6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Һыйырҙарҙан Берлинғаса
20.03.06


       Тимер юлда ниндәй генә хәлдәр булмай - хатта электричкал а һыйыр алып ҡайтырға маташыуҙарға ла осрарға мөмкин. Хәйер, һыйырҙарға ла нисектер йөрөргә кәрәк бит инде, электричкала булһа ни була Шаярам, әлбиттә, әммә бындай осраҡтар булғаны
       бар. Ысынбарлыҡта һыйыр проблемалары тимер юлсылар өсөн
       экзотика кимәлендә, уларҙың көндәлек хәстәрҙәре иһә икенсе төрлөрәк.
       Халыҡ - ара ҡулланыусылар көнө сиктәрендә үткәрелгән матбуғат конференцияһында "Өфө" пассажирҙар депоһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең көнүҙәк проблемалары һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Унда вагондар депоһы начальнигы Александр Ходковский, Куйбышев тимер юлының алыҫҡа юл
       тотоусы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса Башҡортостан д ирекцияһы начальнигы урынбаҫары Игорь Бараковский, Куйбышев тимер юлының "Баштранспригород" предприятиеһы начальнигы урынбаҫары Александр Юрченко һәм башҡалар ҡатнашты.
       Депо тип аталған донъяның төп бурыстары - хәрәкәт итеүсе составты ремонтлау, поездарҙы, вагондарҙы пассажирҙар ташыу өсөн әҙерләү, поездарҙа пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү.
       Өфө депоһы - Куйбышев тимер юлында иң ҙур деполарҙың
       береһе. Унда 1800 кеше эшләй, 400 - ҙән ашыу вагон хеҙмәтләндерелә. Депола әҙерләнгән поездар Берлин, Мәскәү, Адлер, Новороссийск, Анапа, Нижневартовск, Одесса, Симферополь, Ташкент, Кисловодск, Владивосток, Ырымбурға һ.б. тарафтарға юл тота. 2005 йылда тағы ла Өфө - Санкт - Петербург, Өфө - Һамар - Ульяновск, Өфө - Яңы Уренгой маршруттары асылды. Йәйен егермегә яҡын состав һәм 40 - тан ашыу хеҙмәтләндереүсе бригада төҙөлә.
       Депо үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән ғорурлана. Унда "урамдан"
       барып эшкә урынлашыу мөмкин түгел. Бөгөн проводник булыр
       өсөн урта махсустан да кәм булмаған белемгә эйә булыр кәрәк . Күптәр юғары уҡыу йорттарында белем ала. Поезд начальнигы иһә юғары белемлеләр иҫәбенән тәғәйенләнә.
       Республиканың "визит карточкаһы", Өфө - Мәскәү маршруты буйынса йөрөүсе "Башҡортостан" поезына хеҙмәткәрҙәр айырыуса ентекле һайлап алына. Унда эшләү өсөн проводник булып эшләү стажы ике йылдан да кәм булырға тейеш түгел. Поезда алты бригада эшләй, был 180 кеше тигән һүҙ.
       Александр Ходковскийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был поезд вагондарын тыштан һәм эстән биҙәүгә, проводниктарҙың кейем -
       һалымына 40 миллион һум тотонола. Дөрөҫ, Санкт - Петербургҡ а тиклем маршрут асылыуы сәбәпле, һуңғы арала "Башҡортостан"
       пассажирҙарының бер өлөшөн юғалтҡан. Төньяҡ баш ҡалаһына барыусы поезд һорау менән файҙалана, уға билеттар һәр ваҡыт тулыһынса тип әйтерлек һатып бөтөлә. Быға тиклем Петербургҡа  Мәскәү аша йөрөүселәр барыһы ла тип әйтерлек тура барыусы поезды хуп күрә, һөҙөмтәлә "Башҡортостандың" ун биш вагонынан 11 вагон ғына тороп ҡалған.
       Депоның төп проблемаларының береһе - хәрәкәт итеүсе составтың иҫкереүе. Вагондарҙы файҙаланыу ваҡыты 28 йыл
       тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн - Евросоюз илдәрендә нығыраҡ
       материал - тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән вагондар ҙа 12 йылдан артыҡ файҙаланылмай. Ә беҙҙә эксплуатация ваҡыты тамамланғандан һуң вагондарға капиталь ремонт үткәрелә һәм файҙаланыу ваҡыты 15 йылға тиклем оҙайтыла.
       Пассажирҙар комплексының килемһеҙ эшләүе һәм йөк ташыу
       иҫәбенә финансланыуы сер түгел. Бөгөн билеттарға тарифтар бик түбән, ҡала яны маршрутындағы поездар айырыуса килемһеҙ эшләүе менән билдәле.
       - Рәсәй пассажирҙар комплексының йылдағы сығымы 60 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, - ти Ходковский. - Элек бюджеттан ярҙам күрһәтелә торғайны, хәҙер бындай ярҙам юҡ, әммә уны тергеҙеү тураһында һөйләшеүҙәр бара.
       - Хөкүмәт поездарҙа һирәк йөрөй, - ти Александр Анатольев ич, - шуға күрә беҙҙә тимер юл бер аҙ ситтәрәк ҡала. Өфө вок залы ла ошо сәбәпле ремонтһыҙ ҡалды, ә бит театр гардеробтан башланған кеүек ҡала ла вокзалдан башлана.
       Үткән йыл аҙағында, Башҡортостандың Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә вокзалда р еконструкция үткәрелә башланы. Март аҙағына реконструкция
       проекты тамамланасаҡ, ә апрелдә төҙөлөштө башлау планлаштырыла. Реконструкция дөйөм алғанда ике миллиард 400 миллион һумға баһалана, уның 735 миллионын "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ҡалғанын - федераль һәм
       республика бюджеттары финанслаясаҡ.
       Бөгөн Өфө депоһы йәйгә әҙерлек эштәре менән мәшғүл. 28
       майҙан башлап поездар хәрәкәт итеүҙең яңы графигына күсә. Йәйен Ульяновск аша барып ун сәғәтлек урау юл үтеүсе 325 - с е Өфө - Адлер поезы урынына төп юлдан Һамар аша 461 - се пое зд сығарыласаҡ. Өфө - Новороссийск һәм Өфө - Яңы Уренгой поездарының йөрөү йышлығы ла арта, уларҙы көн аралаш ебәреү планлаштырыла.
       Йәйен ҡала яны поездарының һаны ла артасаҡ. Әгәр ҡыш көнө
       республика территорияһында 75 - 80 состав йөрөһә, йәйен уларҙың һаны 90 - 100 - гә етә. Уларҙың пассажирҙары башлыса социаль льготаға эйә, ғәҙәттә улар баҡса хужалары.
       Быйыл ҡала яны маршруттарында биобәҙрәфе булған өс состав
       хәрәкәт итә. Барлыҡ тере организмдарҙың көнүҙәк
       проблемаларының береһе хәл ителде тигән һүҙ. Шишмәнән Иглинға тиклем санитар зона ғәҙәти бәҙрәфтәрҙе файҙаланыуҙы тыя, әммә яңы поездар пассажирҙарҙың тормошон уңайлаштырасаҡ. Ғөмүмән, тимер юлда яңылыҡтар байтаҡ булыуы көтөлә. Поездарҙа микротулҡынлы мейестәр һәм һыуытҡыстар, инвалидтар өсөн махсус күтәргес һәм купелар, ду ш бүлмәләре һәм үтектәр ғәҙәти күренешкә әйләнә. Ҡайһы бер категориялы купеларҙа пассажирҙарҙың үтенесе буйынса видеофильмдар ҡарау өсөн телевизор ҡуйыла. Өҫтәүенә, һорау тәҡдим булдыра, тигәндәй, төрлө хеҙмәтләндереү төрҙәренә заказ бирергә мөмкин. Мәҫәлән, яңы ғына өйләнешкән йәштәрҙең сәйәхәте өсөн айырым, махсус рәүештә биҙәлгән купеға заказ бирергә мөмкин. Ә теләүселәр өсөн хатта "Тәгәрмәстәр өҫтөндәге туйҙы", йәғни айырым территорияла
       урап йөрөүсе поезды ла ойошторорға була. Бындай хеҙмәтләндереүҙең хаҡы ла ярайһы буласаҡ, әлбиттә.
       "Һәр пассажирҙың талабына иғтибар!" - "Өфө" пасажирҙар депоһының девизы бөгөн ошолай яңғырай. Беҙҙең барыбыҙға ла п ассажир булырға тура килә, шуға күрә күҙ уңында тотоғоҙ - 29 - 66 - 88 телефоны буйынса депо хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең барлыҡ һорауҙарығыҙға ла яуап бирәсәк һәм теләктәрегеҙҙе теркәйәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал