6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Эш эҙләүгә - 40 сәғәт
21.02.06


       Эш эҙләүселәргә аҙнаһына нәҡ ошо тиклем, ә бәлки күберәк тә
       ваҡыт сарыф итергә кәрәк. Был айырыуса уҡыу йорттары сығарылыусыларына ҡағыла. Сөнки ныҡышмалы рәүештә эҙләргә һә ләтле булғандар ғына яҡшы эш урынына дәғүә итә ала. Ә инде э ш бүре түгел, урманға ҡасмаҫ кеүек мәҡәлдәр күптән үҙенең актуаллеген юғалтты.
       Бөгөнгө йәштәргә студент эскәмйәһендә ултырғанда уҡ эш тураһында ҡайғырта башларға ваҡыт. Ошо көндәрҙә эшкә урынлашыу мәсьәләләренә арналған ғилми - ғәмәли конференцияла Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов йәштәргә ошондай кәңәш бирҙе.
       Бының ыңғай яҡтары етерлек. Йәш кеше коллективта эшләү тәжрибәһенә эйә була - бер, кейем - һалымға йәки төнгө клубт а
       күңел асыуға аҡса эшләй - ике, хеҙмәт кенәгәһендә тәүге яҙы у ала - өс. Һуңғы пункт бөгөн айырыуса мөһим.
       Бөгөн хеҙмәт баҙарында ауыл хужалығы эшсәндәре, сауҙа һәм
       йәмәғәт туҡландырыу, сәнәғәт, төҙөлөш өлкәһендә эшләүселәр кәрәк. Финанс - кредит, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ өлкәһе белгестәре артыҡ һорау менән файҙаланмай. Әммә йәштәр араһында әлеге ваҡытта бухгалтер, юрист, офис - менеджер, уҡытыусы, инженер, секретарь, менеджер, сауҙа вәкиле, һаҡсы,
       йөк ташыусы һөнәре популяр.
       Өсөнсө пунктҡа килгәндә, бында Юлай Талха улы йәштәргә түләүһеҙ эшләп ҡарарға кәңәш бирҙе. Әйтәйек, буласаҡ юристар
       өсөн - йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә тәжрибә туплау. Бындай урын Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында бар. Ул үҙе иһә уҡыу осоронда слесарь - балта оҫтаһы булып эшләгән, шуға күрә уҡыуҙы тамамлағандан һуң
       өс йыллыҡ стажға ҡағылышлы проблема уны борсомаған.
       Йәштәргә эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү үҙәктәренең йәштәрҙең эшкә урынлашыу проблемаһын хәл итеүгә индергән
       өлөшө ҙур, улар 10174 кешегә эш табырға ярҙам иткән. Мәҫәлә н, 2005 йылда был үҙәктәргә һәм уның филиалдарына ярҙам һора п 18798 йәш кеше, улар иҫәбендә 4987 балиғ булмағандар мөрәжәғәт иткән. 1833 кеше даими эш урынына, 4211 кеше - ваҡытлыса эшкә урынлаштырылған.
       Республиканың Елена Поспелова исемендәге "Перспектива" вожатыйҙар әҙерләү үҙәге үткән йылда балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарында 453, "Коперник" үҙәге - 1113 кешене эшкә урынлаштырған. Үҙәктәргә башлыса урта махсус белемле егеттәр
       һәм ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә ( 45 процент). Икенсе урында - тамамланмаған юғары белемле йәштәр (34 процент), өсөнсө урында - юғары белемлеләр (19). Дөйөм урта белем алған йәштә ° (башлыса улар балиғ булыу йәшенә етмәгән) ике процент тәшкил итә.
       2005 йылда Башҡортостанда барлығы 74744 йәш кеше эш урыны м енән тәьмин ителгән, улар араһында республиканың ҡала һәм
       район хакимиәттәренең йәштәр сәйәсәте буйынса органдары ярҙамы менән - 18252 кеше эш урынлы булған.
       Эш үҙенән - үҙе табылмай, әлбиттә. Уны табыр өсөн байтаҡ көс түгергә кәрәк. Эш эҙләүҙә иң мөһиме - кеше үҙе, уның тел әге, һәләттәре һәм әүҙемлеге.
       Һүҙ аҙағында эш эҙләүселәргә бер нисә кәңәш:
       1. Һеҙгә бер кем дә бер нимә лә тейеш түгел, шул иҫәптән эш урынын да, уны алыу өсөн көрәшергә кәрәк.
       2. "Даланлылар" һәм "даланһыҙҙар" араһында айырма хеҙмәт баҙарындағы кризис кеүек тышҡы факторҙарҙан түгел, һәр кемдең үҙ эшен нисек алып барыуынан сығып билдәләнә.
       3. Эш эҙләй башлар алдынан алдығыҙға аныҡ маҡсат ҡуйығыҙ һәм һуңғы һөҙөмтәне күҙаллағыҙ.
       4. Булғандан сығып ҡына ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Үҙегеҙ теләг ән эш урынына ныҡышмал рәүештә ашҡынығыҙ.
       5. Үҙегеҙ өсөн ниндәй эш эҙләүегеҙҙе асыҡлағандан һуң, бы л
       турала мөмкин тиклем күберәк кешегә белдерегеҙ. Һеҙҙең проблема хаҡында күберәк кеше белгән һайын ул тиҙерәк хәл ителәсәк.
       6. Шул уҡ эште башҡара алыусы кешеләрҙән нимә менән айырылып тороуығыҙҙы билдәләүгә күберәк ваҡыт сарыф иткән
       һайын был эште ҡулға төшөрөү ышанысы арта бара.
       7. Бөгөнгө ваҡытта кәрәк булған белем һәм күнекмәләр менә н ҡоралланырға тырышығыҙ, айырыуса компьютер менән файҙалана белеү мөһим.
       8. Эш эҙләү менән аҙнаһына 40 сәғәт йәки унан да күберәк ваҡыт шөғөлләнегеҙ.
       9. Үҙегеҙҙе тиҫтәләгән кире ҡағыу алырға мөмкин булыуына әҙерләгеҙ. Был нормаль хәл. Тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә барыбер уңышҡа өлгәшәсәкһегеҙ.
       10. Хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында хәбәрҙар булырға тырышығыҙ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал