6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Уңдар халыҡты уйларға өйрәтә
01.03.06


       Берләшергәме, юҡмы Эйе икән, кем менән һәм ниндәй маҡсатта - Рәсәй демократтары әлегә эҙләү стадияһында ҡала. Һуңғы өс йыл эсендә ойоштороу кризисы кисереп, бөгөн улар
       либераль көстәрҙең берләшеүенә һәм, мөмкин булһа, берҙәм демократик фирҡә төҙөүгә әҙерләнә.
       Башҡортостандағы "Уң көстәр берләшмәһе" ошо көндәрҙә демократтарҙың алда көтөлгән альянсына ҡарата йәмғиәттең
       фекерен белеү маҡсатында һорау алыу үткәрҙе. Өфөлә һорау бирелгән ике йөҙ кешенең яртыһы был хәбәрҙе ыңғай ҡабул итә,
       шул уҡ ваҡытта һәр дүртенсе кеше Рәсәйҙәге бөгөнгө сәйәси мөхиттә оппозиция партияһы булдырыуҙың мәғәнәһе юҡ, тип һанай. Респонденттарҙың 15 проценты берләшкән демпартияны яҡлауҙан ҡәтғи рәүештә баш тарта, ә һәр бишенсе кеше уны сәйәси эшмәкәрлек бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмауын белдерә.
       Һорау алыу һөҙөмтәләре һәм сәйәсәттең ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарына ҡарата "Уң көстәр берләшмәһе" партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов үҙ фекерен белдерҙе:
       - Миңә ҡалһа, һуңғы йылдарҙағы ярһыу сәйәси тормош кешеләрҙе һәр яңылыҡҡа һаҡ ҡарарға өйрәтте буғай. Шул уҡ ваҡытта иғлан ителгән лозунгы һәм идеалдарҙы бер тауыштан хуплау ҙа тарихта ҡалды. Күптәр өсөн иң мөһиме - хәрәкәт итеүҙең реаль һәм аңлайышлы программаһы. Аныҡ ҡуйылған маҡсат һәм мәсьәләләр уларға яҡын икән, хатта прагматик һәм
       пессимистар ҙа үҙ һайлауын яһарға әҙер. Шуға күрә "Уң көстә р берләшмәһенең" программа комитеты яңы проект өҫтөндә эшләй , ул март айында тикшереүгә сығарыласаҡ.
       - Ниндәй партиялар менән яҡын арала "программа" күперҙәре төҙөргә йыйынаһығыҙ
       - Башҡортостанда 25 сәйәси партия бүлексәһе теркәлгән, хәрәкәт һәм төрлө йәмәғәт ойошмалары тағы ла күберәк. Беҙ Рәсәйҙең киләсәген демократик принциптарға бәйләп ҡараусы
       һәр кем менән һөйләшеүгә әҙербеҙ. Фирҡә лидерҙарының көслө тауыш менән белдергән позицияларына ҡарағанда, конкрет партияларҙы атау дөрөҫ булмаҫ ине. Әммә "юлбашсылар" китә, ә
       һөйләшеү алып барырға мөмкин булған айыҡ аҡыллы кешеләр
       ҡала.
       - "Уң көстәр берләшмәһе" партияһы эсендәге идеология бүленеше тураһында хәбәрҙәр туҡтамай, бәлки, һеҙгә башта
       үҙегеҙҙе берләштерергә кәрәктер
       - Был һорауға беҙҙең яңы лидер Никита Белыхтың яуабы миңә
       оҡшаны: "Нәҡ төрлө фекер йөрөтөү һәм уларҙы хөрмәт итеү өсө н беҙ демократтар ҙа инде. Дөрөҫлөк бәхәстәрҙә тыуа". Һәр партияла төрлө ағымдар бар: ул радикаль йә либераль булыуы мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр власть эшмәкәрлеге менән бөтөнләй
       килешмәүсе оппозиция булыу яҡлы. Был "ҡыҙылдар - аҡтар", "үҙебеҙҙекеләр - ситтәргә" бүленеүҙе беҙ үттек инде. Бындай   ҡапма - ҡаршылыҡтан яҡшы нимә килеп сыҡмай. Мин - конструктив оппозиция яҡлы. Мәҫәлән, беҙҙең партия һәм уның
       яҡлылар сафтарында билдәле иҡтисадсылар, сәйәсмәндәр, юғары дәрәжәләге етәкселәр күп.
       Хөкүмәттең "күләгәләге кабинетын" булдырыу ҡулыбыҙҙан кил ә, тип уйларға кәрәк. Һәм ошо трибунан тороп бөгөнгө власҡа оппозицияла тороу, иң мөһиме, әлеге хәлдә "уңдар" нимә эшләр
       ине - бына шуны күрһәтеү.
       - Һуңғы ваҡытта федераль кимәлдә һеҙ күптән түгел генә үҙ егеҙ һанға һуҡмағандар менән бер рәттән сәйәси акцияларҙа әү ҙем ҡатнашаһығыҙ. Икенсе тауыш партияһы һүҙһеҙ ҡалыр тип
       ҡурҡмайһығыҙмы
       - Йәмғиәткә файҙа килтереүсе һөҙөмтәле сәйәси эшмәкәрлек
       аҡыллы, төптән уйналған эштәргә таяна, ә билдәле, бәлки бик
       үк күңелгә ятмаған йөҙҙәргә түгел. Һуңғы миҫал. Власть парт ияһы тип әйтергә күнегелгән "Берҙәм Рәсәй" Фашизмға ҡаршы пактҡа ҡул ҡуйыуҙы башлап ебәрҙе. "Уң көстәр берләшмәһе" быны хупланы, әлбиттә. Һәм шунда уҡ Пермдә үткән, уңдарҙың лидеры
       ҡатнашҡан асыҡ йәштәр форумында фашистар (уларҙы бер кем дә саҡырмаған) булыуына ҡағылған, заказ буйынса булыуы күҙгә
       ташланған ғауға башлана. Ҡайһы бер баҫма журналистары күп кенә факттарҙың ғәмәлгә тап килмәүе тураһында ғариза менән сығыш яһаны.
       Һәм тағы бер мәл. Рәсәй күп йылдар дауамында террорсылыҡҡа
       ҡаршы көрәшә, һәм беҙ был яуызлыҡ төшөнсәһе менән яҡшы таныш. Шул ваҡытта Мәскәүҙә үткән һөйләшеүгә Палестинаның
       террорсылыҡ төркөмө ХАМАС лидерҙары саҡырыла. "Уң көстәр берләшмәһенең" федераль сәйәси советы быға ҡаршы булыуын белдереп сығыш яһаны. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә,
       төрлө һорауҙар буйынса үҙ позицияларын белдереп һәм яҡлап, уңдар халыҡты уйларға һәм үҙ фекерен булдырырға өйрәтә, һәм ул "Кремль фекеренә" тап килмәүе лә ихтимал.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал