иҡтисад
Ольга Воронцова: "Урындағы бюджеттарға "өлкәнәйергә" ваҡыт"
27.02.06
Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарына ла тигеҙ ҡараш - а лдан күреүсән төбәк сәйәсәтенең төп принцибы ошонан ғибәрәт,
тип һанай фискаль сәйәсәт үҙәге "Бюджет - ара мөнәсәбәттәр"
йүнәлешенең ғилми етәксеһе Ольга Воронцова. Уның фекере буйынса симметрияһыҙ федерализм зыянлы һәм мәғәнәһеҙ ваҡыт үткәреүгә тиң.
"Башинформ" агентлығында үткән селектор матбуғат конференцияһында Ольга Валерьевна "эшләй" башлаған билдәле 1 31 - се федераль закон һәм уның бөгөн Рәсәй Федерацияһында б арлыҡҡа килгән бюджет - ара мөнәсәбәттәргә йоғонтоһона тәүге эксперт баһаһын бирҙе. "Бюджет килемдәрен билдәләү
пропорциялары һәм һәр бюджет кимәленең үҙаллылыҡ күләме төп һорауҙар иҫәбендә ҡала", - тип билдәләй Ольга Воронцова.
Бюджет сығымдарына килгәндә, уларҙың структура реформаһы һуңғы ике йылда дауам итә. Федераль финанс мандаттары төрлө ҡиәфәт ала, әммә уларҙың маҡсатлы йүнәлеш дәрәжәһе арта бара. 2005 йылда федераль средстволар уртаса алғанда властың
башҡа кимәлдәрендә бюджет йөкләмәләренең яртыһын тәьмин
итеүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ә үткән йылдың һуңғы көндәрендә б ыға тиклем тартып алынған вәкәләттәрҙең төбәктәргә кире ҡайтарылыуы башланды.
Әммә был йөкләмә һәм хоҡуҡтарҙы күсереп йөрөтөү
ысынбарлыҡта бары тик проблемаларға ғына әүерелә. Ольга
Воронцованың фекеренсә, нәҡ ошо вәкәләттәр тапшырыу "үҙ" бюджет төшөнсәһенең үҙ төҫөн юғалтыуына килтерә.
Ольга Воронцова ҡарамағына тағы бер етди мәсьәлә - федераль һәм төбәк властарының талапсан булмауы. Шуға күрә 131 - се закондың тиҙҙән үҙ көсөнә инеүе сәбәпле артыҡ "көсөргәнеш кисермәгән" төбәктәр 2009 йылға тиклем күсеү осоронда ла етди ҡарар ҡабул итер тип ышаныуы ҡыйын. Икенсе яҡтан, төбәк хөкүмәттәренең, айырыуса урындағы үҙидара органдарының иң мөһим рычаг - федераль һалым ставкаларына йоғонто яһау мөмкинселеге юҡ. Шул уҡ ваҡытта муниципаль реформаға әҙерлек фонында үткән йылда табышты федераль үҙәк файҙаһына күсереп билдәләү дауам итте - бюджеттың иң түбәнге кимәл табыштарын юғалтыу беҙҙең республикалағы кеүек үк 6,5 проценттан да кәм тәшкил итмәгән.
Эксперт күҙлегенән сығып ҡарағанда, Башҡортостандың хәле
уңайлы. Бюджет донороның көслө позицияһы һәм федераль етәкселек менән яҡшы мөнәсәбәт үҙенекен итә. Ольга Воронцованың һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың социаль - иҡтисади үҫеше буйынса оҙайтылған федераль маҡсатлы программа сиктәрендә финанслауҙың дауам итеүен дә өҫтәмә плюс булараҡ ҡабул итергә мөмкин, ә был йыл һайын алты миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Шулай ҙа урындағы үҙидара
реформаһының бөгөнгө вариантында төбәк власы тарафынан муниципалитеттар тураһында артыҡ хәстәрлек күреү мөһим роль уйнай.
- Рәсәй Федерацияһының ярайһы уҡ бай субъекты булараҡ республика вәкәләттәрен ҙур күләмдә урындағы кимәлгә тапшыра, - тип билдәләй Ольга Валерьевна. - Төбәк урындағы бюджеттар ихтыяжын үҙ иҫәбенә ҡапларға һәләтле. Әммә нәҡ ошо мөмкинселек барлыҡҡа килгән муниципалитеттарҙың "теҙгенен бушата", башҡалар елкәһендә ултырыуҙы дәртләндерә һәм үҫешкә ынтылышты юҡҡа сығара. Бюджет тигеҙләнеше - бай б улмаған төбәктәр өсөн мәжбүри сара, Башҡортостан улар иҫәбенә инмәй.
Бындай протекционизмды тәүге йылда "ғәфү итергә" мөмкин. Әммә шунан артыҡ түгел. Юҡһа урындағы үҙидара огандары бюджет өлкәһендә үҙаллылыҡҡа өйрәнә алмаясаҡ.
- Бөгөн, мәҫәлән, урындағы үҙидара органдарына һалымдарҙы ң "үҙ" өлөшөн йыйыу хоҡуғын йәки территориаль һалым хеҙмәте эшмәкәрлегенә йоғонто яһау мөмкинселеген биреү маҡсатҡа ярашлы булыр ине, - тип "өлкәнәйеү" рецебын тәҡдим итә Ольга
Воронцова. - Мәҫәлән, Беларусь һәм Ҡаҙағстанда шулай эшләнә . Матбуғат конференцияһы "Из первых уст" төбәк журналистика һы клубы ярҙамында үткәрелде.