6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Гипертониктарға мөрәжәғәт
27.03.06


       Өфөлә "Артериаль гипертония һәм ассоциациялаштырылған клиник хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау" исеме аҫтында үткән ғилми - ғәмәли конференцияла кардиологтар беҙҙең илдә һаулыҡ
       культының тейешле кимәлгә ҡуйылмағанын тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө.
       Кешелек 45 йәштә гипертензивҡа әйләнә. Йылына гипертония ауырыуынан бер миллион 300 мең кеше донъя ҡуя. Сәйер, әммә ҡ ан баҫымы юғары булған, икенсе төрлө әйткәндә, гипертониктар , был диагноз менән көн күрергә ғәҙәтләнә һәм сифатлы дауаланыуҙы көндән - көн кисектереүҙе хуп күрә. Статистика ҡатын - ҡыҙҙарҙың ун биш, ирҙәрҙең ете проценты ғына әүҙем дауаланыуын күрһәтә, был бик аҙ, әлбиттә.
       Конференцияла билдәләнеүенсә, артериаль баҫымды түбәнәйтеүҙең мөһимлеген дәллиләү 17 клиник тикшеренеү һөҙөмтәһендә килтерелә. Дауаланыу һәм үҙеңде дөрөҫ ҡарау һөҙөмтәһендә баҫым тотороҡлана, һәм, эҙемтә булараҡ,
       йөрәктең ишемия ауырыуы ихтималлығы 16 процентҡа, инсульт -
       38 процентҡа кәмей. Йөрәк - тамыр ауырыуҙарынан үлеү осраҡтары 21 процентҡа, дөйөм үлем осраҡтары - 13 процентҡа түбәнәйә.
       Пациенттарҙың дауаланыуға һалҡын ҡарашы дарыу препараттарының юғары хаҡынан башлап табиб һәм пациент араһында ғәҙәти аңлашылмаусанлыҡҡа тиклем төрлө сәбәптәргә б әйле барлыҡҡа килә.
       Мәскәү медицина университеты дауалау факультетының госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Анатолий Мартынов врачтың бурысы ауырыуға дарыуҙар яҙып биреү генә түгел, уны тынысландырыу, кәңәштәр биреү ҙә, тип билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, яҡшы
       кардиолог өҫтәүенә психолог булырға, пациенттың ышанысын яулай белергә тейеш.
       - Йәмғиәт һаулыҡ культын тейешле кимәлгә күтәрә алманы, -
       ти Анатолий Мартынов. - Һөҙөмтәлә кешеләр сәләмәтлектең аҡс а һәм башҡа ҡиммәттәрҙән мөһимерәк булыуына иғтибар биреп еткермәй. Гипертониктар медикаментоз булмаған алымдарҙы ла э лементар файҙаланыу ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә артериаль б аҫымды нормалләштерә алыуын белергә тейеш. Бының өсөн артыҡ көс түгеү кәрәкмәй: тәмәке тартыуҙы ташлау, кәүҙә ауырлығын нормалләштереү, алкоголь эсемлектәр ҡулланыуҙы кәметеү ( ирҙәр өсөн тәүлегенә 30 грамм, ҡатын - ҡыҙҙар өсөн - 20 грамм), аш тоҙон ҡулланыуҙа сама белеү ( тәүлегенә биш грамдан да артыҡ түгел), даими физик көсөргәнеш булдырыу, спорт менән шөғөләнеү, туҡланыу режимын комплекслы үҙгәртеү ( үҫемлек, йәшелсә - емеш, һөт ашамлыҡтарына иғтибар биреү).
       Анатолий Мартынов һөйләүенсә, илебеҙҙең 29 төбәген үҙ эсенә алған, ғәҙәти поликлиникаларҙа үткәрелгән тикшереүҙәр артериаль гипертонияны дауалау һөҙөмтәләренең насар
       булмауын күрһәтә. Был планда беҙ донъя кимәленән ҡалышмайбыҙ, тип әйтергә була. Әммә һәр потенциаль
       гипертоник үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ ҡарашта булырға тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал