6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йә еңәләр, йә еңеләләр
29.11.05


       "Салауат Юлаев" үҙ майҙанында еңеү яулап сираттағы өс мәрәйгә эйә булды. "Молот - Прикамье" (Пермь) командаһы уға бар көсөнә ҡаршы тороп ҡараны, әммә барыбер буш ҡул менән
       ҡайтып китергә мәжбүр булды. Өфөлөләр өсөн был уйындың иң м өһим ваҡиғаһы тип капитан Николай Заварухин индергән голды ә йтергә мөмкин.
       Был юлы ҡапҡаны һаҡлау бурысы Андрей Мезинға ышанып тапшырылды, һәм белорус һаҡсыһы үҙ урынында бына тигән уйын күрһәтте. "Молот" осрашыуҙың башында уҡ гол индерә ала ине, әммә Пермь командаһы уйынсыларының береһе шайбаны буш ҡапҡаға яҙа ырғытты. Ә бына "юлаевсылар" капитаны
       Заварухин үҙ мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырманы - 1 : 0.
       Уйындың икенсе өлөшөндә Константин Макаров айырылып торҙо, ул оҫта голкипер Гудачектың ҡапҡаһына гол индереүгә иреште. Һәм был еңеү голы тип танылды. Ағалы - энеле Макаровтар был сезонда шайбаны күп индермәй, әммә уларҙың
       голдары йыш ҡына команда өсөн зиннәтле мәрәй алып килә. Өсөнсө гол Мелешко иҫәбендә, ул Гудачектың шайбаны ҡапларға өлгөрмәүенән файҙаланып ҡалды.
       Өсөнсө периодта, матчтың кем файҙаһына тамамланасағы инде
       билдәле тигәндә, "Молот" бик әүҙем уйнай башланы. Ҡунаҡтар шайба индерҙе, әммә уны ҡабатлап ҡарағандан һуң судьялар голды иҫәпләмәҫкә тигән ҡарар ҡабул итте. Уларҙың вердикты ябай - коньки менән шайба индерергә ярамай.
       "Молот" был кисте үҙенең үҙһүҙле булыуын иҫбатланы. Иҫәпк ә индерелмәгән шайбанан һуң шунда уҡ Кочеков күпселекте
       файҙаланыуға өлгәште - 3 : 1. Ҡунаҡтар иҫәптәге айырманы ҡыҫҡарта ла ала ине, әммә осрашыу аҙағында Волков Гудачек ҡапҡаһына тағы бер шайба индереп, матч иҫәбенә нөктә ҡуйҙы.
       Уйындан һуң беҙ "Молот - Прикамье" командаһының баш тренеры Владимир Крючковҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт ит тек.
       - Гудачек - шәп ҡапҡасы һәм легионер. Был уйынсыны суперлиганың күп кенә командалары үҙендә күрергә теләр ине. Ниңә ул башҡа коимандаға күсмәй Һеҙҙә эш хаҡы һәм премия
       буйынса бурыстар күп йыйылған - егеттәр бер нисә ай буйына эш хаҡы күрмәй. Әллә Гудачекка ваҡытында түләйҙәрме
       - Гудачек башҡа егеттәр кеүек үк эш хаҡы ала алмай йонсой . Әммә ул команданан китһә, бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалыуы ихтимал.
       - Һеҙгә арендаға бирелгән Силәбе мәктәбе тәрбиәсеһе, экс - "юлаевсы" Василий Сысаның хәлдәре нисек Бөгөн ул уйнаманы ...
       - Декабрь айында, "дозаявка" ваҡытында уны теләһәгеҙ Өфөгә, теләһәгеҙ "Тракторға" ала алаһығыҙ!
       - Аңлашылды. Ә бит үҙ ваҡытында ул "Салауат Юлаевтың" иң
       яҡшы уйынсыларының береһе ине.
       - Күрәһең әлегә тиклем "йондоҙ" ауырыуынан арына алмайҙыр .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал