6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бер врачҡа 249 ауырыу тура килгән ваҡыттар артта ҡалырмы
21.11.05


       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында
       БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, Рәсәй
       Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының киңәйтелгән к оллегияһында файҙалы һәм кәрәкле, әммә башҡарыуы еңелдән бул маған ҡарарҙар ҡабул ителде. Һүҙ беренсел медицина звеноһы һәм профилактика йүнәлешенең үҫеше, шулай уҡ халыҡты юғары технологиялы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү тураһында бара.
       Министрҙың һүҙҙәре буйынса, 2006 - 2007 йылдарҙа милли проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 145, 6 миллиард һум бүлеү планлаштырыла. Бынан тыш, юғары медицина технология үҙәктәре төҙөү кеүек айырым сараларҙы финанслауға төбәк бюджеты средстволарын йәлеп итеү һәм шәхси инвесторҙарҙың ярҙамын ҡабул итеү ҡарала.
       Хәҙер, ҡарар ҡабул ителгәс, иң мөһиме - приоритеттарҙы билдәләү һәм эшкә тотоноу. Беренсе сиратта башҡарылырға тейеш бурыстар бер нисәү. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә
       кадрҙар мәсьәләһе тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Фәнил Бул ат улы был йәһәттән хәлдең хөрт булыуы - комплектлауҙың ни б ары 47 процентҡа үтәлгәнлеген хәтергә төшөрөп үтте. Бынан ты ш поликлиникаларҙа башлыса пенсия йәшенә етеп килеүселәр
       эшләй, ауылдарҙа табиптар һаны ҡала менән сағыштырғанда ике
       тапҡыр кәмерәк. Ҡала һәм ауыл дауаханаларының йыһазландырыу кимәле тураһында әйтеп торорға ла түгел - икеһ е лә тейешле медицина ҡорамалдары етешмәүҙән яфалана.
       - Ғәҙәттә, кешеләр дауаханаға хәле тамам хөртәйгәс кенә
       мөрәжәғәт итә. Әммә диспансеризация кәм тигәндә лә йылына бер - ике тапҡыр үткәрелергә тейеш. Был барлыҡ белгестәрҙе л ә ике минут эсендә түгел, капиталь тикшереү үтәреү тигәнде аңлата. Һәр кемдең сәләмәтлек торошо тураһында ентекле
       мәғлүмәт яҙылған "Һаулыҡ" паспорты булырға тейеш. Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителмәҫ элек был турала һүҙ алып барып булмай,
       әлбиттә: бөгөн статистика буйынса бер врачҡа уртаса алғанда 249 (!) пациент тура килә.
       Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры иммунизация кәрәклеге хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Уның һүҙҙәре буйынса,
       проект сиктәрендә өҫтәмә вакцинация үткәреү - ҡыҙамыҡҡа
       ҡаршы биш миллион, В һәм С гепатитына ҡаршы - 10 һәм грипп ауырыуына ҡаршы - 22 миллион кешегә прививка яһау планлаштырыла. Бынан тыш, хроник ауырыуҙарға дусар 150 мең б алаға полиомиелитҡа ҡаршы вакцина һатып алырға тәҡдим
       ителә, тип өҫтәне Шәмиғолов.
       - Һәр ерҙә иммунизация үткәреү -бик мөһим аҙым. Тик һәр кемгә дүрт - биш прививка яһап ҡына тынысланырға ярамай, - тине "Башинформ" ҡунағы. - Врачтар был йүнәлештә эште планға  ярашлы алып барырға тейеш, бында бик күп факторҙарҙы иҫәпкә алыу кәрәк...
       Фәнил Булат улы журналистарға яңы тыуған балаларҙы нәҫелдән күсә килгән ауырыуҙарға тикшереү программаһы тиҙҙән киңәйтеләсәге тураһында белдерҙе. Киләһе йылда яңы тыуған балалар тағы ике сир - андрогениталь синдром һәм галактоземияға тикшереү үтә башлаясаҡ. Был тикшереүҙәр ауырыуҙы бала тыуғас уҡ билдәләргә, баланың сәләмәтлеген
       юғалтыу дәрәжәһен кәметергә, ҡайһы бер осраҡтарҙа - тулыһынса һауығыу мөмкинлеген тәьмин итәсәк. 2006 йылда Рәсәй Федерацияһында яңы тыуған 700 мең бала тикшереү үтәсәк тип планлаштырыла.
       Фәнил Шәмиғолов билдәләүенсә, милли проект сиктәрендәге үҙгәрештәр араһында 15 юғары технологиялы медицина ярҙамы үҙәге төҙөү ҡарала: 2006 йылда алты үҙәк, 2007 йылда - ете ү ҙәк төҙөләсәк. Яңы үҙәктәр алты йүнәлеш - кардиохирургия, травматология, эндопротезирование, трансплантология, нейрохирургия һәм репродуктив технологиялар буйынса эшләйәсәк. Яңы үҙәктәр төҙөү өсөн территорияны РФ Хөкүмәте билдәләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал