6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Хәрби комиссар "бабайлыҡты" нисек бөтөрөргә белә
22.02.06


       Башҡортостандың хәрби комиссары Тимофей Азаров ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы ҙур аншлаг менән үтте. Журналистар менән осрашыу Ватанды һаҡлаусылар көнөнә а рналды.
       - Советтар Союзы тарҡалыу менән беҙҙең Ҡораллы Көстәр өсөн ауыр ваҡыттар башланды, - ти Тимофей Азаров. - Хәрби техника бик аҙ күләмдә һатып алынды, хәрби ҡаласыҡтар төҙөлмәне тиерлек, офицерҙар өсөн торлаҡ та етмәй. Әммә
       дәүләткә Ҡораллы Көстәрһеҙ йәшәү мөмкин түгел - айырыуса Рәсәй кеүек илгә. Һәм һуңғы ике йылда, ниһайәт, армияға йөҙ менән боролоу һиҙелә. Ул аҡрынлап һауыға, аяғына баҫа башланы.
       Военком менән һөйләшеү башлыса данлы үткәнгә түгел, ә Рәсәй Армияһының бөгөнгөһө һәм киләсәгенә ҡағылды. Һәм беренсе сиратта журналистар армиялағы билдәле "бабайлыҡҡа" ҡ арата Азаровтың фекере менән ҡыҙыҡһынды.
       - Мин армияла уставҡа тап килмәгән мөнәсәбәттәр тураһында
       факттарҙы йәшереп ҡалдырыуға ҡәтғи ҡаршы, - тип белдерҙе хәрби комиссар. - Әйткәндәй, бөгөн бындай хәл өсөн командирҙар ҡаты язаға тарттырыла.
       "Бабайлыҡтан" нисек ҡотолорға мөмкин Тимофей Азаров был йәһәттән дә үҙенең уйҙары менән уртаҡлашты:
       - Уставҡа тап килмәгән мөнәсәбәт командир йүнле булмаған урында ғына барлыҡҡа килә. Аҡыллы командир һәр һалдатҡа үҙ
       улына ҡараған кеүек мөнәсәбәттә булырға тейеш, - ти ул. - Б ыға өҫтәп яҡшы туҡланыу, таҙа урын - ер, күнекмәләрҙең аныҡ регламенты булырға тейешлеген дә әйтергә кәрәк.
       2005 йылда илдең Ҡораллы Көстәр сафтары Башҡортостандың 1 3 меңгә яҡын йәш һалдаты менән тулыландырылған.
       - Беҙҙең саҡырылыусылар иң яҡшылары тип иҫәпләнә, уларҙы һәр частә лә ҙур теләк менән ҡабул итәләр, - тип маҡтана
       Тимофей Азаров. - Әйткәндәй, беҙ һәр часть менән элемтәне өҙмәйбеҙ, теләгән ваҡытта теге йәки был һалдаттың яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу мөмкинселеге бар.
       Армияға саҡырылыуҙы ойоштороу кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы - Урал хәрби округында ғына түгел, тотош Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылған.
       1300 егетебеҙ үткән йылда контракт буйынса хеҙмәт итә
       башланы. 2007 йыл аҙағына 80 часть һәм уларҙың
       ҡушылмаларын профессиональ нигеҙгә күсереү планлаштырыла.
       - 2008 йылдан башлап армияға саҡырылыу буйынса хеҙмәт ите ү бер йылға тиклем ҡыҫҡарасаҡ, - тип хәтергә төшөрә Тимофей Азаров. - Әгәр беҙ контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙе т улыһынса комплектлаһаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, юҡ икән, хеҙмәт итергә кеше ҡалмаясаҡ, һәм армияла хеҙмәт итеүҙе кисектереүҙәрҙең күпселеге бөтөрөлөүе лә ихтимал.
       Әйткәндәй, республиканың хәрби комиссары үҙенең ике ҡулла п кисектереүҙәр һанын ҡыҫҡартыу яҡлы булыуын йәшермәй:
       - Сәләмәтлек торошо һәм уҡыу буйынса кисектереүҙәрҙе генә
       ҡалдырырға кәрәк, - ти ул.
       Ә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр беҙҙә етерлек ,
       хатта дәғүәселәр араһынан иң яҡшыларын һайлап алыу мөмкинселеге лә бар, тип белдерҙе Азаров.
       Беҙҙең белешмә: бөгөн республикала 23 мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Башҡортостан егеттәренең туғыҙ меңдән ашыуы афған һуғышында, 14 мең тирәһе Чечняла булған. 28 меңдән ашыу егетебеҙ бөгөн армияла кисектергеһеҙ хеҙмәт
       үтә, алты меңе контракт буйынса хеҙмәтте һайлаған. Башҡортостандан 1500 кеше илдең хәрби белем биреү учреждениеларында уҡый. 23 февраль - беренсе сиратта уларҙың
       байрамы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал