6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Машинист Ухтомскийҙың батырлығы
15.12.05


       Өфө станцияһының депо бинаһында мемориаль таҡта бар . Аҡ мәрмәрҙә түбәндәге һүҙҙәр уйылып яҙылған: " Бындағы Өфө паровоз депоһында 1900 йылдан 1904 йылға тиклем ялҡынлы революционер Алексей Владимирович Ухтомский паровоз машинисы булып эшләй". Ул ғаиләһе менән Пристань ( бөгөн
       Чеверев урамы) урамындағы фатирҙа йәшәй. Бында уның өс улы:
       Флегонт, Николай һәм Владимир тыуа.
       Алексей Ухтомский Өфөгә килгәндә уға егерме дүрт йәш бул а. Быға тиклем ул Петербургта, Пензала, Златоуст паровоз деполарында эшләй. Иптәштәренең һүрәтләүенсә, ул йәш, сибәр,
       ҡара мыйыҡлы кеше була. Эшселәр уны ярата, ә ҡыйыу фекер
       йөрөтөүе һәм киҫкен һүҙҙәре арҡаһында етәкселек уны һөйһөнмәй. Һәм Ухтомскийҙың социал - демократ булмауына ҡарамаҫтан, полиция уны күҙәтеү аҫтына ала, эҙәрлекләү, тентеүҙәрҙән һуң тыйылған әҙәбиәт таба.
       Шуға күрә машинисҡа Өфөнән Ҡазанға, унан Мәскәү - Ҡазан тимер юлына китергә тура килә. 1905 йылдың декабрендә уны ба күтәреү буйынса комитет ағзаһы итеп һайлайҙар. Ухтомский
       ҡатнашлығында Люберцы (Мәскәү янында) тормоз заводында ике йөҙ кешенән торған дружина төҙөлә. Ул Николаев һәм Ҡазан
       вокзалдарындағы баррикадаларҙа бәрелештәрҙә ҡатнаша. РСДРП - ның Мәскәү комитеты ҡушыуы буйынса Алексей Владимирович ҡатнашлығында дүрт вагондан торған махсус поезд булдырыла, унда Ухтомский иптәше менән бергә дружинниктарҙы көндөҙөн Мәскәүгә алып бара, төнгөлөккә кире ҡайтара. Ҡораллы сығыштарҙаҡатнашыу өсөн дружинниктарҙың
       башҡа әмәле булмай, сөнки поездар хәрәкәт итеүҙән туҡтай.
       14 декабрҙә Алексей Владимир Ухтомский батырлыҡ күрһәтә. Иртә менән дружинниктар ултырған поезд аҡрын ғына Мәскәүгә ыңғайлай. Паровозға ярҙамсыһы идара итә, ә Ухтомский иғтибар
       менән тирә - яҡты күҙәтә. Алда Мәскәү күренә. Станциялар, тимер юл ҡоролмаларының ғәскәрҙәр ҡулында булыу ихтималлығын дружинниктар күҙ алдына ла килтермәй. Покров
       сиркәүен үтәләр. Һәм шул саҡ мылтыҡтан атҡан тауыштар яңғырай, пулемет ата башлай. Пулялар вагон тышлығын тишә.
       "Ятырға!" командаһы буйынса дружинниктар иҙәнгә ташлана. Пулялар уларҙан өҫтәрәк һыҙғырып үтә. Беренсе булып хәүефте Ухтомский аңлап ҡала.
       - Артҡа! - тип ҡысҡыра ул үҙенең иптәшенә.
       Уныһы юғалып ҡала. Шул саҡ машинист алға ташлана һәм паровоз менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Состав аҡрын ғына артҡа сигенә башлай. Мылтыҡ һәм пулемет уты аҫтында ул тиҙлеген арттыра. Ҡаҙанлыҡта пар баҫымы һуңғы сиккә етә. Бер , икенсе хәүефле урынды үтәләр. Машинист паровозды ышаныслы алып бара, иптәштәрен үлемдән алып ҡаса.
       Алда Перово станцияһы. Унда һалдаттар юҡ. Поезд туҡтай.
       Дружинниктар ҡотҡарылды. Поезда барған йөҙләгән кешенең
       берәүһе һәләк була, һигеҙе йәрәхәт ала.
       Тиҙҙән Перово станцияһына каратель отрядтары баҫып инә. Бәрелеш ваҡытында бер нисә тимер юл эшсеһе һәләк була. 17 декабрҙә карателдәр Ухтомскийҙы ла атып үлтерә.
       ...Уның күҙҙәрен бәйләргә тәҡдим итәләр. Ул баш тарта. Әм мә үлер алдынан ҡатынына толобон һәм сәләм хатын
       тапшырыуҙарын үтенә. "Бәхил бул, минең ҡәҙерле Саням! - тип яҙа Ухтомский. - Минең ҡәҙерле балаларымды ярат һәм һаҡла һәм минең исемдән уларҙы үп... Һинең менән беҙ күрешә алмаясаҡбыҙ..."
       Артабан һалдаттарға мөрәжәғәт итә:
       - Ә хәҙер атығыҙ!
       Атыу тауышы яңғырай...
       Машинистың һәләк булған урынында бөгөн "1905 йылғы революцияның Мәскәүҙәге ҡораллы күтәрелешендә ҡатнашыусыларға" тип яҙылған һәйкәл ҡуйылған. Дружинниктарҙы ташыусы "Ч - 403" поезы ла мәңгелек туҡталышта тора.
       Өфөнөң Дим районында Ухтомский урамы бар, был исем уға 1956 йылдың 13 ноябрендә бирелгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал