6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Балалар ниңә байрамдан ҡаса
18.01.06


       Быйылғы Яңы йылды ҡаршы алыуға рәсәйлеләр иҫ киткес күп аҡса түкте, был һанды долларға әйләндереп, телевизор экранынан да әйтеп ишеттерҙеләр. Һәм быны халыҡтың килеме артыуы менән аңлаттылар. Улай булһа шатланырға ғына ҡала ла бит. Әммә уның һайын башҡа һандар сәйерерәк күренә...
       Байрам итеп арыған рәсәйлеләр ҡышҡы каникулдарҙа йоҡо һимерткәндә, милиция хеҙмәткәрҙәре көндәлек эшмәкәрлеген туҡтатманы. Ғинуарҙың беренсе декадаһы өйҙән ҡасыусы балалар һаны менән хәтерҙә ҡалды. Хәйер, был беҙҙең өсөн өйрәнелгән күренеш. Тик ниңә Яңы йылда, нәҡ ғаилә байрамы ваҡытында бындай хәлдәр йышая һуң... Матур итеп биҙәлгән өҫтәл артында үҙенең ғаилә ағзалары менән бергә ултырырға теләмәйме ни улар Һуңыраҡ йоҡларға ятып, иртә менән Ҡыш бабайҙың бүләген алырға шыршы төбөнә йүгереү үҙе генә лә ни тора! Юҡ, балалар һәм үҫмерҙәр 28 декабрҙән башлап тыуған
       ояһын ташлап ҡасыу яғын ҡарай.
       "БАШвестЪ" гәзитенә БР Эске эштәр министрлығының балиғ
       булмағандар эштәре буйынса бүлектән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл нәҡ 31 декабрҙән һуң ата - әсәләр, олатай - оләсәйҙәр, опекундарҙан 20 ғариза килә. Был әле балалары хаҡында борсолоусылар икәнен онотмағыҙ. Ә үҙенең атай - әсәй икәнлег е тураһында бөтөнләй хәтеренә төшөрмәгәндәр күпме Хәйер, икенсе яҡтан ҡарағанда, өйҙән ҡасыусылар барыһы ла эскесе
       балалары түгел. Өфөнөң Совет районында үткән йыл бер бала өйөнән сығып китһә, быйыл уларҙың һаны дүртәүгә еткән. Уларҙың икәүһе - ҡыҙҙар. Яңы йыл өҫтәлдәрен һәм бүләктәрҙе ташлап, башлыса 14 - 17 йәшлек үҫмерҙәр урамға сығып китә. Егерме баланың туғыҙы - ҡыҙҙар. "Өйҙән ҡасыу" ауырыуы республиканың ауыл ерендә йәшәүсе балаларға ҡағылмай, улар Эт йылын йылы өйҙәрендә ҡаршы алыуҙы хуп күргән.
       Миңә ҡалһа, уйланырға урын бар һымаҡ: балаларыбыҙ беҙҙең янда үҙҙәрен нисек тоя Һәм барыһын да үҫмерлек максимализмы
       һәм күсеү йәшенә һылтарға кәрәкмәй. Балалар нисек кенә үҙ һүҙләнһә лә, барыбер беҙҙең яратыуҙы һәм хәстәрлекте көтә. Ә
       туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу өсөн Яңы йылдан да уңайлыраҡ ваҡыт булыуы ла мөмкин түгел. Биҙәлгән шыршы, бүләктәр, байрам өҫтәле түгел, ә барыһына ла битараф ата - әсәнең эскелегенән арып ҡасыусы балаларға килгәндә, уларға нисек итеп ярҙам итеүҙе хәл итер өсөн алда тулы бер й ыл бар.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал