6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Таянысмы әллә үҫешеүсеме Бына ҡайҙа һорау...
19.01.06


       Бер 15 йылдан Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының таяныс төбәктәренең береһенә әүерелеүе ихтимал. Йәки үҫешеүсе
       төбәккә. Барлыҡ финанс эҙемтәләре менән, әлбиттә. Әгәр һин
       таяныс икән - кәрттәр һинеке, үҫешеүсе булһаң - ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ.
       Булырғамы, юҡмы - был һорау Башҡортостан өсөн риторик түгел. Уға яуап Рәсәй Хөкүмәте Рәсәй төбәктәренең Социаль -
       иҡтисади үҫеш стратегияһын раҫлағандан һуң биреләсәк.
       17 ғинуарҙа Рәсәй Төбәк үҫеше министрлығында министр Владимир Яковлев етәкселегендә үткән кәңәшмәлә
       Башҡортостан Республикаһының 2020 йылға тиклем Социаль - иҡтисади үҫеш стратегияһы тикшерелде. Уны БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов тәҡдим итте. Республика башҡа субъекттарҙан ҡеүәтле сәнәғәт һәм төҙөлөш комплекстарын үҙ эсенә алған күп тармаҡлы иҡтисады, үҫешкән ауыл хужалығы, финанс - кредит һәм фәнни - техник институтта ры менән айырыла. Ер ҡатламдарында - яғыулыҡтың барлыҡ төрҙәре, төҫлө һәм ҡара металл рудалары, төрлө сеймал, сихәт ле минераль сығанаҡтар бар. Транспорт системаһы (һыу буйлап Каспий, Балтик, Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәренә лә барып етә алабыҙ), 10000 километрға һуҙылған үткәргес торбалар, ҡеүәтл е нефть химияһы, нефть эшкәртеү, химия, машиналар төҙөү комплексы Рәсәйҙән ситтә лә киң билдәле һәм ил иҡтисадына эшләй. Өҫтә әйтелгәндәргә өҫтәп уңайлы географик урын, ыңғай
       инвестиция климаты, күп профилле фәнни комплекс һәм илдең күпселек төбәктәре менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек Рәсәй иҡтисадына тағы ла ҙурыраҡ өлөш индерергә һәләтле. Тимәк, ти п билдәләне Рафаэль Байдәүләтов, Башҡортостан Рәсәй иҡтисадының таяныс төбәге була ала.
       Владимир Яковлев төбәк адресына бер нисә йылы һүҙ әйткәндән һуң, үҙ баһалауҙарында һаҡлыҡ күрһәтеүҙе кәрәк тип
       тапты: " Башҡортостан барлыҡ Рәсәй өсөн иҡтисади үҫеш нөктәһе була ала". Уның һүҙҙәрендә - була ала, әммә әлегә булмаған, тикшерергә кәрәк, тигән фекер ятыуы һиҙелә ине. Әммә Башҡортостан Республикаһының 2020 йылға тиклем Социаль - иҡтисади үҫеш стратегияһын тикшереү бер ни тиклем ҡыҫҡартылды. Башҡортостан яғы һөйләшеүгә етди әҙерләнгән. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР финанс
       министры Айрат Ғәскәров Стратегияның финанс нигеҙлелеген,
       премьерҙың тағы бер урынбаҫары, БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин уның иҡтисади өлөшөн яҡларға әҙер ине. Әммә эш республика өсөн мөһим был документтың һәр пунктын ентекле тикшереүгә тиклем барып етмәне. Владимир Яковлевтың үҙ департаменттарына - һорауҙар бармы - тип мөрәжәғәт итеүенә лә яуап тынлыҡ булды. Улар
       документ менән танышмы икән һуң тигән уй башҡа килде ошо мәлдә. Таныш булмауҙары ла бик мөмкин, ни тиһәң дә төбәктәр  күп, ә һәр чиновниктың башы берәү генә (Башҡортостан үҙ стратегияһын яҡлаусы тәүге төбәк түгел). Шуға күрәлер ҙә Стратегияға конструктив иҫкәрмәләр яһау булманы. Рәсәй төбәк
       үҫеше министрына эйәреп, Рәсәй чиновниктары республикала торлаҡ - коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге реформа үҙенсәлектәре , коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләү тарифтары, быйылғы ҡышҡы һыуыҡтарҙа торбаларҙың торошо һәм башҡа хужалыҡ һорауҙары ме нән ҡыҙыҡһынды...
       Бер яҡтан ҡарағанда, был әйберҙәр менән ҡыҙыҡһыныу аңлашыла, әлбиттә. Һәр программа һәм стратегияның һөҙөмтәһе халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға килтерергә тейеш. Әммә иртәгә яҡшы булһын өсөн нәмә эшләргә кәрәклеге тураһында һүҙ
       барғанда, бөгөнгө көн тураһындағы һорауҙар урынлымы икән
       Өҫтәүенә ваҡыттың сикле булыуы башҡорт яғына әлеге ваҡытта республикала тормошҡа ашырылған ҙур инвестиция проекттары ме нән таныштырырға мөмкинселек ҡалдырманы.
       Һөҙөмтәлә республика Стратегияһы буйынса аныҡ ҡарар ҡабул
       ителмәне, тип әйтергә мөмкин. Проектты тикшереү тамамланғас , журналистар алдында сығыш яһағанда ла Владимир Яковлев үҙенең ҡарарын асыҡ билдәләй алманы. Дөйөм фразалар: стратегия юғары фәнни кимәлдә башҡарылған, әммә эшләп бөтөрөүҙе талап итә, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре һәм башҡалар.
       Журналистарҙың "Һеҙ Башҡортостан Хөкүмәтен маҡтанығыҙмы
       әллә тәнҡитләнегеҙме", "Был Стратегияны тромошҡа ашырыуҙан ниндәй иҡтисади һөҙөмтә күҙаллана" - тигән тура
       һорауҙарына ла тура яуап алынманы. Владимир Яковлев бары тик март башында Өфөгә килергә вәғәҙә итте. Һорауҙарға яуапт ы ла шунда алырбыҙ, моғайын...

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал