6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы китап
02.07.03


       Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡортос тан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында заманса йәм ғиәттең дәүләт-хоҡуҡи, иҡтисади һәм социаль мәҙәни процесста рын анализлау буйынса ҙур ғилми - тикшеренеү эше башҡарыла, республиканың социаль-сәйәси үҫеше мәсьәләләре буйынса моног рафик эштәр, ғилми докладтар йыйынтыҡтары, уҡытыу-методик ҡу лланмалар даими нәшер ителә. 1999 йылдан алып академияла дәүләт аппартаы хеҙмәткәрҙәре өс өн "Дәүләт хеҙмәткәре китапханаһы" серияһында методик әҙәби әт баҫыла. Нәшер ителгән китаптарҙың йөкмәткеһе төрлө, әммә улар барыһы ла ҡатмарлы идара итеү эшмәкәрлеген ойоштороуҙағ ы ғилми ҡараштарҙы һәм практик тәжрибәне сағылдыра. Күптән түгел һәр дәүләт хеҙмәткәре эшмәкәрлегенең иң мөһим я ҡтарының береһе - эш ҡағыҙҙары менән эш итеүгә арналған"Эш д окументы һәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эш башҡарыу" тиг ән яңы китап донья күрҙе. Һәр дәүләт органында идара итеү ҡ арарҙарының дөрөҫлөгө күп яҡлап документтың төҙөлөүенә һәм т ултырылыуына, уның менән эштең ойошторолоуына бәйле. Китаптың авторҙары тәүге тапҡыр практик эшмәкәрлектең докуме нттар менән эш итүгә ҡатнаш фәндәрҙән һәм өлкәләрҙән докумен т тураһында тупланған белемдәрҙе барланы. Йыйынтыҡты белгест әр һәм дәүләт хеҙмәте вәкилдәре өсөн практик әһәмиәте бик ҙу р. Сөнки идара итеүҙе реформалау барышында заман өр-яңы тал аптар ҡуя. Китапты әҙерләү барышында хоҡуҡ, филология, уҡыу социологияһы, психология, архив эше, информатика өлкәһенән м атериалдар ҡулланылды. был китап, һис шикһеҙ, документтар менән эш итеүселәрҙең бар ыһы өсөн дә файҙалы буласаҡ, республиканың дәүләт һәм муници паль хеҙмәткәрҙәренең практик эшмәкәрлегендә тейешле ярҙам к үрһәтәсәк.

"Башинформ".
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал