6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Ҡасан еңербеҙ һуң
17.01.06


       Өфөлөләр ун беренсе матчта ла еңеү бәхетен кисерә алман ы. Ҡеүәтле "Авангард" командаһына ҡаршы көрәш тигеҙ иҫәп менән тамамланды. "Салауат Юлаевтың" урыны элеккесә ҡала - унынсы. Әммә ун беренсе урынға тәгәрәргә лә күп ҡалманы инде . Бер яҡтан ҡарағанда "юлаевсылар" был матчта ярайһы уҡ яҡ шы һөҙөмтәгә лә өлгәште кеүек - "Авангард" (Омск) коллектив ының еңеүҙәр серияһын "4" билдәһендә туҡтатты. Өҫтәүенә инде
       өс
       матчта өфөлөләр еңелмәй.
       Икенсе яҡтан, "юлаевсылар" тағы ла иҫәптәге өҫтөнлөктө һаҡлап ҡала алмай. Ҡаршы яҡтың бер ырғытыуы була - һәм башҡорт батырҙары кеҫәһендәге еңеү өсөн премия юҡҡа сыға.
       Был уйында "юлаевсылар" ҡунаҡтарҙың оборонаһын йылдам
       һөжүм менән емерә алманы, ҡаршы яҡ та эште голға алып барып еткерә алмай хәлдән тайҙы - йә һуңғы пас, йә ырғытыу килеп сыҡмай. Омичтар сафында Чубаров һәм Горовиковтың,
       шулай уҡ барлыҡ һаҡсыларҙың да уйыны һоҡланырлыҡ булды. Осрашыуҙың төп геройы тип Норман Мараклды әйтергә була. Нәҡ ошо голкипер арҡаһында "юлаевсылар" Омск уйынсыларын артта ҡалдыра алманы. "Авангардтың" ҡапҡаһына тоҫҡап шайба ы рғытыуҙар күп булды, тик уларҙың береһе генә маҡсатына иреште. Юлаевсылар" был кистә бик тырышты. Трибунала республиканың б еренсе шәхестәре ултырһа, Өфө хоккейсылары уйынға бар көсөн һала икән, тигән "ырым" был юлы ла үҙен аҡланы. Шул арҡала матч тағы ла мауыҡтырғыс килеп сыҡты.
       Омск уйынсылары был юлы судьяның эшенән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Дөйөм алғанда, уйын бик ҡыҙыу барҙы, бер - ике тапҡыр эш хатта уҫмаҡлашыуға ла барып етә яҙҙы.
       "Салауат Юлаевтың" голкиперы Сергей Николаев был кистә үҙ
       егеттәрен бер нисә тапҡыр ҡотҡарҙы. Өсөнсө периодта "ҡарсығ алар" айырыуса көслө һөжүм иткәндә ул бик ҡатмарлы ырғытыуҙарҙы кире ҡағыуға өлгәште.
       Матчтан һуң беҙ "Авангард" капитаны Дмитрий Рябыкинға
       түбәндәге һорау менән мөрәжәғәт иттек:
       - Судьяға ниндәй дәғүәләрегеҙ бар
       - Арбитр ике командаға ла бер үк ҡарашта булырға тейеш.
       - Һеҙ еңеүгә өлгәшә алмағанға ул ғәйепле тип уйлайһығыҙмы 
       - Дөйөм алғанда, хужалар яҡшы уйнаны.
       Өфө хоккейы ветерандарына беҙ элек клубтың рәттән ун бер уйында еңә алмаған ваҡыты булдымы, тигән һорау бирҙек. Рәсәй
       суперлигаһы һәм милләт - ара хоккей лигаһы тарихында бындай хәл булғаны юҡ, тип яуапланы улар.
       Бөгөн уйнаусы хоккейсыларға иһә "Салауат Юлаев" ҡасан еңе р икән, тигән һорау бирҙек. Уларҙың күпселеге был һорауға яу ап бирергә ҡыйынһынды, ҡайһылары еңеү һуңғы минуттарҙа ғына
       ҡулдан ысҡына тип белдерҙе.
       Тик Сергей Николаев ҡына алда торған уйындарҙа - "Аҡ Барс ", "Локомотив" һәм "Металлург" командалары менән осрашыуҙа кәм тигәндә лә бер еңеү беҙҙеке буласаҡ, тип өмөт уятты.

Олeг Чернов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал