6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Төньяҡ баш ҡала өсөн бүләктәр
06.02.06


       Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге делегация Санкт - Петербургта
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуға арналған мәҙәни - мәғлүмәт акцияһында ҡатнашты. Мәҙәни акция сиктәрендә Белосельскийҙар - Белозерскийҙар һарайында республиканың "Ағиҙел" кинофотоклубы ойошторған "М әңгегә Рәсәй менән" тип исемләнгән ике көнлөк күргәҙмә
       асылды. Экспозиция БР Милли музей фондтарынан алынған документтар һәм материалдар нигеҙендә әҙерләнгән.
       Фотокүргәҙмә презентацияһы Рәсәйҙең Европа өлөшө һәм Европа илдәре башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышы
       алдынан үтте, унда Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге егерменән ашыу төбәгенән, Эстония, Латвия, Белоруссия, Украина, Германия, Польша, Финляндия һәм Швециянан башҡорт йәмәғәт о йошмалары делегациялары ҡатнашты.
       Ун стендта башҡорттарҙың тормош - көнкүрешен һүрәтләүсе, Башҡортостандың тарихы һәм уның Рәсәй менән мөнәсәбәттәре ту раһында һөйләүсе йөҙҙән ашыу фото һәм документтар менән
       танышырға мөмкин ине.
       БР Милли музейының фән буйынса генераль директоры урынбаҫары Любовь Чишкова һөйләүенсә, Санкт - Петербургта ҡуйылған күргәҙмәлә башҡорттарҙың 1812 йылдағы Ватан һуғышында, Граждандар һуғышында һәм Петроград фронтында ҡатнашыуы тураһында бәйән итеүсе уникаль документаль күрһәтелгән. Бында шулай уҡ билдәле ғәрәп географы Мәхмүт Әл
       - Ҡашғариҙың далалар - башҡорттарҙың йәшәгән урындары күрһәтелгән карталарын өйрәнергә була.
       Экспозиция 1788 йылда мосолмандарҙың диниә идаралығын, 1800 йылда Ырымбур һәм Өфө Епархияларын булдырыу, Башҡортостан территорияһында 32 тимер һәм баҡыр иретеү заводтары төҙөү һәм республика өсөн мөһим булған башҡа ваҡиғалар тураһында һөйләүсе архив материалдарына бай.
       Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең 400 йыллыҡ юбилейын билдәләү һәм Дуҫлыҡ Монументын төҙөү хаҡындағы материалдар ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ. Ә БР Милли музейы
       тәҡдим иткән уникаль фотографиялар Николай Икенсенең Башҡортостанға килеүен һүрәтләй.
       Өфөнөң билдәле "Китап" нәшриәте лә төньяҡ баш ҡалаһында үткән тантаналарҙан ситтә ҡалмай һәм Башҡортостан тураһында китаптар күргәҙмәһе, Рәсәй этнография музейында башҡорт
       милли кейемдәре күргәҙмәһен ойоштора.
       Сағыу төҫтәге күлдәктәр, итәктәр, баш кейемдәре, биҙәк ту ҡыу, сигеү өлгөләре, балаҫтар, гобелендар, ашъяулыҡтар һәм б ашҡа төрлө биҙәүестәр - нимә генә юҡ бында! Любовь Чишкова әйтеүенсә, башҡорт халҡының ғөрөф - ғәҙәттәре һәм йолалары
       тураһында күргәҙмә ҡайһы бер дәреслектән дә яҡшыраҡ һөйләргә һәләтле!
       Санкт - Петербургта йәшәүселәр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн бындай экспозициялар һирәк бүләк, әммә Өфөнән килгән
       сюрприз һәм бүләктәр бының менән тамамланмай: Михаил Нестеров исемендәге художество музейының графика күргәҙмәһе һәм Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты
       ойошторола.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал