6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ер аҫты байлыҡтары

Ҡара алтын менән тормош буйлап
27.11.03


       Еребеҙ ҡуйынында күпме нефть, газ, төҫлө металдар ҡалыуы т ураһында уйланғанығыҙ бармы Уйланырға ваҡыттыр, моғайын. Сө нки тиҙҙән беҙҙең был байлыҡтарһыҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал. Белгестәр иҫәпләүе буйынса нефть табыу эштәре бөгөнгө тиҙлек
       менән барһа, Рәсәйҙә "ҡара алтын" запастары 29 йылдан бөтәс әк. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда иһә Ираҡта, мәҫәлән, неф ть 129 йыл, Иранда -- 69 йыл ҡулланырлыҡ нефть ҡалған.
       20 - 21 ноябрҙә Өфөлә "Башҡортостанда геология, файҙалы
       ҡаҙылмалар һәм экология мәсьәләләре" темаһына Бишенсе респу блика геология конференцияһы үтте. Был юлы ул республикабыҙҙ ың нефть яҡтылыҡтарын өйрәнеүсе данлыҡлы геолог Ҡадир Рәхим улы Тимерғазиндың 90 йыллығына арналды. Секция ултырыштарынд а ғаримдар Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын өй рәнеү, үҙләштереү, яңы ятҡылыҡтарын асыу, рудаларҙы һәм сейм алдытабыу технологияларын яҡшыртыу темаларын тикшерҙе. Бер н исә доклад минераль - сеймал базаһын яңыртыу мәсьәләһе Рәсәй ҙә үтә ҡырҡыу тора. Был үҙ ваҡытында разведка менән етди шөғ өлләнмәй, төп көстө элек үҙләштерелгән ятҡылыҡтарҙы күберәк файҙаланып ҡалыуға йүнәлтеү арҡаһында шулай килеп сыҡты. Өҫт әүенә, СССР тарҡалыу менән күп ятҡылыҡтар БДБ илдәрендә ҡалд ы. Хәҙер уларға алмаш эҙләргә, етмәһә, киләсәккә яңы ятҡылыҡ тар асырға, уларҙы үҙләштереүгә байтаҡ сығымдар кәрәк.
       Башҡоростанда геология эштәре бер нисә йүнәлештә алып ба рыла: тәрән ҡатламдарҙа яңы нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, элек а сылған алтын, баҡыр, көкөрт, минералдар ятҡылыҡтарын өйрәнеү , республикала ҡабул ителгән минераль һыуҙар программаһы буй ынса эшләү. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең Тәбиғи ресурстар министрлы ғы байлыҡтарҙы дөрөҫ файҙаланмаған предприятиеларҙы асыҡлау менән дә шөғөлләнә.
       Һөҙөмтәлә быйыл республикала тағы ике нефть ятҡылығы, Ба ймаҡта полиматериалдар ( баҡыр, цинк, алтын, көмөш һ. б. ) я тҡылығы, Учалы һәм Белоретта һибелмә алтын, Көйөргәҙелә фосф орит һәм ҡиммәтле таштар, Хәйбуллала тәрәндә ҙур таҙа һыу ят ҡылығытабылған. Белоретта табылған алмас һәм хром, тимер руд алары запасын өйрәнеү дауам ителгән. Күпселектә разведка ятҡ ылыҡтарҙы өйрәнеү эштәрен үҙләштереүсе предприятиелар үҙҙәре
       финанслай. "Башнефть" акционерҙар йәмғиәте, мәҫәлән, респуб ликала һәм ситтә бөтөн разведка эштәрен үҙәре башҡара. Сөнки
       эре предприятиеларға үҙ киләсәген, сеймал базаһын тәьмин ит еүе мөһим.
       Сеймал запастары, әлбиттә, ер йөҙөндә сикһеҙ түгел. Һ әм ул яңырып та тормай. Әммә булғанды файҙалана белеү, уны и ҫәпләй һәм киләсәкте күрә белеү ҙә мөһим.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал