6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Өфөлә хорҙы Веревка төҙөй
26.12.05


       Григорий Гурьевич Веревка ( 1895 йылдың 22 декабрендә донъяға килә) - украин, совет композиторы, хор дирижеры һәм педагог, Украинаның халыҡ артисы. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем художество етәксеһе һәм дирижер вазифаһын башҡарған У краин халыҡ хоры уның исемен йөрөтә.
       1941 йылдың аҙағында, эвакуция ваҡытында, Веревка Ҡыҙыл Армия Йортонда ҡатын - ҡыҙҙар хорына ла етәкселек итә. Хор халыҡтар дуҫлығын пропагандалай, урыҫ, украин, белорус,
       башҡорт, татар, грузин йырҙарын башҡара. Хорҙа утыҙға яҡын
       кеше ҡатнаша, балет төркөмө лә эшләй. Улар башлыса фронтовик ҡатындарынан тора.
       Ансамбль старостаһы В. П. Кириллова "Дуҫтар ерендә" китаб ы авторы Иван Давыдовҡа түбәндәгеләрҙе һөйләй: " Григорий Гурьевич ғәжәйеп сифаттарға эйә ине, ул беҙҙе бер ҡасан да әрләмәне, һәм беҙ уны ҡыйырһытып ҡуйыуҙан ҡурҡтыҡ...
       Халыҡ әҫәрҙәре, шул иҫәптән украин йырҙары ҙур уңыш менән
       файҙалана ине. Хәтеремдә, УССР Фәндәр академияһы сессияһынан һуң "Сусидко" йырын өс тапҡыр бисҡа йырланыҡ.
       Башҡорт йырҙарын да теләп ҡабул иттеләр. Туғандаш халыҡты ң байтаҡ ҡына йырҙарын Григорий Гурьевич Украинағ алып китт е.
       Өфөләге тормошо һәм эше тураһында ул 1942 йылдың
       бишенсе июлендә пофессор В. Яворскийға былай тип яҙа: "Бында минең өсөн эш етерлек, яҡшы хор бар (ҡатын - ҡыҙҙар) , ижад та итәм. Ҡала ярайһы ғына, бейек тау башында урынлашҡ ан, ошонда уҡ йылғалар - Ағиҙел, Уфимка, Дим. Улар барыһы ла миңә Украинаны, беҙҙең иҫ киткес Днепрҙы хәтерләтә... Яҡшы кешеләрҙә фатирҙа торам (А. П. һәм А. И. Ефремовтар)..."
       Григорий Веревка үҙенең хоры өсөн йырҙар ҙа яҙа. Уның "Ҡеүәтле оран" ( Павло Тычина һүҙҙәре) кантатаһы, фронт, хал ыҡ йырҙары, "Әсә һүҙе" (Сәйфи Ҡудаш һүҙҙәре), "Ант" (Микола Бажан һүҙҙәре) йырҙары хор башҡарыуында госпиталдәрҙә, предприятиеларҙа, хәрби частәрҙә, Ҡыҙыл Армия Йорто залында йыш яңғырай.
       Тамашасылар йырсыларға юғары баһа бирә. 1733 - сө һанлы эвакогоспиталь етәкселеге, мәҫәлән, концерттан һуң "Йырҙар
       һауығыусы һалдат һәм командирҙарға алда торған хәл иткес
       һуғыштарҙа ҡатнашыуға көс өҫтәй. Концертта ҡатнашыусыларға һәм уларҙың художество етәксеһе иптәш Веревкаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ", - тип билдәләй.
       Башҡорт фольклорын өйрәнеп, Веревка күп кенә халыҡ йырҙарын яҙып ала, "Һуғыш көндәрендә үҙешмәкәр сәнғәт", "Өфө Ҡыҙыл Армия Йортоноң ҡатын - ҡыҙҙар хоры" мәҡәләләрен я ҙа. УССР Фәндәр академияһының фәнни сессияһында "Бөйөк
       Ватан һуғышы йылдарында халыҡтың музыкаль ижады тураһында" dnjk`d әҙерләй. Мәскәү консерваторияһының Башҡорт бүлеге
       студенттары алдында лекциялар уҡый, был бүлек һуғыш йылдарында Өфөлә эшләй. Уның сығарылыусылары Башҡортостан музыканттары һәм йырсылары һанын тулыландыра.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал