6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һәр кемгә рента, пенсия һәм ғәҙеллек
16.06.06


       - 2007 йылда ете процентлы кәртәне үтеп Дәүләт Думаһына инербеҙ һәм үҙ фракциябыҙҙы булдырырбыҙ тип ышанам, - тип белдерҙе "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат
       конференцияһында "Рәсәй пенсионерҙар партияһының" үҙәк советы рәйесе Игорь Зотов.
       Һаны буйынса илдә икенсе урын биләүсе партия лидеры өс көнлөк сәфәрен Башҡортостан менән танышыуға һәм партия эшмәкәрлегенә арнаны. Кисә Өфөлә үткән Ғәҙеллек көстәре форумын партияның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ойошторҙо.
       - Форумда беҙҙең адресҡа ярайһы уҡ күп тәнҡит һүҙҙәре яңғыраны, әммә эшлекле конструктив тәҡдимдәр ҙә етерлек булды, - тине Игорь Львович. Форумда ҡатнашыусылар пенсионерҙарҙы социаль яҡлау проблемаларын тикшерҙе, ә
       партияның бурыстары нәҡ өлкән йәштәге кеше хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән. Башҡорт "пенсионерҙары" тағы ла республикала хоспистар булдырыу, торлаҡ - коммуналь реформа проблемаларына ҡағылышлы киҫкен һорауҙарҙы күтәреп сыҡты.
       - Пенсион тәьмин ителеш тураһында берҙәм закон мотлаҡ кәрәк, әлбиттә, - тип раҫланы Игорь Зотов һәм РПП ирешергә тейеш булған тағы бер нисә ориентир һәм алымды билдәләне. - Беҙҙең эшмәкәрлек бөгөнгө ҡоролошто кире ҡағыуға түгел, ә дәүләттең закондар сығарыу һәм башҡарма эшмәкәрлегенә етди ү ҙгәрештәр индереүгә йүнәлтелә. Беренсе урынға халыҡтың социаль йәһәттән аҙ яҡланыусы ҡатламы - пенсионерҙар, инвалидтар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, хәрби пенсионерҙарҙың мәнфәғәттәрен күҙәтеү ҡуйыла. Беҙҙең барыбыҙҙы ла, шул иҫәптән бөгөнгө йәштәрҙе лә киләсәктә пенсия көтөүен оноторға ярамай.
       Партия яҡлыларҙың күплеге тураһында уның төбәк бүлексәләр е һаны буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин, Рәсәй Федерацияһының 82 субъектында 136 мең кеше иҫәптә тора. Пенсионерҙар партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, республикала партияға 1200 - ҙән ашыу кеше ингән.
       Рәсәй пенсионерҙары партиялары яҡын арала ойошторорға планлаштырған акциялар илдә яуаплы йәмғиәт төҙөү өсөн файҙалы булыуы ихтимал. Миҫал өсөн "Хәрби пенсионерҙар тағы ла сафта" йәки "Ярлылыҡҡа ҡаршы марш" проекттарын ғына алайыҡ. Һәм партияның республикалағы төбәк бүлексәһенә лә был йүнәлештә ҙур роль бирелә. Беҙҙең төбәктең үҙенсәлекле булыуында шик юҡ.
       - Бында һеҙҙең кешеләрҙең күҙҙәре үҙәк Рәсәйҙә йәшәүселәр
       менән сағыштырғанда икенсерәк, шәфҡәтлерәк балҡый, - тип Башҡортостандан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты Игорь
       Зотов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал