6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Кендек донъя баҙарына сығырға теләй
23.11.05


       Бына ул - Кендек, ә бына Оло инәй. Нәҡ китаптағы кеүек...
       Нисек кенә сәйер булмаһын, мин Мостай Кәримдең "Оҙон - оҙаҡ
       бала саҡ" повесы геройҙарын тап ошолай итеп күҙ алдыма килтерә инем, һәм режиссер Булат Йосопов минең өмөттәремде аҡланы.
       "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ" фильмының Өфөнөң "Родина" кинотеатрында үткән презентацияһына кеше күп йыйылды. Мостай Кәримдең туғандары ла килгән ине.
       Оло инәй ролен БР Милли йәштәр театры актрисаһы Вәкилә Ҡалмантаева башҡара. Төп ролгә саҡырыу алырмын тип уйламағайным, ти актриса.
       - Күмәк уйында ҡатнашырға, иң яҡшы осраҡта - бәләкәй генә роль тураһында хыяллана инем. Оло инәйҙе башҡарасағымды ишеткәс бер аҙға шаҡ ҡаттым. Артабан Баймаҡ районының Байыш ауылында ике йылға һуҙылған ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы эш. Ҡ атмарлы - сөнки театр һәм кино - сәнғәттең ике төрө. Әммә Булат минән театр актрисаһын "ҡыуып" сығарыр өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне.
       Был йәш, талантлы режиссер менән эшләргә мөмкинселек
       биргән өсөн мин яҙмышыма рәхмәтлемен... "Оҙон - оҙаҡ бала
       саҡ" фильмында төшөү - минең ижади тормошомдоң иң яҡты мәлдәренең береһе. Икенсе - гүзәл донъяла булып ҡайтыу тойғоһо һаман ташламай... Әле лә һағынып иҫкә алам.
       Мостафа Сафа улының бәләкәй сағын 21 - се Өфө мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Зәкирйәнов, өлкән Мостайҙы - Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Илмир Иҙрисов уйнай. Ҡуйылған бурысты икеһе лә тулыһынса үтәне тип әйтергә мөмкин. Дөрөҫ, тәүгеһе менән байтаҡ эшләргә, ҡайһы ваҡыт диктатор алымдары ла ҡулланырға тура килде, ти Булат. Әммә режиссер оҙаҡ эҙләг ән һәм, ниһайәт, үҙенең киностудияһынан тапҡан Айҙар ( ул монтажсының улы) шунда уҡ үҙенең эскерһеҙлеге, асыҡлығы һәм сафлығы менән барыһын да үҙенә ғашиҡ итә. Бәләкәй герой интервью бирергә бер аҙ тартынды. "Өлкәнерәк Мостай"
       әйтеүенсә, был Айҙарҙың кинола беренсе роле.
       - Мин Мостай Кәрим ижадына ҡағылыуыма бик шатмын. Бик тулҡынландырғыс булды был эш минең өсөн.
       Әҫәрҙең авторы үҙен уйнаусы геройҙарҙан ҡәнәғәт ҡалғанмы - билдәһеҙ. Фильмдың тәүге вариантын ҡарағандан һуң Мостай Кәрим был турала бер нимә тип тә әйтмәй. Малайҙар уға
       оҡшағандыр, күрәһең, тип фаразларға ҡала. Шағир фильмдың тик ҡайһы бер урындарын ғына эшләп бөтөрөүҙәрен һорай. Режиссер бөгөн быны эшләүе ҡатмарлы булды, тип таный, сөнки әлегә тиклем өҫтәп төшөрөү осраҡтары булғаны юҡ ине, ти ул.
       Фильмды ҡарағандан һуң ҡайһы бер тамашасылар режиссерҙы те кстан ситкә тайпылыуҙа ғәйепләне. Әммә йәш режиссер үҙенә те ктсты тулыһынса һаҡлау бурысын ҡуймаған да. Был - киноверсия.
       - Кинола хәрәкәт мөһим, һүҙҙәр түгел. Шуға күрә компромис ҡа барырға тура килде, - ти Булат Йосопов. - Тексты ҡыҫҡарты у,
       төҙәтмәләр индереү мәлдәре лә булды. Беҙ быны ҡурҡып ҡына
       эшләнек, сөнки әҫәрҙә бөтәһе лә үҙ - ара бәйле. Драматургия йәһәтенән ул бик ауыр, сөнки Мостай Кәрим уны автобиография итеп яҙған, һәм унда геройҙың ваҡиғаларға туранан - тура йоғонтояһаған урындары бик аҙ. Ул күберәк ситтән тороп
       күҙәтеүсе.
       Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республика хөкүмәтенең вице - премьеры, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ә йтеүенсә, ижади колелктив һәм режиссер Мостай Кәримдең билдәле әҫәренең киноверсияһы барлыҡҡа килһен өсөн мөмкин
       булған һәм булмағандың барыһын да эшләне.
       - Нәҡ ошо повесть үҙ ваҡытында Ленин премияһына лайыҡ булды, һәм кинематографик уҡыу - йәш өмөтлө режиссер уңышлы башҡарып сыҡҡан яуаплы проект, - тине Илдус Ғөбәйҙулла улы.
       Повесть авторының ҡыҙы әйтеүенсә, Мостай Кәрим Булат Йосоповтың эшенән ҡәнәғәт ҡалыр ине. Юҡҡа ғына уға шундай яуаплы эште ышанып тапшырмаған бит ул.
       - Мин был китапты яттан беләм. Уны экранлаштырғанда Була т иң мөһимен күрһәтә алған.
       Китап аҙағында авторҙың әйткән һүҙҙәрен хәтерләйһегеҙме: "... Бәхетле бала саҡ та, бәхетһеҙе лә оҙон - оҙаҡ йылдар бу йынса беҙҙең арттан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, ул күңелдә йәшәй, китмәй".
       "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ" - атайымдың төп китабы. Уның тормо ш
       концепцияһы, донъяға ҡарашы. Ул ихласлыҡ булмаһа, шәхси
       азатлыҡ та булмай, тип һананы. Ә күңел азатлығың юҡ икән,
       тормошта ла, ижадта ла ихлас булыу мөмкин түгел.
       Матбуғат конференцияларының береһендә хәбәрсе атайыма ижад итеүгә илһамды ҡайҙан алаһығыҙ, тигән һорау бирҙе. Ул: "Бурыс. Йәшәргә, кешеләр араһында йәшәргә, кешеләр өсөн йәшәргә өйрәтеүҙәре өсөн рәхмәтем сикһеҙ булған кешеләргә ҡарата хәтерем бурысы", - тине. Тормошҡа ошондай мөнәсәбәт бала саҡтан киләлер, күрәһең.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кистә аҙыраҡ техник етешһеҙлектәр
       ҙә булғыланы. Ике тапҡыр ут һүнде. Әммә тамашасылар таралышырға ашыҡманы, яратып өлгөргән геройҙары менән осрашыуҙы көттө. Бының сәбәбе ҡыҙыҡһыныу - "Башҡортостан" киностудияһының иң ҙур ижади проектын күреү теләге түгел, ә ниндәйҙер йылылыҡ һәм изгелеккә ҡағылыу теләгенән ине...
       P. S. Тамашасылар башҡорт телендә сыҡҡан фильмды ҡараны, ул рус һәм француз телдәренә лә тәржемә ителгән. Инглиз теленә тәржемә планлаштырыла. Картинаны төшөрөүселәр уны халыҡ - ара баҙарға сығарырға уйлай. Яҡын арала фильм DBD форматында донъя күрәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал