6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Аҙыраҡ, әммә яҡшыраҡ
20.02.06


       Аҙыраҡ, әммә яҡшыраҡ. БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү
       идаралығы начальнигы Мөхтәр Фәтҡуллиндың ошо көндәрҙә булып үткән республика ғилми - ғәмәли конференцияһында республиканың профессиональ белем биреү учреждениеларына белдергән теләген ҡыҫҡаса ошо һүҙҙәр менән билдәләргә
       мөмкин. Башҡортостандың төп мәғариф ведомствоһы һәм республиканың уҡыу - фәнни методик үҙәге был сараны профессиональ белем биреү учреждениелары
       сығарылыусыларының эшкә урынлашыу һәм хеҙмәт баҙарына яраҡлашыу темаһына арнаны.
       - Әгәр ун йыл самаһы элек белем биреү сифаты буйынса беҙҙең ил бишенсе - алтынсы урын биләһә, бөгөн ул 27 урынға төштө. Сөнки сит илдә беҙҙең сығарылыусыларҙы бик яратып бармайҙар.
       Беҙҙә иһә уларҙы нисек эшкә урынлаштырырға белмәйҙәр. Айырыуса был "юрист", "экономист", "финанстар һәм кредит", "бухгалтер" һөнәрҙәренә ҡағыла. Дәүләт ссуздарының төбәк системаһында был төркөмгә һуңғы йылдар сығарылышының 26 - 27
       проценты, юғары профессиональ белем биреү системаһында - 26 , 9 процент тура килә.
       Дөйөм алғанда, уҡыу йорттары сығарылыусылары эш менән тәьмин итеү хеҙмәтен эшһеҙ ҡалдырмай. Теркәлгән эшһеҙ йәштәр араһында 52 процент башланғыс профессиональ һәм урта дөйөм белемле, 42 проценты - юғары һәм урта профессиональ белемгә эйә.
       Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәтенең беҙҙең республика буйынса идаралыҡ мәғлүмәттәре б уйынса, быйылғы йыл башына эшһеҙҙәр араһында иң күбе - бухгалтерҙар (1530 кеше). Исемлектә артабан экономистар - 40 2 кеше, шул иҫәптән 2005 йылғы вуз сығарылыусылары ( 39 кеше ), юристар - 278, улар араһында үткән йылғы сығарылыусылар -
       47
       кеше.
       Шул уҡ ваҡытта өҫтә әйтелгән һөнәрҙәргә эйә булырға
       теләүселәр һаны кәмемәй, ә вуз һәм ссуздар кадрҙар әҙерләүе н дауам итә. Әммә эшкә урынлаштырыу йәһәтенән гарантияны
       барыһы ла бирмәй. Һәм сығарыусылар был турала артыҡ баш та ватмай. Алынған һөнәр буйынса эш урыны булмауына өйрәнеп тә бөтөлгән. Шуға күрә күптәр квалификацияларына ҡул һелтәп,
       коммерцияға табан юл тота. Ҡайһы берәүҙәре республиканан бөтөнләй ситкә сығып китә. Әммә йәш белгестәр студент эскәмйәһенән үк интеллектуаль һәм ижади потенциалы йәшәгән төбәктәрендә файҙаланыу мөмкинлегенә ышанып белем алырға тейеш. БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллинаның һүҙҙәренә ҡ арағанда, министрлыҡ һәм ведомство, муниципаль берәмек хакимиәттәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре, эш биреүселәрҙең уртаҡ эшмәкәрлеге генә хәлде юлға һалырға мөмкинселек бирәсәк.
       Бөгөн уҡыу йорто сығарылыусыларын эш менән тәьмин итеү проблемаларын хәл итергә һәләтле закон проекттары федераль кимәлдә әҙерләнә. Башлыса, һүҙ 2007 йылдан алып кире ҡайтарылырға тейешле дәүләт субсидиялары - процентһыҙ ҡайтарылыу нигеҙендә бирелгән бюджет средстволары тураһында бара. Быны совет ваҡытында сығарылыусының
       билдәле урында ниндәйҙер ваҡыт эшләргә йәки аҡсаны ҡайтарырға тейеш булған системаһы менән сағыштырырға мөмкин. Был яңылыҡ профессиональ белем биреү учреждениеларына йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләп, республикаға һ әм илгә кәрәкле белгестәрҙе генә әҙерләп сығарырға ярҙам итәсәк.
       - Беҙ иҡтисадҡа кәрәкле кешеләрҙе уҡытырға тейешбеҙ, - т ип һыҙыҡ өҫтөнә алды мәғариф министры. - Һәм профессиональ белем биреү баҙарында абруйлы урын биләү өсөн ссуз һәм вуздарға беренсе сиратта сәнәғәткә ниндәй белгестәр кәрәклег е, уларға бөгөнгө көндә һәм киләсәктә һорауҙың нисек булырын белеү мөһим.
       Мәғариф министрлығы үҙе лә был йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, ул Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәтенең беҙҙең республика буйынса идаралығы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында оҙайлы килешеүгә ҡул ҡуйған. Был союз профессиональ белем биреү
       учреждениеларында белгестәрҙе әҙерләү күләмен һәм профилдәрен республика иҡтисадындағы структурала
       үҙгәрештәрҙең ихтыяжы һәм талаптарына ярашлы әҙерләргә мөмкинселек бирәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал