6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Әгәр ҙә солтан булһам
03.04.06


       Сәйәси мәҙәниәт тәбиғи рәүештә төрлө эпатажға ынтыла, һәм
       йәмғиәт тарафынан ысынлап та талап ителгән әйберҙәр менән а ҙ ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре, ғаилә темаһын сәйәсмәндәр, беренсе сиратта, шау - шыу ҡуҙғатыу теләге менән күтәрә.
       Либераль демократтар лидеры Владимир Жириновскийҙың Рәсәйҙә күп ҡатынлылыҡ институты индереү тураһында бер нисә тапҡыр белдереүенән һуң, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарының б ереһенең быны легалләштереү хаҡындағы яңы йыл хәбәрен күҙалларға мөмкин ине. Бәлки ватандаштарыбыҙ күп ҡатынлылыҡҡа ысынлап та ыңғай ҡарай башлағандыр. Ә беҙ был т урала ишетмәй ҡалдыҡмы әллә
       Юҡ. "Йәмәғәтселек фекере" Фонды тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә күп ҡатынлылыҡҡа ҡаршылар уның яҡлы
       булыусыларға ҡарағанда шаҡтай күберәк. Бөгөн дә Рәсәй закондары һәм мәҙәни архетиптар буйынса көслө заттар бер генә ҡатынға өйләнеү хоҡуғына эйә. Әммә күп конфессиялы илдә , мәҫәлән, мосолмандар тарафынан күп ҡатынлылыҡты тыйыу кәм тигәндә лә мәғәнәһеҙлек тип ҡабул ителәсәк. Һәм чечен хөкүмә те башлығы Рамзан Ҡадировтың федерацияла күп ҡатынлылыҡты
       закон буйынса рөхсәт итеү тураһындағы ҡыйыу тәҡдиме лә быға
       дәлил.
       Ысынбарлыҡта ошо һорау бирелгән ватандаштарыбыҙҙың өстән ике өлөшө Рәсәйҙә күп ҡатынлылыҡты легалләштереүгә кире ҡарашта. Уларҙың күбеһе илебеҙҙәге әхлаҡ һәм йолаларға һылтана: йәнәһе, мөхәббәт һәм никах - сәйәсмән һәм клерикалдарға ҡағылмай, ул бер - береһен яратыусы ике кешене ң эше. Рәсәйлеләрҙең биш - алты проценты күп ҡатынлылыҡ, дөйөм алғанда, әҙәпһеҙлек һәм асылда дөрөҫ түгел, тип үҙ фекеренә аңлатма бирә. Уның ҡарауы ватандаштарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре мәсьәләгә практик йәһәттән сығып ҡараш ташларға саҡыра: һәр унынсы кеше Рәсәйҙең ир - аттары бер нисә ҡатынды матди яҡтан тәьмин итә алмаясағы хаҡында белдерә. Һәм тағы ла бер фекер - күп ҡатынлылыҡты рөхсәт ите ү ирҙәрҙең әхлаҡи түбәнселеккә төшөүөнә һәм ҡатын - ҡыҙҙарҙы тамам кәмһетеүгә килтерер ине.
       Йәмғиәттең бер өлөшө ( 10 процент) күп ҡатынлылыҡты легалләштереүҙе хуплай - был никах сәйәсәтенең үҙенсәлекле либералдары. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, күп ҡатынлылыҡты р өхсәт итеү илдә "ир - аттарҙың етмәүе" һәм тыуым һанының кәмеүенә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итергә мөмкинселек бирергә һәләтле: "ҡатын - ҡыҙҙар күп, барыһына ла кейәүгә сығырға кәрәк", "тыуымды арттырыу мотлаҡ". Башҡалар иһә ҡатындар һаны - һәр кемдең шәхси эше, тимәк, һәр кешенең һайлау хоҡуғы булырға тейеш, тип һанай ( яуаптарҙың ике проценты): "кемгәлер был кәрәк икән, ҡамасауларға ярамай", "әгәр ире теләй, ҡатыны ҡаршы килмәй икән", "илебеҙ күп милләтле, һәр кемдең үҙ мәнфәғәте, тормошҡа ҡарашы". Өсөнсөләр иһә күп ҡатынлыҡты легалләштереү никахтан тыш бәйләнештәрҙе законлаштырырға һәм никахтан тыш тыуған балалар проблемаһын ниндәйҙер кимәлдә булһа ла хәл итергә булышлыҡ итер ине, тип уйлай.
       Күп ҡатынлылыҡ яҡлылар һәм уға ҡаршыларҙың гендер бүленеше лә аңлашыла: өлкән йәштәгеләрҙең 70 проценты "ҡаршы", шулай уҡ "ыңғай" ҡараштағы ҡатын - ҡыҙҙар ҙа ирҙәрҙән күберәк ( ярашлы рәүештә, 72 һәм 50). Ә бына сәйәсмәндәрҙең хәтерендә ҡалдырыу өсөн һандар: үҙҙәрен мосолман тип билдәләүселәр араһында 16 процент күп ҡатынлылыҡҡа ыңғай ҡарашта, 59 проценты - кире, православие динен тотоусылар араһында, ярашлы рәүештә, туғыҙ һәм 66 процент. Рәсәйлеләрҙең дүрттән бер өлөшө Рәсәйҙә күп ҡатынлылыҡтың рөхсәт ителеүенә битараф ҡарашта булыуын белдерә.
       "Йәмәғәтселек фекере" Фонды мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйлеләрҙең күп ирлелеккә ҡараштары күп ҡатынлылыҡҡа
       ҡараштан айырылмауын билдәләргә кәрәк. Әйтәйек, Рәсәйҙә ҡатындарға бер нисә иргә кейәүгә рөхсәт итеүҙәре менән ватандаштарыбыҙҙың ни бары алты проценты ризалаша, әммә 65 п роценты бындай мөмкинселеккә кире ҡараш һаҡлай. Тимәк, йәмғиәттең әйтелгән мәсьәләлә үҙгәрештәр булыуын теләмәүе
       хаҡында аңлаусы депутаттар "әгәр ҙә мин солтан булһам" темаһын үҙ шәхестәренә иғтибар йәлеп итеү теләге менән генә күтәреп сыға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал