6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Туринға юл тотор алдынан
03.02.06


       Ғәҙеллек барыбер еңеп сыҡты: Өфөнөң 19 йәшлек шорт - трексыһы Вячеслав Кургинян Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә и ндерелде, тимәк ул Туринда үткән Олимпия уйындарында
       сығыш яһаясаҡ тигән һүҙ. Вячеслав - дүртйыллыҡтың ҡышҡы уйындарында Башҡортостандың етенсе һәм һуңғы вәкиле - Италияға юлланыусы "Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһы - 2006" исеме аҫтындағы"поезына" иң һуңғы минутта һикереп менеп өлгөрҙө, тип әйтергә була.
       Хәтергә төшөрөп үтәйек, Вячеслав Кургинян әле ноябрь айын да уҡ шорт - трек буйынса Олимпия йыйылма командаһына квалификация үткәйне. Донъя кубогының һайлау этаптарында ул рәсәйлеләр араһында икенсе һөҙөмтә күрһәтеп, квалификация нормативын үтәне. Әммә һуңынан Кургинян урынына һайлау старттарында бөтөнләй ҡатнашмаған, әммә күптән түгел үткән
       Европа чемпионатында бронза миҙал яулаған Омск спортсыһы Сергей Пранкевичты алырға маташыуҙар тураһында хәбәр
       таралды. Эштәр Өфө шорт - трексыһының өмөттәре селпәрәмә
       килеүе менән тамамланыр ине, бәлки, әммә БР физик культура,
       спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов
       Башҡортостан Президентына Рәсәй Олимпия комитеты президенты Леонид Тягачевҡа хат яҙыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итте. Мортаза Рәхимов был тәҡдимде хуплап ҡаршы
       алды. Вячеслав Кургинянды яҡлап яҙылған хат һәм республика Президентының Леонид Тягачев менән шәхси осрашып һөйләшеүенән һуң Өфө шорт - трексыһына Рәсәй йыйылма командаһындағы урыны кире ҡайтарылды.
       Кургинян Олимпия уйындарында 500, 1000 һәм 1500 метрлыҡ өс дистанцияла сығыш яһаясаҡ. Был старттарҙа, ярашлы рәүештә , илдең иң көслө 28, 26 һәм 28 шорт - трексыһы ҡатнаша.
       Һәм тағы ла башҡорт спортсылары тураһында бер яңылыҡ. Рәсәйҙең трамплиндан һикереү оҫталары, шул иҫәптән өфөлөләр Дмитрий Васильев һәм Илдар Фәтҡуллин дүртенсе - бишенсе
       февралдә Германияның Вилленген ҡалаһында үткән Донъя кубогының һуңғы этабына бармаясаҡ. Ярышта ике - өс тапҡыр һикереү урынына спортсылар үҙ оҫталыҡтарын күнекмәләрҙә шымартырға йыйына. Тренерҙар әйтеүенсә, Олимпиадаға әҙерләнеүҙең һуңғы этабында осоусы саңғысылар өсөн иң
       мөһиме практика. Ә күнекмәләрҙә барлыҡ техник нескәлектәрҙе
       иҫәпкә алып, көнөнә унар тапҡыр һикерергә мөмкин. Был практика ыңғай һөҙөмтә бирерме - юҡмы, уныһын инде Олимпия у йындары күрһәтер.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал