6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Уртаҡ йорт хәстәрҙәре
12.12.05


       Төбәктәр федераль үҙәккә үҙҙәренең дәүләт милли сәйәсәте н тәҡдим итергә әҙер. Рәсәй үҙен тулыһынса дәүләт итеп тойо п,
       халыҡтарға һөҙөмтәле идара итеү һәм уртаҡ йортта йәшәүсе кү п һанлы этностарҙың үҙ - ара мөнәсәбәтен үҫтереүгә ҡыҙыҡһыны у менән ҡараған осраҡта, әлбиттә.
       "Полиэтник төбәктә милләт - ара мөнәсәбәттәр: проблемалар
       һәм уларҙы хәл итеү юлдары" төбәк - ара ғилми - ғәмәли конференцияһы илебеҙҙең бөгөнгө милли сәйәсәтенә эксперт
       тәртибендә сираттағы диагнозын ҡуйҙы. Өфөлә Башҡоростан, Татарстан, Марий Эл, Бүрәт, Коми, Удмуртия республикалары, Пермь, Ырымбур, Төмән һәм Силәбе өлкәләренең дәүләт власы органдары, йәмәғәтселек һәм милли - мәҙәни берекмәләре вәкилдәре, ғалимдар йыйылды. Конференция 15 йыл элек беҙҙең төбәктә башланған йоланы дауам итә, ул саҡта ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм сәйәсмәндәр Евразия киңлегендә мәҙәни - ара
       аралашыу проблемаларын төрлө яҡлы тикшереүгә башланғыс һалғайны.
       Пленар һәм өс секция ултырышы ваҡытында иллегә яҡын доклад тыңланды, уларҙың күбеһендә авторҙар Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, айырыуса Башҡортостан Республикаһында, полиэтник һәм мультимәҙәни социумда милләт - ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу буйынса бай тәжрибә
       тупланыуы тураһында әйтелде. Һәм төбәк милли сәйәсәте халыҡтарҙың тарихи мираҫын һәм үҙенсәлектәрен, шулай уҡ уларҙың күп быуаттар дауамында килешеп йәшәү йолаларын иҫәпкә алып үҫешеүен дауам итә.
       Башҡортостанда конфессия - ара һәм милләт - ара килешеп эш итеүҙе хуплау һәм уның үҫеше буйынса тәжрибәһе күрше төбәктәрҙең милли сәйәсәтендә лә сағылыш таба. БР Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлауында "дәүләт милли сәйәсәтенең бөгөнгө этабын һүрәтләү" яңғыраны, уны конференцияла ҡатнашыусыларға дәүләт башлығының баш
       кәңәшсеһе Фәүҡәт Ҡыҙрасов еткерҙе.
       "Донъяла булған глобалләштереү процестары рухи тормошто унификациялау шарттарында милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлап ҡалыу һ әм үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү мөһим. Бөгөн Рәсәйҙең күп милләтле халҡында рухи берлекте нығытыу, йәштәрҙе патриотлыҡ, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ рухында тәрбиәләү бер ҡасан да булмағанса мөһим, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Беҙҙең халыҡтары бына инде бер
       нисә быуат дауамында дуҫлыҡ һәм татыулыҡта йәшәй. Республиканың йөҙҙән ашыу этносы Рәсәй өсөн уникаль булған Европа һәм Азияның мәҙәниәттәр, конфессиялар, йолалар һәм телдәр төрлөлөгөн тәшкил итә.
       Башҡоротстанда йәшәүсе барлыҡ халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең м илли - мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә һәм үҙ телдәрен һәм рухи йолаларын үҫтерә алһын өсөн күп эш башҡарыла. Бөгөн мәктәптәрҙә балалар алты телдә белем ала һәм 14 туған тел өйрәнелә. "Башҡортостан халыҡтары" Дәүләт программаһы ҡабул ителде һәм тормошҡа ашырыла. Республика халыҡтарының 14 тарихи - мәҙәни үҙәге булдырылды һәм уңышлы эшләй. Алты телдә гәзит һәм журналдар нәшер ителә.
       Беҙҙең республиканың этносәйәси үҫеш тәжрибәһе федераль
       кимәлдә һөҙөмтәле милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙың сағыу өлгөһө, Рәсәй халыҡтарының этносәйәси үҫеш
       проблемаларын аңлап эш итеүҙең мөһим сығанағы булараҡ танылыу ала".
       Һәм бының менән килешмәйенсә булмай. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И лдус Илешевтың халыҡ - ара эксперттар, шул иҫәптән Европа Советы һығымталарына таянып билдәләүенсә, Башҡортостандың ми лли һәм мәҙәни сәйәсәтте көйләүҙең норма һәм йүнәлеш
       нигеҙҙәрен билдәләүсе закондары "барлыҡ халыҡ - ара хоҡуҡи
       стандарттарға яуап бирә". Республика юҡҡа ғына РФ дәүләт
       милли сәйәсәт Концепцияһында күҙҙаланған үҙгәрештәрҙе тикшереү проценда әүҙем ҡатнашмай. Был документҡа индереүгә әҙерләнгән төҙәтмәләргә бәйле конференцияла ҡатнашыусыларҙы борсоған берҙән - бер нәмә - уларҙы әҙерләү барышының тулыһынса ябыҡ булыуы. Бының Рәсәй кеүек федератив дәүләттең милли - территориаль ҡоролошо тураһындағы тезисын юғалтыуҙа сағылыш табыуы ихтимал. Һәр хәлдә бөгөнгө барған һәм әҙерләнгән реформаларҙа милли компонент иҫәпкә алынмай. Конференцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә " этник нигеҙһеҙ бер ниндәй ҙә граджандар
       йәмғиәте булыуы мөмкин түгел".
       БР Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илдар Ғимаев та дәүләт милли сәйәсәтенең артыҡ универсаль глобалистик моделен һайлаған хәлдә милли оҡшашлыҡты юғалтыу хәүефе тураһында әйтте: " Үҙҙәрен Рәсәй граждандары итеп тоймайынса, илебеҙ халҡы
       уның барлыҡ проблемаларын да хәл итә алмаясаҡ, тик улар үҙҙәренең үҙаллы этносҡа ҡарауын иҫтә тотормо" Башҡортостанда был проблема буйынса билдәле дәрәжәлә әлеге в аҡытта эшләүсе 14 тарихи - мәҙәни үҙәк ярҙам итә ала.
       Конференция этнос - ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм оптималләштәреү проблемалары федераль һәм төбәк кимәлендә яң ы, стандарт булмаған идеялар һәм инновацион ҡараштар талап и телеүен асыҡ күрһәтте. Ғалимдар ҙа, йәмәғәт вәкилдәре лә берҙәм рәүештә Башҡортостандың үҙ милләт - ара һәм конфессия - ара килешеү практикаһы менән Рәсәй эсендәге милләт - ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә мөһим урын биләй алыуы,
       фәнни нигеҙләнгән милли сәйәсәтте уңышлы рәүештә тормошҡа а шырыу моделе булып сығыш яһауы, ә республиканың тәжрибәһе йә мғиәт өсөн файҙалы мәғлүмәт ресурсына әйләнә алыуына баҫым яһаны.
       Әлеге форум Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына
       инеүенә 450 йыл тулыуына әҙерлеккә бәйле ҙур әһәмиәткә эйә.
       Бөгөн беҙҙең ата - бабаларыбыҙ быуаттар буйынса раҫлап килг ән шул уҡ мәңгелек демократик толерантлыҡ һәм татыулыҡҡа нигеҙләнеүсе граждандар йәмғиәте формалаша. Конференция, тейеш булыуынса, закондар сығарыу һәм барлыҡ кимәлдәге башҡарма власть органдары, граждандар йәмғиәте институттары һәм киң мәғлүмәт саралары өсөн яңы рекомендациялар булдырҙы. Башлыса, төбәк - ара кимәлдә төбәк власть структуралары тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм оптималь
       идаралыҡ ҡарарҙары булдырыу маҡсатында Волга буйы федераль округы сиктәрендә этник - ара проблемалар буйынса
       мәғлүмәттәр базаһы формалаштырыуҙы башлау тәҡдим ителә.
       Конференцияны БР Фәндәр академияһы, Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәге, БР Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы
       ойошторҙо.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал