береһе, ә 1935 йылдан
       башлап уның башҡарма комитеты генераль секретары.
       Георгий Михайлович Димитровтың ( 1882 йыл 19 июнь - 1949 йыл 2 июль) эшмәкәрлеге уның фашизм һәм һуғышҡа ҡаршы оҙайлы героик көрәшенең дауамына әйләнә.
       1941 йылдың 22 июнендә, Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлауына бер нисә сәғәт үткәс, Коминтерн башҡарма комитетының секретариаты кәңәшмә йыя. Унда Георгий Димитров сығыш яһай. Эшмәкәрлекте Советтар Союзына гитлерсыларға ҡаршы көрәштә һәр яҡлы ярҙам күрһәтергә мөмкинселек бирерлек итеп ойоштороуға йүнәлтелгән
       махсус ҡарар ҡабул ителә.
       Ошо уҡ көндө ИККИ секретариаты сит ил компартияларына телеграмма һуға. "Һәр партияның үҙенсәлеген һәм эшмәкәрлек шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк, - тиелә телеграммала. - Шул уҡ ваҡытта герман башкиҫәрҙәренә ҡаршы берҙәм интернациональ халыҡ фронты менән, тигән уртаҡ лозунг аҫтында эшләргә тейешбеҙ".
       Коминтерндың башҡарма комитеты эшмәкәрлегенә етәкселек
       итеү өсөн һуғыштың тәүге көнөндә үк составына Георгий Димитров, Дмитрий Мануильский, Пальмиро Тольятти ингән төркөм төҙөлә.
       Дошман Мәскәүгә ынтыла. Коминтерндың башҡарма комитеты һә м уның учреждениеларын ваҡытлыса Өфөгә күсерергә хәл ителә.
       Октябрь айының икенсе яртыһында һәм һуңыраҡ бында Коминтерн етәкселәре, аппарат хеҙмәткәрҙәре килә башлай.
       Улар араһында Президиум ағзалары К. Готвальд, В. Коларов,
       И. Коплениг, О. Куусинен, Д. Мануильский, В. Пик, М. Торез, Эрколи (П. Тольятти), В. Флорин, Д. Ибаррури ҙа була.
       Георгий Димитров Мәскәүҙән 15 октябрҙә сыға, әммә 20 декабргә тиклем һуғыш ваҡытына илдең "запас" баш ҡалаһына әүерелгән Куйбышевта тотҡарлана. Өфөгә ул ҡатыны Роза Юльевна, улы Митко, аҫрауға алынған ҡыҙы Фани (ҡытай коммунисы, ИККИ Президиумы ағзаһы Ван Миндың ҡыҙы) менән кил ә.
       Өфөгә килеп төшөү менән Георгий Димитров эшкә тотона. Генераль секретарҙың кабинеты Ленин урамындағы 61 - се һанлы
       йорттоң икенсе ҡатында, һул яҡ ҡабырғала урынлаша. Һуғышҡа тиклем унда Пионерҙар һарайы була, бөгөн иһә - Пальмиро Тольятти исемендәге Өфө авиация техниккумы урынлашҡан.
       Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Өфөгә бик күп фабрика, заводтар, ғилми учреждениелар күсерелә, ҡалаға 104 мең кеше эвакуациялана. Шуға күрә коминтерновсыларҙың күп өлөшө Кушнаренға күсә.
       Г. Димитровтың Кушнаренға килеүе лә ошо ваҡытҡа тура киләлер, күрәһең, бында коминтерновсылар йәшәй, эшләй, уҡый,
       яңы алыштарға һәм фашистарҙы тар - мар иткәндән һуң үҙ илдәрендә яңы тормош төҙөргә әҙерләнә. Бындағы Коминтерн мәктәбенә күренекле болгар революционеры Рубен Аврамов етәкселек итә. Тиҙҙән Георгий Михайлович Коминтерн мәктәбенең йәштәр мәсьәләләре буйынса етәксе урынбаҫары
       кандидатураһын билдәләй, был вазифа ВЛКСМ делегацияһы ағзаһы А. И. Антиповҡа йөкмәтелә.
       Г. Димитровтың инициативаһы буйынса Коминтерндың башҡарма комитеты һәм фашистар баҫып алған Европа илдәре компартиялары араһында даими радиоэлемтә булдырыла.
       Радиопропаганданың әһәмиәтен аңлап, ИККИ - ның генераль директоры милли радиостанциялар эшенә етәкселек итеүҙе
       үҙ өҫтөнә ала. Айырыуса мөһим материалдарҙы Димитров үҙе
       яҙа, тикшерә һәм төҙәтә.
       Совет ғалимдары һәм инженерҙары ярҙамында Коминтерндың башҡарма комитеты ҡеүәтле радиотехникаға эйә була, Өфө почтамтының бишенсе ҡатында ҡыҫҡа тулҡындағы тапшырғыстар ур ынлаштырыла. Өфөлөләр ҙә тапшырыуҙар алып барыуҙа һәм
       аппаратура әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә. Бынан Болгарияға "Христ о Ботев", Польшаға - "Тадеуш Костюшко", Венгрияға - "Лайон Кошут" радиостанциялары тапшырыуҙар алып бара, шулай уҡ "Ирекле Югославия", "Германияның ирекле радиотапшырғысы"
       һәм башҡа станциялар эшләй. 1942 йылдың ғинуарында, йәғни Георгий Димитровтың Башҡортостанда эшләгән ваҡытында, аҙнаһына 13 телдә 162 тапшырыу алып барыла.
       Коминтерн етәкселеге һәр милли редакция барлыҡ антифашист
       көстәрҙе берләштереүсе ойоштороу үҙәгенә әйләнһен өсөн барыһын да эшләй.
       Беҙҙең ҡалала ул ваҡытта "Коммунистик Интернационал"
       журналы баҫыла.
       Һуғыш йылдарында Өфөлә генераль секретарь Раймон Гюйо етәкселегендәге Коммунистик Йәштәр Интернационалының башҡарма комитеты ла эшләй. Эше күп булыуына ҡарамаҫтан,
       Георгий Димитров һәр ваҡыт КИМ хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ваҡыт таба.
       1942 йылдың март айында Димитровҡа Мәскәүгә ҡайтырға мөмкинселек барлығын хәбәр итәләр. Шул саҡта ул илебеҙҙең баш ҡалаһына юл тота, ә июнь айында тағы ла бер нисә көнгә
       Башҡортостанға килә.
       Коминтерндың башҡарма комитеты бинаһында, был юлы ул туҡталған "Башҡортостан" ҡунаҡханаһында тағы ла Коминтерн секциялары етәкселәре, милли радиостанция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында кәңәшмәләр үтә. Димитров төрлө илдең коммунистары тупланған Кушнаренда ла булып китә.
       1942 йылдың 19 июнендә Георгий Димитровҡа 60 йәш тула. Был көндө лә ул Коминтерн хеҙмәткәрҙәре, фашизмға ҡаршы көрәштәштәре араһында үткәрә.
       Георгий Михайлович Димитровҡа башҡа Башҡортостанда булырға тура килмәй. 1945 йылдың дүртенсе ноябрендә ул Болгарияға әйләнеп ҡайта.
       1937 йылдың 23 ноябрендә Өфөнөң Орджоникидзе районында ур ынлашҡан Магнитогорск урамы Георгий Димитров исемен йөрөтә башлай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал