6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Эшкә урынлашыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡалыуын дауам итә
27.04.06


       Ниндәй генә заман булмаһын, эшкә урынлашыу мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала килә. Бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә ҡайҙа эшләүебеҙ, күпме һәм ниндәй эш хаҡы - "үтә күренмәле" йәки "конвертта" - алыуыбыҙҙан тора. Кемгәлер бәхет йылмая һәм ул уҡып бөткәндән һуң шунда уҡ яҡшы эшкә урынлаша,
       ҡайһы берәүҙәр иһә белемен файҙаланыр урын таба алмайынса о ҙаҡ яфалана. Һәм эшһеҙлек проблемаһы бөгөн йәштәрҙең генә
       түгел, өлкән быуын кешеләренең дә баш ауырыуына әүерелергә мөмкин. Предприятие штатын ҡыҫҡартҡанда нәҡ улар "артыҡ" тип табыла. Ә инде инвалидтарға, иректән мәхрүм итеү йорттарынан сыҡҡандарға эшкә урынлашыуы ниндәй ҙур
       проблема тыуҙырыуы тураһында әйтергә лә түгел. Ҡыҫҡаһы, эшһеҙлек һәр кемдең ишеген ҡағыуы мөмкин...
       Әгәр ҙә һеҙ өҫтә һанап үтелгән категорияларҙың береһенә
       ҡарайһығыҙ икән, проблеманы хәл итеү өсөн беренсе сиратта халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әңгәмә үткәрелгәндән һуң, һеҙҙең туралағы мәғлүмәт
       махсус мәғлүмәттәр базаһына индерелә, эш биреүселәрҙең күпселеге был база менән әүҙем файҙаланыуын әйтергә кәрәк.
       Артабан республика предприятиеларындағы буш урындар менән т аныша алаһығыҙ, төрлө вакансия йәрминкәләренә саҡырыу ойошторола, унда инде һөйләшеү үтеп, эшкә лә урынлашырға мөмкин. Бынан тыш мәшғүллек үҙәктәрендә эшләүсе белгестәр һеҙгә хеҙмәт баҙарында ҙурыраҡ һорау менән файҙаланған икенсе һөнәр буйынса белем алырға ла ярҙам итә ала.
       Ҡайҙа эш табыуы еңелерәк Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан а лынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн сәнәғәт, төҙөлөш предприятиелары, һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәт, мәғариф, мәҙәниәт, фән, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары айырыуса кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. Эш биреүселәр араһында станокта эшләүселәр, слесарҙар, иретеп йәбештереүселәр, электриктар, төҙөүселәр популяр. Мәҫәлән, бер эшһеҙ бетон ҡойоусы, электрикка дүртәр вакансия, газ
       менән иретеп йәбештереүсегә - 26, ташсыға - һигеҙ, монтажсы ға - өс, йөҙләүсе - плита һалыусыға - алты, биҙәүсегә - 21 б уш урын тура килә. Ауыл ерендә механизаторҙар, водителдәр, төҙөүсе эшселәр етешмәүе һиҙелә.
       Һәм, киреһенсә, эш башҡарыусы ( делопроизводитель), диспетчер, склад һәм хужалыҡ мөдирҙәре, кадрҙар буйынса инспектор, кассир, лаборант, менеджер, механик, секретарь, техник, товаровед, фельдшер, экономист, шәфҡәт туташы һәм башҡаларға эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итеүе ауырға тура килә. Мәҫәлән, үткән йыл аҙағында иҫәптә тороусы бухгалтерҙа р һаны вакансиялы урындарҙан 14 тапҡыр, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре - ете, юристар - 14, экономистар - 18, уҡытыусы һәм инженерҙар - алты тапҡыр артығыраҡ булған.
       Предприятиеларҙа вакансия һәм эшһеҙ граждандар нисбәте яҡынса бер төрлө булыуы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Эшкә урынлашырға теләүселәр ҙә, ойошмалар тәҡдим иткән буш эш урындары ла бар кеүек, әммә хеҙмәт баҙарында проблема ҡалыуын дауам итә. Мәҫәлән, үткән йылда ғына эш менән тәьмин
       итеү органдарына эш эҙләп йәки консультация артынан 314 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Шул уҡ ваҡытта республиканың вакансиялар банкына һигеҙ меңгә яҡын предприятиенан 144 мең яңы эш урындары булыуы тураһында мәғлүмәт килгән.
       Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәте БР буйынса идаралығының бүлек начальнигы Әнисә Ғимаеваның фекере буйынса, бындай хәл килеп тыуыуына бер
       нисә сәбәп бар. Уларҙың тәүгеһе һәм иң мөһимелер, моғайын - тәҡдим ителгән вакансиялар буйынса эш хаҡы республикалағы уртаса эш хаҡынан 1,5 тапҡыр тип әйтерлек түбәнерәк булыуы, ә 40 процентта һүҙ йәшәйеш минимумынан да кәмерәк сумма тураһында һүҙ бара.
       - Йыш ҡына эш биреүселәр эш урынына дәғүә итеүселәргә ҙур
       талап белдерә һәм шул уҡ ваҡытта бәләкәй эш хаҡы тәҡдим итә , - ти Әнисә Наил ҡыҙы. - Миҫал өсөн әйткәндә, завод һәм төҙ өлөш профессияларына ошондай мөнәсәбәт күҙәтелә.
       Мәҫәлән, токарлыҡҡа заявкаларҙың яртыһында тип әйтерлек,
       иретеп йәбештереүселәрҙең 41 процентында - биш мең һумға
       тиклем эш хаҡы тәҡдим ителә. Транспорт тармағында юғары категориялы тәжрибәле водителдәр талап ителә, ә заявкаларҙың
       яртыһында тип әйтерлек биш мең һумдан түбәнерәк эш хаҡы тәҡдим ителә. Шуға күрә хатта эшһеҙлек шарттарында ла вакансияларҙың бер өлөшө буш ҡалыуын дауам итә.
       Эш биреүселәр хеҙмәт хаҡы түбән булған вакансиялар тәҡдим
       итеп, хеҙмәттең баҙар хаҡын "конверттағы" түләүҙәр менән ҡапларға иҫәп тота, тип фаразларға мөмкин, әлбиттә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары эш хаҡы түләнгән нефть продукттары етештереүсе, химия предприятиеларына, банкыларға һ. б. эшкә урынлашыуы проблема тыуҙыра. Халыҡты эш менән тәьмин итеү бу йынса федераль дәүләт хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы тарафынан үткәрелгән социаль һорау алыу буйынса, бындай эш
       урындарына кешеләрҙең 60 проценты бары тик танышлыҡ
       буйынса ғына барып эләгә.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал