6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Көн тәртибендә колорадо ҡуңыҙҙары, уҫал эттәр һәм психик ауырыуҙар
16.06.06


       Үткән ял көндәрендә, бар илебеҙ Рәсәй көнөн, ә өфөлөләр - тағы ла баш ҡалабыҙ көнөн билдәләгәндә, мин атай - әсәйемдең
       баҡсаһында тир түгеп "күңел астым". Ай башындағы ямғырҙар һәм артабан көндәрҙең эҫе тороуы баҡсаны ысын "парникка" әйләндерҙе, ә был үҙ сиратында сүп үләндәренең ҡотороп үҫеүенә һәм колорадо ҡуңыҙҙарының әүҙем үрсеүенә килтерҙе.
       БР Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республика баҫыуҙарын сүп үләндәренә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү эше ҡыҙыу бара. "Йәшел янғынға"
       ( аграрийҙар сүп үләндәрен шулай тип йөрөтә) нисек тә ҡаршы
       торорға мөмкин булһа, ҡоротҡостар - баш ауырыуына әйләнде. Республиканың көньяҡ райондарында, мәҫәлән, айырыуса хәүефле ҡоротҡос - болон күбәләге ныҡлап үрсей башлаған. Ул Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка һәм башҡа райондар өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Был яуыз күбәләк шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш һәм борсаҡ сәсеүлектәрен айырыуса ныҡ "ярата". Шуға күрә алда әйтеп үтелгән райондарҙа дежур
       эше ойошторорға һәм көн һайын ауыл хужалығы сәсеүлектәрен тикшереп торорға мәжбүрҙәр.
       Башҡа ҡоротҡостар ҙа әүҙем үрсей. Иген баҫыуҙарында, мәҫәлән, "икмәк бөрсәләре", шәкәр сөгөлдөрөндә - "сөгөлдөр бөрсәләре", алма күбәләге һәм башҡалар пәйҙә булды. Бының менән дә бөтмәй әле. Төрлө ҡоротҡостарға ауыл хужалығы үҫемлектәренең ауырыуҙары ла өҫтәлә.
       Республика етәкселегенең ярҙамынан тыш был бәлә тағы ла ҙурыраҡ күләм алыр ине. Быйыл БР Хөкүмәте ҡарары менән үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларының хаҡы ике тапҡыр кәметелде. Кәрәкле препараттар алдан уҡ "Башплодородие" складтарына ҡайтарылды һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы приказына ярашлы таратыла. Ә ағыулы химикаттар һибеү өсөн, килешеү буйынса, игенселәрҙе АН - 2 самолеттары менән "Өфө авиалиния лары" тәьмин итә.
       Ауыл хужалығы өсөн икенсе көнүҙәк һорау Бөтә Рәсәй ауыл
       хужалығы иҫәбен алыуға ҡағыла, ул башланыуға ике аҙна ғына ваҡыт ҡалып бара. Был ҙур күләмле акцияны үткәреү өсөн барыһы ла әҙер тип әйтергә була. Бөгөн төп бурыс иҫәп алыу персоналының - 5766 кеше - хәүефһеҙлеген тәьмин итеү
       ( кешеләрҙең шәхси биләмәлдәрен һаҡлаусы эттәрҙән, хроник алкоголиктарҙан, психик ауырыуҙарҙан, төрмәнән ҡайтҡан кешеләрҙән һаҡлау тураһында һүҙ бара), иҫәпкә алыу участкаларын һәм документацияны һаҡлауға һ. б. ҡайтып ҡала.
       Республика Йортонда үткән һуңғы селектор кәңәшмәһендә ошо
       мәсьәләләр тикшерелде. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов алып барҙы. Кәңәшмәлә шулай уҡ төрлө министрлыҡ һәм ведомство, агросәнәғәт комплексы педприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, урындарҙа - ҡала һәм райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал