6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Байрам алды эштәре хаҡында
02.06.06


       Республика Президенты Хакимиәтендә үткән семинар - кәңәшмәлә республика етәкселәре халыҡ менән аралашыуҙың авангардында тороусыларға үҙҙәренең фатихаһын һәм изге кәңәштәрен бирҙе.
       БР Президентының Төп советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов үҙенең
       докладын йылдың төп документы булған Президент
       Мөрәжәғәтнамәһенең әһәмиәте һәм бурыстар комплексына
       арнаны. Һәм унда 450 йыллыҡ юбилейҙы байрам итеүгә әҙерлек мәсьәләләренең төп урын биләүе аңлашыла. Фәүҡәт Ҡыҙрасов семинарҙа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын байрам сараларының барыһын да уртаҡ идеологик концепция берләштерергә тейешлегенә йүнәлтте.
       Министрлыҡ һәм ведомстволар, төбәк хакимиәттәре, телевидение, радио, башҡа мәғлүмәт саралары, ижади берекмәләр һәм ижтимағи ойошмалар, милли - мәҙәни үҙәктәр һәм дини берләшмәләрҙең пропаганда эшен билдәләүсе план әҙерләнеүе тураһында тағы бер тапҡыр һөйләп торорға кәрәкме икән Семинарҙа уңышлы эшләүсе проект миҫалында байрамдың рә сми интернет - сайты тураһында ла әйтелде ( http://www.bashkortostan450.ru), ул "Башинформ" агентлығы тарафынан әҙерләнде һәм даими алып барыла.
       Шулай итеп, алда көтөлгән тантаналарҙы берләштереүсе үҙәк тип нәҡ идея һәм мәҙәни компоненттарҙы билдәләргә кәрәк. Хәйер, яңы төҙөлөүсе Халыҡтар дуҫлығы йорто, Боҙ һарайы, тимер юл вокзалы һәм аэропорт һ. б. Өфөнөң һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың визит карточкаһына әйләнәсәге һәр кемгә
       аңлашыла.
       - Байрам тантаналарының идеологик, мәҙәни һәм мәғлүмәти
       тәьмин ителешендә иң мөһиме - уларҙың патриотик рухта булыуы. Ваҡиғаның идеологик асылы түбәндәге конструкциянан торорға мөмкин: "Тыуған Башҡортостан - күп милләтле Рәсәй - халыҡтар дуҫлығы - федерализм", - тине Фәүҡәт Ҡыҙрасов. - Ал да көткән юбилейҙың сәйәси әһәмиәте бик ҙур, Башҡортостандың
       Рәсәй составына инеү факты дөрөҫ һәм тәрән аңлау табырға, ата - бабаларҙың дөрөҫ һәм төплө ҡарар ҡабул итеүе булараҡ, Башҡортостан һәм Рәсәй халҡының аңында тәрән эҙ ҡалдырырға тейеш.
       Төҙөкләндереү йылы тураһында һүҙ алып барғанда, Фәүҡәт Хәмиҙулла улы торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, тәбиғәтте һаҡлау саралары һәм көсәйтелгән экологик контролдән тыш,
       " рухи мәғәнәлә төҙөкләндереү" ҙә бик мөһим тип билдәләне.
       Хөкүмәт Премьер - министры урынбаҫары, Башҡортостан
       Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус И лешев "Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә төп  ижтимағи - сәйәси һәм мәҙәни саралар" тигән темаға сығыш
       яһаны. Башлыса алғанда, ул 2007 йылдың июнь айында Өсөнсө
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү планлаштырылыуы т ураһында хәбәр итте. Шул уҡ көндәрҙә Мәскәүҙә үтәсәк
       Башҡортостан Республикаһы Көндәре һәм башҡа байрам саралары ла идеологик йәһәттән мөһимлеген юғалтмай.
       - Юбилей объекттарының барыһында ла әүҙем эш бара, - тип белдерҙе БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры
       урынбаҫары Хәлит Мәхмүтов. - Боҙ һарайы һәм Халыҡтар
       дуҫлығы йортоноң киләһе йылдың йәйе - көҙөндә файҙаланыуға тапшырыласағы шик тыуҙырмай. Йыл ярым ваҡыт эсендә юлдар тәртипкә килтереләсәк. Бөгөн төҙөлөштәрҙә эштәр ике - өс сменала бара. Әммә төҙөлөштәр баш ҡалала ғына бара икән, тип
       уйларға ярамай. Байрам барыһы өсөн дә уртаҡ һәм
       Төҙөкләндереү йылы республиканың барлыҡ мөйөштәренә лә тарала. Әйтәйек, 2005 йылда Башҡортостанда 40 мәктәп, гимназия һәм лицей төҙөлһә, быйыл беҙ тағы ла алты мең урынлыҡ 43 объект төҙөргә планлаштырабыҙ.
       Республиканың торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллиндың сығышында ла ыңғай яңылыҡтар байтаҡ булды. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ тармағы даими рәүештә камиллаштырыла. Бөгөн республикала йәшәүсе 50 меңдән ашыу ға илә торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүенә түләүгә
       дәүләт субсидияларын файҙалана, ә киләсәктә министр көндәлек проблемаларҙы хәл итеүҙә граждандарҙың әүҙемерәк
       ҡатнашлығын күрергә теләүен белдерҙе. Әлеге ваҡытта республикала торлаҡ хужаларының 110 ширҡәте барлыҡа килгән һ әм торлаҡ - коммуналь хужалыҡ тармағын хеҙмәтләндереүсе 81 к оммерция предприятиеһы бар. Йәғни, күпселек элеккесә "сит ағай" ярҙамына ышанып йәшәүен дауам итә.
       Мәғлүмәт менән тәьмин итеү эшенең ҙур өлөшөн муниципаль
       райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә үҙ өҫтөнә лә
       алырға тура киләсәге аңлашыла. Был Мөрәжәғәтнамә положениеларына ла, Төҙөкләндереү йылы маҡсаттары һәм бурыстарына ла, һәм, әлбиттә, алда торған байрамға ла ҡағыла .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал