6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Өфө музыканттары араһында Дукачевты белмәүселәр юҡтыр, моғай ын.
20.11.03


       "Конкурс" һүҙе студенттарҙың ҡотон алған ваҡытта уҡ ул Бө тә Союз конкурстарында еңеү яулау торғайны. Оҙаҡ йылдар дауа мында ул Өфө пианистары араһында даими концерттар биреүсе б ерҙән - бер булып тора. -- Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин Өфөгә осраҡлы рәүештә килеп эл әктем. Магнитогорск училищеһын тамамлағандан һуң Мәскәү ко нсерваторияһына уҡырға инергә теләгем ҙур ине. Тик сит ҡалал арҙан килеүселәргә юлды япҡан "Олимпиада -- 80" "ярҙам" итте . Шул ваҡытта Магниткаға Өфөнән килеп дәрестәр үткәргән Вади м Монастырскийҙың үҙ класына саҡырыуы иҫемә төштө. Ул ваҡытт а ниндәй ҡалаға барһам да барыбер ине, иң мөһиме - мин Оста зға юл тоттом. Өфө Бөтә Рәсәй пианистары ярышы майҙанына әү ерелгәс, беҙгә 14 ил юғары уҡыу йорттарынан 70 бик көслө пиа нист килде. Ошонда минең студент мәлемдең йондоҙло сәғәте ет те лә инде -- Мәскәү ҡыҙы Лилиә Зильберштейн менән бергә бер енсе урынды бүлештем. Һуңынан Мәскәү консерваторияһында уҡын ым, шунан мине армияға алдылар ҙа инде. Ике йылдан, 27 йәштә , аспирантураға кире ҡайттым. Власенко был ваҡытта минең кар ьерамды бөткәнгә һанай башлағайны инде... Тик мин рояль арты на ултырып 45 минут буйына "Хаммер - клавира"ны уйнағас, пат рон иҫе китеп байтаҡ ваҡыт өндәшмәй торҙо... Шул уҡ йылды Бө тә Рәсәй Бетховен исемендәге конкурс үтте. Ике кеше -- Латви янан бер пианист һәм мин бөтә һынауҙарҙы уңышлы ла үтеп, Ве наға килдек. Кешелектең музыка башҡалаһында өс аҙна белем а лыу диплом алыу һәм Өфөгә -- тыуған кафедрама ҡайтыу менән т амамланды.
       Өфөлә 90 - сы йылдар Бетховен сонатаһының финалы кеүек, таш ҡын тиҙлегендә, үтте. Мин уҡыттым, концерттар бирҙем, башҡор т музыкаһын өйрәндем. Милли симфоник оркестр менән беҙ Рахма ниновтың Паганини темаһына рапсодияларын, блюз стилендә Герш винды уйнаныҡ... Тик артисҡа бер урында, өҫтәүенә оло башҡал аларҙан алыҫта күңелһеҙ була башлай... 96 - сы йылда мин тә үпҡыр Лондонда булдым, 2000 - се йылда барғанда инде унда бе р нисә йылға "туҡталырға" тура килде.
       Оксфорд колледждарында һәм Лондон батша университеттарында эшләнем мин. Студенттар һәм аспиранттар араһында инглиздарҙа н башҡа кемдәр генә юҡ ине: грек егеттәре, Бразилия, Португа лия, Ҡытай ҡыҙҙары. Уйнауымды дауам иттем -- Англияның төрлө
       ҡалаларында йылына егерме бишәр концерт бирҙем. Иң ҡыйыны - - Бетховен һәм рус музыкаһы тураһында инглиз телендә лекциял ар һөләү булды. Ул ваҡытта мине рояль ҡотҡара торғайны. Бер - ике аҙнанан һуң ғына телде белеү түгел, аудитория менән ур таҡ тел таба белеү мөһим икәнлеген аңланым.
       Англияла уҡыусылар менән эшләүҙе Өфөләге менән сағыштырыу
       мөмкин түгел. Һәм бында эш минең инглиз телен белеүемдә лә түгел. Бына, мәҫәлән, минең студенткам - Португалия ҡыҙы Шоп ендың "Баллада"һын уйнай. Өфөлә мин уға "Ноталарыңды яп, яҡш ы музыканы мәсхәрә итмә" тиер инем. Ә Лондонда иһә мин уны т үҙеп тыңлайым, бер нисә иҫкәрмә яһайым. Уларҙа бөтөнләй икен се система. Беҙҙең "музыкалка" биргән төплө белемде Англияла
       алып булмай. Октябрҙән мартҡа тиклем студенттар "профессор" ға консультацияға йөрөйҙәр, ҡалған ваҡытта йә өҫтәмә дәрестә р өсөн түләйҙәр, йә үҙаллы шөғөлләнәләр. Имтихандарҙа профес сор туй генералы һымаҡ, атрибут ролен үтәй. Беҙҙә иһә педаго г бөтәһе өсөн дә яуаплы. Беҙҙең илдән барған ниндәй студент та унда йондоҙға әйләнер, тик шул уҡ ваҡытта үҫеш кимәлен дә
       юғалтыр ине.
       Был юлдарҙы уҡыусыларҙың нимә әйтерен белеп торам: әгә р беҙҙең студенттар уларҙан шул тиклем отошло яҡҡа айырыла и кән, тимәк Рәсәй башҡарыусылары Англияға барып эләккәс данға
       күмелеп йәшәргә тейештәрҙер. Юҡ шул... Әгәр һинең исемең Ри хтер, Ростропович йә Ашкенази түгел икән, тиҙ генә данға күм елергә өмөт итмәгеҙ. Шәхси дәрестәрҙең ҡиммәт тороуы ла ысын барлыҡҡа тура килмәй. Минең концертарым Англияның күп кенә ҡ алаларында, шул иҫәптән мең урынлыҡ тамаша залы булған Таун - холлы Челтнемда ла үтте, залдар тулы булды, концертты ойо штороусылар ысын мәғәнәһендә байып ҡалдылар. Тик ҡабат унда й ангажемент булдырмаҫҡа тырыштылар. Ниңә тиһегеҙме Сөнки м ин сит ил кешеһе. Милли фактор Англияла бик көслө. Шулай ҙа Англияла булыу бик ҡыҙыҡ һәм файҙалы.
       Иҫкәрмә өсөн: әлеге ваҡытта пианист Дукачев Өфө дәүләт сәнғәт академияһында доцент дәрәжәһендә дәрестәр бирә, элекк есә БР Композиторҙар союзы һәм Милли сифрник оркестр менән д уҫ йәшәй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исе мен йөрөтә. Интернетта үҙе тураһында мәғлүмәттең күплегенә ғ әжәпләнә һәм яңы соло программаһы әҙерләй.

Лилиә Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал