6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Усмановтың мираҫы
25.04.06


       1982 йылдың 13 июнендә билдәле тарихсы һәм яҙыусы Әбүб әкер Нуриан улы Усманов арабыҙҙан китте. Әммә уның китаптары ҡалды. Улар араһында яҙыусы Андрей Платонов менән бергә әҙерләгән "Башҡорт халыҡ әкиәттәре", "Башҡортостандың Рус
       дәүләтенә ҡушылыуы", "Башҡорт халҡы 1812 йылғы Ватан
       һуғышында" ( генерал Таһир Кусимов уны башҡорт халҡының иң яҡшы хәрби йолаларын күрһәтеү теләге менән яҙылыуын билдәләне), "Салауат батыр", "Дауылдар аша" ( "Был башҡорт тарихсыларының һоҡланғыс ихтилалсы - большевик Герасим Михайлович Мишенев тураһында тәүге әһәмиәтле хеҙмәте", - тип
       билдәләй үҙ ваҡытында "Правда" гәзите) әҫәрҙәре бар.
       Әбүбәкер Усманов 1910 йылдың 24 апрелендә бөгөнгө Балтас
       районының Имән ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Ун бер йәшенән көтөү көтә башлай, ашау хаҡына байҙарға ялланып эшләй. Бер көнө уға ла бәхет йылмая: малай Миәкә районының башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. Дәрестәрҙән һуң нисек тә тамаҡ туйҙырыр өсөн сабата үре п һата.
       Артабан Бөрө педагогия техникумында, Өфө педагогия институтында белем ала. 1935 йылда Мәскәүҙәге милләттәр институты аспирантураһына, һуңынан Мәскәү дәүләт институтына
       уҡырға инә. Академиктар Б. Д. Греков, Е. В. Тарле, Е. М. Ярославскийҙың лекцияларын тыңлай...
       Ғилем юлы Ә. Усмановты фәнгә алып килә. Ул БАССР Совнаркомы эргәһендәге тел һәм әҙәбиәт ғилми - тикшеренеүҙәр
       институтына етәкселек итә. Бер аҙ ваҡыт партия эшен дә алып
       бара, ләкин һуңынан фәнгә, хәҙер инде Тарих, тел һәм әҙәбиә т институтына ҡайта, һәм һуңғы көндәренә тиклем шунда эшләй.
       Ғилми эшмәкәрлеген Әбүбәкер Нуриан улы үҙе тыуып үҫкән Башҡортостан тарихы проблемаларына, фольклор йыйыуға һәм уны ғилми күҙлектән эшкәртеүгә арнай.
       Талантлы тарихсының китаптары, ғилми хеҙмәттәре ( улар етмештән ашыу) күп планлы һәм ваҡыты, тематикаһы һәм жанры буйынса төрлө. Әҙәбиәтсе һәм фольклорсы булараҡ, Усманов үҙенең уҡыусыларына Башҡортостандағы рус яҙыусыларының ижады тураһында тикшеренеүҙәрен бүләк итә.
       Башҡорт ғалимы һәм яҙыусыһы Усманов Мосолман зыяратында е рләнә. Ҡәберендә ҡыҙыл граниттан һәйкәл ҡуйылған.
       Ҙур ваҡиға - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтен ә ҡушылыуына 450 йыл тулыуын билдәләү алдынан Әбүбәкер
       Нуриан улы Усмановтың ошо исем аҫтындағы монографияһы уҡыусылар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Был проблеманы унан да тәрәнерәк итеп бер кем дә өйрәнмәгән әле.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал