6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Һалҡындарҙан һаҡланығыҙ!
25.01.06


       Һыуыҡтар әлегә сигенергә уйламай, ахыры. Шуға күрә ҡайһы бер кәрәкле урындарығыҙҙы туңдырыуҙан ҡурҡһағыҙ, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ, һәр хәлдә һыуыҡтың эҙемтәләренә ҡаршы нисек көрәшергә мөмкин булыуын хәтергә төшөрөү артыҡ б улмаҫ. Һорауҙар менән беҙ Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса төп идаралығы белгестәренә мөрәжәғәт иттек.
       - Һалҡын һауала органзм туңыуға юл ҡуймаҫ өсөн һаҡлау механизмын эшкә ҡуша. Тире аҫтында урынлашҡан ваҡ ҡан тамырҙары - капиллярҙар киңәйә һәм тирене һәм тире аҫты күҙәнәклектәрен йылыта. Нәҡ ошо арҡала һыуыҡта бит остары алһыулана, - тип һөйләй ведомствоның матбуғат хеҙмәткәре Рәфисә Шәйхисламова. - Әммә "эске мейес" туҡтауһыҙ эшләй алмай. Һыуыҡта оҙаҡ ваҡыт булырға тура килһә, иртәме - һуңмы кире реакция барлыҡҡа килә. Тамырҙар ҡапыл тарая башлай. Тиренең ҡан менән тәьмин ителеше боҙола һәм ҡул һәм аяҡ
       бармаҡтары, ҡолаҡтар, бит, танауҙың туңыуын көт тә тор...
       Был процестың температуранан тыш һауа дымлығынан да тороуын билдәләргә кәрәк. Дымлылыҡ юғары булғанда ( беҙҙең республика өсөн был хас), тышта бик һалҡын булмаһа ла күңелһеҙлектәргә юлығырға мөмкин.
       Туңыу билдәләренә туҡталайыҡ.
       Беренсе сиратта, һиҙеү тойғоһоноң юғалыуына иғтибар бирергә кәрәк: яңы ғына бик ныҡ өшөй ине һәм ҡапыл - "туҡтан ы". Был бик хәүефле: туңыу процесы башланыуын аңлата. Көҙгөг ә ҡараһағыҙ, был урындың ағарыуын күрерһегеҙ.
       Туңыу осрағында ярҙам кисектергеһеҙ булырға тейеш. Башта йылы урынға инеү мотлаҡ. Йортоғоҙға ара алыҫ икән, тәүге осраған подъезд йәки магазинға инегеҙ. Тире һалҡында ни тиклем оҙағыраҡ ҡала, уны элекке хәленә ҡайтарыу шул тиклем ауырыраҡ буласаҡ.
       Туңған урынды иң яҡшыһы ҡоро сепрәк киҫәге менән ышҡырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр кеүек был маҡсатта ҡар файҙаланырға уйлай күрмәгеҙ! Шулай уҡ туңған урынды йөн бейәләй йәки шарф
       менән артыҡ ныҡ ышҡырға ла ярамай, тирене йәрәхәтләүегеҙ ихтимал.
       Йортоғоҙға ҡайтып еткәс, йөҙөгөҙҙө араҡы менән ыуығыҙ. Әг әр ҡул йәки аяғығыҙ туңған икән, уны бүлм йылылығындағы һыуғ а тығып ултырырға кәрәк. Аҡрынлап йылы һыу өҫтәй - өҫтәй ыуырғ а кәңәш ителә. 30 - 40 минутта температура 37 - 38 градусҡа еткерелә.
       Тире аҡрынлап ҡыҙара, һиҙеү тойғоһо ҡайта, ауырта, ҡыҙа, янған кеүек тойола башлай. Туңған урындың бер аҙ шешеүе һәм күгәреүе ихтимал. Әгәр ҙә тире аҡ көйө ҡала, ауыртыу бик көс лө икән, тимәк тәрәндәге туҡымалар зарарланған тигән һүҙ. Б ыл осраҡта мотлаҡ врачҡа мөрәжәғәт итеү ҡала. Хәйер, һәр осраҡт а ла белгес менән кәңәшләшеү артыҡ булмаҫ.
       Әгәр йылытыу процесы уңышлы үтһә, һыу процедураларынан һуң тирене ҡороторға кәрәк, уны араҡы йәки һыу ҡушылған спир т менән ыуырға ла мөмкин. Хәҙер аяҡ - ҡулығыҙҙы йылы итеп ур ап, тыныслыҡта ҡалдырығыҙ. Эҫе сәй йәки һөт эсеү ҡамасаулама ҫ. Һәм һис бер осраҡта ла алкоголле эсемлек эсергә ярамай, т ип өҫтәргә кәрәк. Ғөмүмән, һыуыҡта эсеү хәүефле: ул һиҙеү тойғоһон кәметә, һәм туңыуҙы һиҙмәй ҡалыу мөмкинселеген
       арттыра.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал