6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Эшләүселәргә - тейешле эш хаҡы!
03.03.06


       Һуңғы биш йылда Башҡортостанда йәшәйеш кимәле тотороҡло рә үештә күтәрелә бара. Халыҡтың аҡсалата килеме лә арта. Йән б ашына килем алыу һәм уртаса эш хаҡы буйынса республика Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәренән алда бара. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль
       яҡлау министры Фидус Ямалтдинов министрлыҡтың киңәйтелгән у лтырышында ошо турала һөйләне.
       - Шул уҡ ваҡытта эш хаҡын түләү буйынса байтаҡ ҡына проблемалар йыйылды, - ти Фидус Әғләм улы. - Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса эш хаҡының юғары
       дифференциацияһын, ҡайһы бер тармаҡтарҙың артта ҡалыуын әлегә йырып сығыу мөмкин түгел. Республикала 2005 - 2008
       йылдарға иҡтисадтың бюжеттан тыш секторы һәм бюджет өлкәһе ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар программаһы раҫланды. Программала дүрт төп й үнәлеш күҙәтелә.
       Беренсеһе - эш хаҡын түләү һәм халыҡтың йәшәйеш кимәле
       өлкәһендә дәүләт гарантиялары булдырыу һәм тәьмин итеү. Дәүләттең иң мөһим гарантияһы - эш хаҡын түләүҙең минималь күләме. 2005 йылдың беренсе октябренән башлап ул 800 һум тәшкил итә, 2006 йылдың май айынан 1100 һум буласаҡ. Шулай уҡ төп гарантияларҙың береһе - хеҙмәт хаҡын үҙ ваҡытында түләүҙе тәьмин итеү. 2005 йыл дауамында республикала эш хаҡы
       буйынса бурыстар күләме 2,4 тапҡыр йәки 170 миллион һумға кәметелгән.
       Икенсе йүнәлеш - бюджет өлкәһе учреждениеларында эш хаҡын түләүҙе камиллаштырыу. 2008 йылға бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең реаль эш хаҡын 1,5 тапҡыр арттырыу ҡарала. 2005 йылда был өлкәлә тариф ставкалары 33 процентҡа
       күтәрелгән, 2006 йылда окладтарҙы ике этапта: беренсе майҙа н 15 процентҡа, беренсе октябрҙән - 11 процентҡа арттырыу планлаштырыла. Был талаптың үтәлеше ҡаты контролдә тотолорға тейеш.
       Өсөнсө йүнәлеш - бюджеттан тыш предприятие һәм ойошмаларҙа эш хаҡын түләүҙе ойоштороуҙы камиллаштырыу. Дәүләт предприятиелары һәм дотацияланған ойошмаларҙың етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүҙе көйләүҙе дауам итергә кәрәк.
       Ямалтдинов Программаның дүртенсе бүлегенә айырыуса
       иғтибар биреп үтте, бында һүҙ эш хаҡын социаль партнерлыҡтың төрлө кимәлендә килешеүҙәр булдырыу аша көйләү тураһында бара.
       - Иҡтисадтың бюджеттан тыш секторын дәүләт көйләүе сикләнгән, - ти Фидус Ямалтдинов, - шуға күрә социаль партнерлыҡ - хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы эш хаҡына хоҡуҡтарын
       яҡлауға мөмкинселек биреүсе берҙән - бер инструмент.
       БР Хөкүмәте, БР эш биреүселәр берләшмәләре һәм БР Профсоюздар федерацияһы араһындағы Генераль килешеү
       сиктәрендә 2005 йылда иҡтисад тармаҡтары буйынса беренсе разрядлы төп эшсе профессияларының тариф ставкалары күләмен индексациялау үткәрелде. Икенсе ярты йыллыҡтан башлап индексация ҡулланыусылар хаҡтарының үҫеүе менән сағыштырғанда алданыраҡ алып барылды. Дөйөм алғанда,
       инфляция 10,9 процент тәшкил иткәндә, бер йыл эсендә төп эшсе профессиялары ставкалары 15,3 процентҡа артты. Был 2006 йылда ла һаҡланасаҡ.
       Әлеге ваҡытта хеҙмәт хаҡының закон тарафынан билдәләнгән
       минималь күләме йәшәйеш минимумының өстән бер өлөшөн генә тәьмин итә. Шуға күрә социаль партнерлыҡтың барлыҡ кимәлдәрендә лә эш биреүселәргә эшселәргә йәшәйеш минимумынан да кәм булмаған күләмдә эш хаҡы түләргә йөкләмә биреүсе норманы нығытырға кәрәк. Бер юлы был "күләгәләге эш хаҡын" легалләштереүҙең бер элементы ла булып торасаҡ.
       Март аҙағында планлаштырылған БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында 2005 - 2008 йылдарға иҡтисадтың бюджеттан тыш се кторы һәм бюджет өлкәһе ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу буйынса саралар программаһының үтәлеше ҡараласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал