6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Дума үҙ урынын коммунаға ҡалдыра
12.12.05


       1917 йылдың 8 декабре Өфө ҡала думаһының тарҡатылыу көнө булараҡ тарихҡа инеп ҡалды. Ҡала думаһы - Рәсәйҙә 1785 йылда
       булдырылған ҡала идаралығы органы. Дума төрлө ҡатлам разрядтарына бүленгән ҡала халҡы тарафынан һайлана. Думала ултырыусыларҙың бурысы ҡаланы төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау һ әм башҡа хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙан тора. Дума
       эшмәкәрлеген иһә губернатор контролдә тота.
       1870 йылғы реформанан һуң ҡала думаһына һайланыу хоҡуғы менән 25 йәшен тултырған һәм күсемһеҙ милеккә эйә булған, сауҙа һәм сәнәғәт предприятиелары эйәләре һәм сауҙәгәрҙәр генә файҙалана ала. Ҡала думаһы чиндары дүрт йылға һайлана. Ҡаланың йәмәғәтселек идаралығы урындағы хужалыҡ һорауҙары: ҡ аланы тышҡы яҡтан төҙөкләндереү, сауҙа һәм сәнәғәт, һаулыҡ һ аҡлау һәм мәғариф менән генә шөғөлләнә. Ҡала думаһының башҡарма органы булып ҡала идаралығы (управа) һанала, ул
       рәйестән - ҡала башлығынан - һәм ике - алты ағзанан тора. 1 917 йылда Өфө ҡала думаһында 102 депутат иҫәпләнә.
       Февраль айындағы буржуаз - демократик революциянан һуң
       дума бөтөрөлә. Һайлауҙарҙа ҡаланың бар халҡы ҡатнаша. 1917 йылдың 13 авгусында һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителә. Өфө думаһының рәйесе итеп большевик Александр Цюрупа һайлана. Ок тябрҙән һуң Өфө эшсе һәм һалдат депутаттарының губерна Советы думаны бөтөрөү һәм ҡала хужалығын хәҙер инде ҡала коммунаһы тип аталған Совет ҡарамағына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
       Ҡаланың управа бинаһы - ҡала думаһының башҡарма органы - 1883 йылда губерна комитеты заказы буйынса төҙөлә. Проект
       авторы билдәһеҙ. 1917 йылдың декабренә тиклем бында ҡала банкы һәм ҡала управаһы урынлаша. Дума таратылғандан һуң бинаны ҡала Советы биләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал