6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Сертификатлаштырылған, тимәк сифатлы
06.02.06


       Ошо көндәрҙә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығында үткән "түңәрәк өҫтәл" артында күсемһеҙ милек агентлыҡтары етәкселәре һәм журналистар йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар күсемһеҙ милек баҙарында хеҙмәтләндереүҙе сертификатлаштырыу темаһына фекер алышты. Күсемһеҙ милек баҙ арында хеҙмәтләндереүҙе ирекле сертификациялау системаһы күс емһеҙ милек баҙарында ҡатнашыусыларҙың милли профессиональ берләшмәһе - Рәсәйҙең риэлтерҙар гильдияһы - тарафынан 2002 йылда булдырыла. Сертификатлаштырыу системаһын Рәсәйҙә күсемһеҙ милек баҙарының 10 йыллыҡ үҫешенең логик дауам ителеше тип әйтергә мөмкин, сөнки ул лицензиялауҙың элекке системаһында булған барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙ эсенә ала. Әммә мотлаҡ лицензялауҙан айырмалы рәүештә, сертификатлаштырыу - ирекле акция һәм үҙ эш кимәлен
       был стандартҡа тап килә, тимәк ярайһы уҡ юғары тип һанаған
       фирмалар өсөн тәғәйенләнә.
       Сертификатлаштырыу системаһы нигеҙен "Риэлтер эшмәкәрлеге. Күсемһеҙ милек баҙарында брокер хеҙмәтләндереүе" милли стандарты тәшкил итә. Милли стандарт талаптары бөтә Рәсәй өсөн бер төрлө, һәм үҙ эшмәкәрлегендә тап килеү билдәһен файҙаланырға теләүсе һәр күсемһеҙ милек агентлығы стандарт талаптарының үтәлешен раҫларға тейеш. Стандарттың нигеҙе - персоналды уҡытыу. Уҡытыуҙың берҙәм программаһы бар, уны тормошҡа ашырыу өсөн махсус уҡыу йорттары аккредитация үтә. Бынан тыш стандарт - риэлтор эшләргә тейеш булған ҡағиҙәләр
       тупланмаһы. Улар документтар менән эшләү, клиенттар һәм фирмалар менән килешеүгә ҡуйылған талаптарға ҡағыла. Клиент алдында гарантия булараҡ, риэлтер компанияларының профессиональ яуаплылығын страховкалау мотлаҡ. Ҡулланыусы
       алдында яуаплылыҡты тәьмин итеү өсөн риэлтер компанияларыны ң профессиональ яуаплылығын страховкалауҙың минималь суммаһы, компания Өфө территорияһында эшләгән осраҡта - бер миллион 200 мең һум, Өфөнән ситтә, әммә Башҡортостан территорияһында булһа - 700 мең һум тәшкил итә. Сертификатлаштырылған фирмалар барыһы ла ентекле эксперт
       тикшереүе үтә һәм йыл һайын стандарт талаптарына тап килеүе
       тикшерелә.
       Сертификатлаштырыу системаһы ҡулланыусыға яҡшы һәм ышаныслы күсемһеҙ милек агентлығын һайлау мөмкинселеген бирә. Төп критерий - агентлыҡтың сертификатлаштырыу системаһына тап килеү билдәһе булыуы. Өсмөйөшлө "РС" билдәһе түбәндәгене аңлата: беренсенән, сертификатлаштырыу ф ирмаһында квалификациялы, махсус белемле персонал эшләй. Ике нсенән, был фирманың эшмәкәрлеге бик ышаныслы страховкалау компанияһында страховкаланған. Өсөнсөнән, сертификатлаштырыу агентлығының махсус йыһазландырылған
       офисы, даими адресы бар, тимәк ул билдәһеҙ йүнәлештә ҡапыл ~::` сыҡмаясаҡ. Һәм, дүртенсенән, Сертификатлаштырыу
       органы эргәһендә бәхәстәрҙе хәл итеү буйынса комиссия эшләй , һәм ҡағиҙә боҙоу осрағы була ҡалһа, быға риэлтер фирмаһы яуаплы, хатта уның сертификаттан мәхрүм ителеүе лә мөмкин, һуңынан уны ҡабаттан алыу бик ҡатмарлы һәм ҡыйбатҡа төшәсәк.
       Практика күрһәтеүенсә, ғәҙәттә абруйлы һәм баҙарҙа күптә н эшләүсе эре һәм урта фирмалар ғына сертификация ала. Әммә бөгөн сертификация һаҡсыл позицияла тороусы етәкселәрҙе лә
       ҡыҙыҡһындыра. Сертификат булыуы конкуренттар алдында өҫтөнлөк, компанияның ышаныслы, тотороҡло һәм профессионалль
       булыуы тураһында һөйләй. Бөгөн Рәсәйҙә өс йөҙгә яҡын
       агентлыҡ сертификатлаштырылған.
       БР территорияһында сертификатлаштырыу эшмәкәрлеге менән " Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ милек баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар" Ассоциацияһы шөғөлләнә. Бөгөн республикала һигеҙ компания сертификатлаштырылған. Улар барыһы ла етди тикшереү үтеп, милли стандарттың барлыҡ талаптарына ла тап килеүен раҫланы.
       Сертификатлаштырылған фирмалар тураһында мәғлүмәт алыу, ш улай уҡ бәхәстәрҙе хәл итеү буйынса комиссияға мөрәжәғәт итеү өсөн 76 - 67 - 16 телефоны буйынса "Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ милек баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар" Ассоциацияһының башҡарма дирекцияһына шылтыратырға мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал