6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Красников ышаныслы сығыш яһай
28.02.06


       Саранск ҡалаһында боҙ өҫтөндә мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатының икенсе этабы үтте. Еңеүҙе тағы ла Башҡортостан
       вәкиле Николай Красников билдәләне, ул әлеге ваҡытта иң яҡындағы эҙәрлекләүсеһенән ун мәрәйгә алда бара. Ә бына
       икенсе чемпион - "ҡадировсы" Дмитрий Буланкиндың сығышы
       уңышһыҙыраҡ булды. Техник проблемалар арҡаһында беҙҙең
       мотоуҙышсыбыҙ бер нисә ярышта финишҡа һуңғы булып килде һәм һөҙөмтәлә иң түбәнге - "D" финалында ғына ҡатнашыу мөмкинселегенә эйә булды. Әммә был "бәләкәй" еңеү боҙ
       өҫтөндәге уҙыштар оҫтаһы өсөн йыуаныс була алыуы икеле. Хәҙер инде ул чемпион тажы өсөн теоретик рәүештә генә көрәшә
       ала.
       Красников иһә уҙыштың икенсе көнөндә тәүгеһенә ҡарағанда л а ышаныслыраҡ сығыш яһаны. Ул дүрт уҙышта беренсе һәм тағы б ерәүһендә трасса хужаһы Юнир Базеевҡа ғына бирешеп, икенсе б улып килде. Әммә финал ярышында Красников кемдең ысын чемпион икәнлеген иҫбатланы - Базеевты арта ҡалдырып, финишҡа беренсе булып килде.
       Ике этаптан һуң Николай Красников йөҙ процент күрһәткес -
       50 мәрәй - менән беренсе урынды биләй. Икенсе урында уның т өп эҙәрлекләүсеһе Юнир Базеев (40). Өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы әлегә Учалынан Михаил Богданов һәм Саранск егете В ладимир Лумпов бүлешә ( 32- шәр мәрәй). Өфөлө Андрей
       Шишегов, австриялы Франц Цорн, швед Стефан Свенссон, өфөлөләр Илья Дроздов һәм Дмитрий Буланкин, шулай уҡ ҡыҙыу ф ин егете Антти Аакко ла иң яҡшы мотоуҙышсылар иҫәбендә.
       Киләһе этап 11 - 12 мартта Нидерландта уҙасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал