6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Исеме мәңге тере
13.04.06


       Бөйөк Ватан һуғышы башланыуының икенсе көнөнә "Ҡыҙыл Башҡортостан" гәзите хәбәр итә:
       "22 июндә, киске сәғәт һигеҙҙә, Өфөнөң "Ударник" клубы эргәһендәге майҙанда митинг уҙҙы. 10 меңдән ашыу кеше Башҡорт обкомының ВКП (б) секретары Георгий Дорофеевтың Германия фашистарының СССР - ға бандиттарса һөжүме тураһында белдереүен тыңланы.
       Митингыла бер тауыштан ҡабул ителгән резолюцияла "Беҙ - эшселәр, инженерҙар, техниктар... фашистар Германияһы тарафынан беҙгә көсләп тағылған һуғыштың беҙҙең өсөн, совет
       патриоттары өсөн, Ватан һуғышы булыуы тураһында белдерәбеҙ. .." тип әйтелә.
       Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Башҡортостандың меңдәрсә
       эшсәндәре үҙҙәрен фронтҡа ебәреүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итә. 1941 - 1942 йылдарҙа республика коммунистарының алтмыш проценты һәм комсомол ағзаларының илле алты проценты армияға алына. Тәүгеләрҙән булып фронтҡа партия етәкселәре китә. Өфөлә генә һуғыштың тәүге ете айында 162 ойошма секретарҙары хәрби кейем кейә. 1941 йылдың 8 февралендә
       Дорофеев та иптәштәре, күршеләре менән хушлашып, фронтҡа юл
       тота.
       Георгий Григорьевич Дорофеев 1904 йылда Тамбов губернаһында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Уға бер йәш булғанда атаһы вафат була. Әсә кеше береһенән - береһе бәләкәй биш бала менән тороп ҡала. Ун бер йәштән малай батраклыҡҡа ялланып тамағын туйҙыра. Әсәһе кер йыуып икмәк -
       тоҙлоҡ аҡса эшләй, апайҙары ялланып баҡсаларҙа тир түгә, өл кән ағаһы "батша һәм тыуған ил өсөн" ҡан ҡоя. Һәм алда бер н индәй ҙә яҡты киләсәк көтөүе һиҙелмәй.
       Октябрь революцияһынан һуң Дорофеев Лебедянск педагогия техникумына уҡырға инә. Егетте комсомолға алалар. Әммә әсәһенә, апайҙарына ярҙам кәрәк булыуы сәбәпле, Георгий Козлов ҡалаһындағы ит комбинатына слесарь ярҙамсыһы булып
       урынлаша. Был хәл 1923 йылда була.
       Утыҙынсы йылдар. Дорофеевтың автобиографияһынан алынған ю лдар: "1930 йылда мин ВЦСПС тарафынан Сталинград трактор заводы төҙөлөшөнә мобилизацияландым. Башта профсоюз эшендә ҡатнаштым, артабан заводтың иң ҙур цехтарының береһе булған ҡойоу цехына партия ячейкаһы секретары итеп күсерҙеләр. Заводҡа Серго Орджоникидзе килгән ваҡытта, уның күрһәтмәһе буйынса вагранка мастеры итеп тәғәйенләндем, бер үк ваҡытта цехтың партячейка секретары вазифаһын да башҡарҙым..."
       1932 йылдың майында Дорофеев Һарытау комбайн заводының па ртком секретары итеп һайлана. Уның тәбиғәтендә һәр ваҡыт тынғыһыҙлыҡ һыҙаты һаҡлана: кешегә күберәк файҙа килтереү өсөн күберәк белергә тырыша ул. Етәксе кеше тәрән белемле булырға тейеш, тип белдерә. Шулай ҙа иң ҙур заводтың партком
       секретарының үҙен Ҡыҙыл профессураның иҡтисад институтына ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл
       була. Имтихандарын тулыһынса биреп тә өлгөрмәй, Башҡортостанға йүнәлтмә ала. 1937 йылдың май айы иртәһендә у л үҙенә таныш булмаған Өфөгә килеп төшә. 1938 йылдың ғинуарында инде Өфө ҡалаһының партия комитеты секретары , артабан обкомдың сәнәғәт бүлеге мөдире, ә 1941 йылдың март
       айынан башлап - ВКП(б) өлкә комитеты секретары итеп һайлана .
       Әммә тиҙҙән һуғыш башлана. Атышсылар дивизияһы комиссары Георгий Григорьевич Дорофеев 1943 йылдың 13 апрелендә һәләк була. Уның ҡайһы фронтта һуғышҡанын ҡыҙы Галинаға яҙған һуңғы хаты һәм конверт эсендәге һүрәттән күҙалларға мөмкин. "Был һүрәтте һаҡла, - тип яҙа ул. - Ул ми нең турала ғына түгел, ә иң мөһиме - бөйөк яҙыусы Л. Н. Толстой хаҡында иҫтәлек. Штаб командиры иптәш Непомнящий менән беҙ уның ҡәбере алдында төштөк..."
       Хәҙер беҙҙең ҡалала Цех (элегерәк Георгиев) тыҡрығы юҡ. Георгий Григорьевич һәләк булғандан һуң, ҡала халҡының һорау ы һәм Өфө ҡала советының башҡарма комитеты ҡарары буйынса ул Дорофеев урамы тип үҙгәртелә. Урам Киров районында урынлашҡан. Транспорт туҡталышы - "Маякоский скверы".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал