6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Күренекле академик Лаврентьев Өфөлә эшләй
22.11.05


       Билдәле совет математигы һәм механигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы Михаил Алексеевич Лаврентьев СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең тәүге рәйесе
       булып эшләй. 1980 йылда уның ошо темаға арналған китабы
       донъя күрә.
       "Себер һәм Алыҫ Көнсығышта ғилми үҙәктәр ойоштороуҙа ҡатнашырға, был үтә лә бай төбәктең үҫешендәге ҙур проблемаларҙы хәл итеүгә фән мөмкинселектәрен йәлеп итергә
       тура килеүенән мин тәрән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәм, - ти п яҙа ул. - Мин быға 20 йылға яҡын ғүмеремде бағышланым, уға тиклем тәжрибә һәм көс йыйған, дуҫ һәм фекерҙәштәр туплаған 20 - 30 йылды ла өҫтәргә мөмкин. Уларһыҙ был ҙур эшкә тотоно у мөмкин дә булмаҫ ине..."
       Михаил Алексеевич үҙе әйткән тәжрибә һәм көс, дуҫ һәм фекерҙәштәрен башҡорт ерендә туплай.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР - ының Фәндәр а кадемияһы Өфөлә урынлаша. Михаил Лаврентьевич ул саҡта математика институты директоры вазифаһын башҡара. Бында ул ш артлатыу өлкәһендә тикшереүҙәр алып бара, артиллерия һәм хәрби - инженерлыҡ эшенә ҡағылышлы байтаҡ проблемаларҙы
       өҫтөндә эшләй. Уның иғтибарын башлыса кумулятив шартлауҙар,
       ауыр шыйыҡлыҡта тулҡындар теорияһы йәлеп итә.
       Украинаның Фәндәр академияһы Өфөгә күсте, мин дә ғаиләм менән күсенеп килдем, - тип һөйләй Михаил Алексеевич. - Тәүг е ҡыш иң ауыры булды. Ғаиләбеҙ менән (биш кеше) ҡунаҡханала йәшәнек... Балалар йыш ауырыны. Мин ваҡытымдың күп өлөшөн эш тә үткәрҙем. Украина Академияһына ике бина бирелде: уның
       береһендә (Пушкин урамы, 79) бер бүлмәне математика
       институты биләне, тәүге йылда мин ваҡытымдың төп өлөшөн ошонда үткәрҙем. Н. Н. Боголюбов, С. Г. Крейн, И. З. Штокало , Г. И. Дринфельд та ошонда эшләне. Беҙ Крейн менән снарядтарҙың ныҡлығына ҡағылған проблемалар менән шөғөлләндек, мин шулай уҡ Г. И. Петров тематикаһы буйынса иҫәпләүҙәр ҙә алып барҙым. Һуңыраҡ заводтарҙың береһе менән бәйләнеш булдырылды.
       Академияға бүленгән бинаның икенсеһе Туҡай урамында урынлашты һәм ул да институтҡа тапшырылды ( Туҡай урамы, 50) . Бында мин төрлө артсистемаларҙың ныҡлығы һәм тауыш эффекты буйынса модель эксперименттары үткәреү менән
       мәшғүл булдым.
       Бик күп эшләнек, хатта төндәрен йоҡламаған саҡтар булды. Көндәр һыуыҡ тора, тимер мейес - буржуйка һәм йылытыу реостаты ярҙамында йылынабыҙ. Бөтә институтҡа бер бәләкәй
       генә токарь станогы бар ине. Унда ике смена эшләйҙәр. Мин д ә был техниканы үҙләштерҙем һәм тәжрибәләр үткәреү өсөн деталдәр ҡырып алғыланым...
       1943 йылда Украина академияһы Мәскәүгә күсерелә.
       Михаил Алексеевич Лаврентьев - Ленин һәм Дәүләт премияһы лауреаты, күп һанлы сит ил академиялары ағзаһы, биш Ленин
       ордены, башҡа орден һәм миҙалдар кавалеры, айырыуса тәүге хөкүмәт наградаһы - икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән ғорурлана. Уға 1944 йылда хәрби техника менән бәйле эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ була.
       Лаврентьев үҙенең Өфөлә бергә эшләгән иптәштәренең фамилияларын атап китә. Кемдәр улар
       Николай Николаевич Боголюбов - Дубнала ядро тикшеренеүҙәре
       буйынса берләштерелгән институт директоры, күренекле совет математигы һәм физигы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы,
       Ленин премияһы лауреаты.
       Георгий Иванович Петров механика өлкәһендә эшләүсе совет
       ғалимы булараҡ билдәле, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин
       премияһы лауреаты. СССР Фәндәр академияһының космос тикшеренеүҙәре институтының элекке директоры.
       Башҡаларының да биографияһы бай.
       Михаил Алексеевич үҙе 1900 йылдың 22 ноябрендә Ҡазанда тыуа, шунда университет тамамлай. Мәскәүҙә эшләй. 1934 йылда
       уға диссертация яҡламайынса техник фәндәр докторы дәрәжәһе,
       бер йылдан - шулай уҡ диссертацияһыҙ физика - математика
       фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы
       башланғанда ул Киевта математика институты директоры вазифаһын башҡара. Һуғыштан һуң Украина Фәндәр академияһы в ице - президенты була.
       1957 йылда М. А. Лаврентьев СССР Фәндәр академияһының вице - президенты итеп һайлана. Шул уҡ йылда КПСС Үҙәк
       Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары менән СССР
       Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе асыла. Михаил Алексеевич уның тәүге рәйесе итеп тәғәйенләнә.
       Өфөлә ғалим һәм патриот, күренекле академик М. А. Лаврентьев эшләгән ике бина ла һаҡланған. Пушкин урамы, 79 адресы буйынса урынлашҡан бинала һуғыш ваҡытында бында
       Украина Фәндәр академияһы президиумы һәм институттары
       булыуын хәтерләтеүсе мемориаль таҡта асылған. Туҡай урамындағы 50 - се һанлы йортта байтаҡ ваҡыт СССР Фәндәр
       академияһы Урал бүлексәһенең Башҡорт ғилми үҙәге физиктары һәм математиктары биләй.
       Был бинала Михаил Алексеевич байтаҡ тикшеренеүҙәр үткәрә.
       М. А. Лаврентьевтың биографияһындағы "башҡорт" биттәренең
       ҡайһы берҙәре күптән түгел генә асыҡлана, улар быға тиклем
       йәшерен мәғлүмәттәр иҫәбенә инә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал