6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Иҫкелек мираҫы менән хушлашырға ваҡыт
10.02.06


       Кисә Республика Йортонда БР Хөкүмәте Премьер - министры
       Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә үткән селектор кәңәшмәһендә ике мөһим һорау тикшерелде. Башҡортостандың торлаҡ - коммуналь комплексы эше һәм республика халҡын
       торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында һөйләшеү булды.
       Беренсе һорау буйынса доклад менән БР торлаҡ - коммуналь
       хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллин сығыш яһаны. 2004 йыл менән сағыштырғанда, республиканың торлаҡ - коммуналь комплексында килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны кәмене, тип белдерҙе ул. Торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләү буйынса халыҡты социаль яҡлау системаһы булдырылған.
       Әммә халыҡтың бер өлөшө, шул иҫәптән ҡайһы бер предприятие,
       бюджет ойошмалары ла торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереү,
       йылылыҡ, электр энергияһы һәм газ өсөн даими түләмәй. 2006 йылдың 1 ғинуарына торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләү
       буйынса халыҡтың бурысы 795 миллион һум тәшкил иткән.
       Икенсе һорау - торлаҡ төҙөү барышы һәм халыҡты торлаҡ менә н тәьмин итеү буйынса БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров сығыш яһаны. Уның телмәре бер нисә проблемаға ҡағылды. 2005 йылда бер миллион 605 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылыуын иҫкә төшөрөп ү тте ул. Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе арта бара. Әгәр 2000 йылда бер кешегә уртаса алғанда 17,5 квадрат
       метр тура килһә, 2004 йылда был һан 18,9 квадрат метр тәшки л иткән. Әммә төҙөлөш йылдам барыуына ҡарамаҫтан, халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителеүҙән алыҫ. 2010
       йылға торлаҡ төҙөү күләмен йылына ике миллион квадрат метрғ а тиклем арттырырға, торлаҡтың баҙар хаҡын кәметергә һәм уны
       халыҡтың киң ҡатлам вәкилдәре өсөн дә алырлыҡ итергә кәрәк.
       Ҡалаларҙа, айырыуса баш ҡалала иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ һаман да күп ҡала. Һәм был проблема тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Республика буйынса 48 меңгә яҡын кеше иҫке
       һәм авария хәлендәге йорттарҙа көн күрә. Иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ фондының дөйөм майҙаны 2005 йыл башына 860 мең квадрат метр, шул иҫәптән авария хәлендәге йорттар - 80 мең квадрат метр тәшкил иткән. Өфөлә был һан, ярашлы рәүештә, 394 һәм 36 мең квадрат метр тәшкил итә.
       2004 йылда "Граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ
       фондынан күсереү" Программаһы сиктәрендә республика бюджетынан 50 миллион һум, бюджеттан тыш средстволарҙан 100 миллион һум бүленгән. 11 мең квадрат метр майҙанда иҫке һәм авария хәлендәге йорттар емерелгән, 1208 кеше ( 567 ғаил ә) яңы торлаҡҡа күсерелгән. 2005 йылда ошо уҡ маҡсатҡа бер а ҙ күберәк аҡса тотонолған. Әммә бындай тиҙлек менән барһа, процесс оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай . Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына
       450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлек буйынса саралар программаһына ярашлы, 2006 йылда граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүгә 500 миллион һум бүленәсәк.
       - 2006 йылдың республика Президенты Указы менән Башҡортостанда Төҙөкләндереү йылы тип иғлан ителеүе хаҡында беләһегеҙ, - тине Мәүлейәров. - Һәм хәҙер элекке замандың иҫке мираҫтары менән хушлашырға ваҡыт.
       Селектор элемтәһе буйынса райондар менән һөйләшкәндә Байдәүләтов ярайһы уҡ күп тәнҡит һүҙҙәре әйтте.
       - Күберәк төҙөргә, предприятиеларҙы үҙ хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ алыуҙа ярҙам күрһәтергә йәлеп итеү кәрәк, - тине Рафаэль Ибраһим улы. Ипотеканың тәүге взносын түләргә булһа ла ярҙам итһендәр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал