6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Саф башҡорт балын ҡушып ысын һинд сәйе эстек
02.06.06


       1974 йылдың йәйендә мин Башҡорт дәүләт университетының интернациональ төҙөлөш отряды составында Галле - Нойштадт (ГДР) ҡалаһында эшләнем. Беҙҙе бик уңайлы дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙылар, унда төрлө илдәрҙән килгән студенттар йәшәй ине.
       Бер көнө дуҫ егет, сит телдәр факультеты студенты Әнүәр Сәфиуллин менән лифтта күтәреләбеҙ. Уның йөҙө ҡояшҡа янып
       ҡарайған, сәстәре сиғандыҡы кеүек ҡара бөҙрә, ҡап - ҡара күҙҙәре ялтырап тора. Өҫтәүенә Әнүәр аҡ кизе - мамыҡ салбарҙа һәм шундай уҡ күлдәк кейгән, беҙ һүҙ менән әйткәндә , һуйған да ҡаплаған Джавахарлал Неру. Үҙе ишетмәгәндә уны шулай тип йөрөттөк тә инде...
       Лифтта беҙҙең менән бергә Һиндостан студенттары ла тура килде һәм ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын төҙөлөш отряды буйынса ко ллегама йүнәлтте. Һөҙөмтәлә улар беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы.
       Һиндтар беҙҙе төрлө - төрлө туңдырылған емештәр, башҡа тә м - том менән һыйланы, туғандарының рәсемдәрен күрһәтте. Ула ры ла ике тамсы һыу кеүек иптәшемә оҡшаған. Һинд йәштәренең
       барлыҡ һорауҙарына Әнүәр бары тик башын ҡағып ҡына яуапланы, ауыҙын асып бер һүҙ ҙә өндәшмәне, тип әйтергә була .
       Ә инде Әнүәрҙең Һиндостандың ҡайһы штатынан килеүе тураһында һорауҙарына яуап алғас, һинд дуҫтар бик ныҡ аптырашта ҡалды. Баҡһаң, Әнүәр бер ҙә Брахмапутра ярында тыумаған, исеме лә Митхун Бахван, Радж, хатта Рабиндранат та түгел икән... Әнүәр башҡортса һөйләшә башлағас, улар бөтөнлә й шаҡ ҡатты. Шунда уҡ эленгән донъя картаһы янына килеп, коллегам япраҡ ҙурлығында ғына булған Башҡортостанға төртөп күрһәтте. Һәм ҡунаҡтар карта менән танышҡан арала беҙ
       үҙебеҙҙең бүлмәгә барып килдек. Минең ҡулымда бер банка башҡорт балы, Әнүәрҙекендә - ҡурай ине.
       Был юлы уның башҡарыуында ҡурай моңо айырыуса аһәңле яңғыраны, алыҫ Башҡортостан, уның икһеҙ - сикһеҙ ялан - урмандары тураһында ҡурайҙан да яҡшыраҡ итеп бер кем дә һөйләй алмаҫ ине, моғайын, ҡурай моңонда үләндәр шаулауы ла,
       ҡоштар һайрауы ла, шишмә сылтырауы ла ишетелгәндәй булды...
       Ҡул сабыуҙар оҙаҡ яңғыраны. Һиндтар үҙәре тәүге тапҡыр күрг ән инструментты бик ентекле тикшереп ҡараны, хатта уның эсен ә лә күҙ һалдылар, әммә бер ниндәй ҙә серен тапманылар...
       Ҡурай моңо төнгә тиклем яңғыраны. Һуңынан беҙ саф башҡорт
       балын ҡушып ысын һинд сәйе эстек. Ҡурайын иһә Әнүәр үҙенең яңы дуҫтарына бүләк итте. Кем белә, бәлки бөгөн дә ул алыҫ Һиндостандың бер мөйөшөндә яңғырайҙыр.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал